Ҡар бөртөктәренең сере23.01.2018
Һеҙ ҡарҙың нисек яуыуы тураһында уйланғанығыҙ бармы? Ергә төшкәс, уларҙан ҙур көрттәр хасил була, ошо саҡта ҡарҙар бер-береһенә йәбешеп уҡмашмай. Әгәр ҙә иһә ҡар бөртөктәре яуған саҡта уҡ уҡмашып ергә һибелһә?
Шулай ҙа тәбиғәт ҡанундары камил. Ҡар бөртөктәре еңел һәм һалмаҡ ҡына итеп яуа һәм ялтырауыҡ күбәләктәр кеүек ергә ҡуна. Ҡар бөртөктәренең матурлығы һәм геометрик камиллығы күп кенә оҫта рәссамдарҙы һәм яҙыусыларҙы илһамландыра. Шул уҡ ваҡытта уларҙың береһе лә икенсеһенә оҡшаш түгел. Һәр ҡайһыһы үҙенсә нәфис һәм берҙән-бер. Беҙҙең тауыштарыбыҙ, йөҙҙәребеҙ һәм бармаҡ битендәге тиреләребеҙ төрлө булған кеүек, һәр бер ҡар бөртөгө лә ҡабатланмаҫ мөғжизә.
50 сантиметр ҡалынлыҡта һәм бер квадрат метр майҙандағы көрттә бер миллион ҡар бөртөгө бар. Әгәр ҙә ҡар ниндәй ҙә булһа бер илде тулыһынса ҡаплаһа, бөтә был массала бер-береһенә оҡшаған ике ҡар бөртөгө табылмаясаҡ. Был 50 йыл буйы алты меңдән артыҡ ҡар бөртөгөн фотоға төшөргән американ Вильсон Бентли тарафынан иҫбатланған. Һуңынан ҡар бөртөктәрен фотоға төшөрөү айырым сәнғәткә әйләнгән.
Был миҫалдар донъяла бер нәмәнең дә осраҡлы түгел икәнлегенә дәлил, донъябыҙҙың камиллығына һәм бөгөнгө көнөбөҙҙөң матурлығына бер ишара.