Илаһының барлығын кире ҡаҡма...23.01.2018
Элекке заманда Бағдадта бер бик билдәле кеше йәшәгән. Бөйөк ғалимды Имам Әғзәм Әбү Хәнифә тип атағандар. Уның бик күп уҡыусылары булған. Кешеләр уға ҙур хөрмәт күрһәткән. Ошо уҡ ваҡытта үҙен бөтә һорауҙар буйынса ла ғилемсе тип иҫәпләгән бер бик һауалы, ҡупым кеше йәшәгән. Ул Аллаһ юҡ тип иҫбатлаған һәм ҡайҙа ғына булһа ла был турала бәхәс ҡуҙғатҡан.


Был ҡупым кеше Әбү Хәнифә тураһында белеп ҡалған һәм уның менән бәхәсләшергә теләгән. Ул Бағдадҡа килгән, ғалимды эҙләп тапҡан да үҙенең шул бер үк һорауын биргән: “Аллаһ бармы, әллә Ул юҡмы?” Әбү Хәнифә яуап бирмәгән, тик иртәгә килешелгән ваҡытҡа, күрһәтелгән урынға килергә ҡушҡан һәм унда был кешенең үҙ һорауына яуап аласағын әйткән.
Билдәле булыуынса, Бағдадты ике өлөшкә бүлеп Тигр йылғаһы аға. Иртәгәһенә һөйләшелгән ваҡытҡа Әбү Хәнифә килмәгән. Ҡупым кеше уны оҙаҡ көткән һәм ҡайтырға йыйынғас ҡына, ғалим килеп еткән. Ҡупым кеше уны күреп ҡысҡырған: “Ни өсөн һуңланың? Моғайын, минең менән бәхәсләшергә ҡурҡаһыңдыр?”
Әбү Хәнифә уға ошолай яуап биргән:
– Юҡ, ҡурҡмайым. Һин бит беләһең, мин йылғаның теге ярында йәшәйем. Ә төндә дауыл йылғаның күперен алып киткән. Һәм мин йылғаға яҡын килеп, күперҙең эшселәрһеҙ, төҙөүсе­ләр­һеҙ үҙенән-үҙе тергеҙелеүен теләнем. Ағастарға, таштарға күпер булып ятырға ҡуштым. Дөрөҫ, был күпмелер ваҡытты алды һәм мин, һуңлаһам да, бында килеп еттем.
Ҡупым кеше ҡысҡырып ебәр­гән:
– Алдайһың! Күпер эшселәр­һеҙ, төҙөүселәрһеҙ һәм инже­нерҙар­һыҙ үҙе төҙөлә аламы ни?! Быға ышанған тиле булыр.
Әбү Хәнифә әйткән:
– Эй, әҙәм балаһы, уян! Һин күпер үҙенән-үҙе төҙөлә алмай тип иҫбат итәһең. Ә ул сағында, һинеңсә, Йыһан үҙенән-үҙе нисек барлыҡҡа килгән? Бит үҙенән-үҙе ағас та, япраҡтар ҙа һелкенмәй. Һин һаман үҙенән-үҙе сәбәпһеҙ бер нәмә лә барлыҡҡа килмәүен аңлай алмайһың!
Һәм бының менән ул динһеҙ ҡупым кешене аптырашта ҡал­дырған. Әммә тегеһе һаман үҙһүҙ­ләнгән:
– Бының менән килешәм, әммә һин миңә Аллаһты күрһәт, һәм ул сағында ышанырмын.
Әбү Хәнифә ҡулына бер стакан һөт алған да ҡупым кешенән һораған:
– Әйт әле, май менән сырҙы нимәнән яһайҙар?
– Нисек нимәнән? Әлбиттә, һөттән.
– Ул сағында һин һөттә булған май менән сырҙы күрһәтә алаһыңмы?
– Әлбиттә, был һөттә май һәм сыр бар, тик беҙ уларҙы күрмәйбеҙ.
– Был һөттә май һәм сыр булыуына һин ышанаһың. Шулай булғас, ни өсөн һин Уны күрмә­йенсә лә Аллаһтың барлығына ышанмайһың? Был һөттә май менән сыр булған кеүек үк, Хоҙай Тәғәлә лә бар.
Шул саҡта был кеше үҙенең хатаһын таныған. Был донъяны булдырыусының барлығын аңла­ған, үҙенең хаталаныуынан баш тартҡан. Шул көндән алып Аллаһ Тәғәләнең булыуына һәм бер­легенә ышанған ул.


Вернуться назад