Киләсәк хаҡына тарихты һаҡлай21.04.2012
Киләсәк хаҡына тарихты һаҡлайЙәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы директоры, тарих фәндәре кандидаты Юлай Юлдашбаев бер быуатлыҡ документтар һаҡланған бүлмәләр менән таныштыра, ҡайһы бер ҡағыҙ киҫәктәренең халыҡ, төбәк тарихында ни тиклем әһәмиәтле булыуы хаҡында әҫәрләнеп һөйләй. Тарихсыны тыңлап, эстән генә башҡарған эштәрен барлап, үҙе лә халҡыбыҙ өсөн ошо тарихи ҡомартҡылар кеүек ҡиммәтле шәхес бит, тип һоҡланып ҡуяһың.
"Бишектәге бала биш төрләнеп,
Ат атланып сапмаҫ тимәгеҙ", —
тип юҡҡа ғына йырланмайҙыр. Бынан күп йылдар элек Ейәнсура районының Үрген ауылынан Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға килгән тыныс, баҫалҡы холоҡло Юлай Юлдашбаев та киләсәктә ғалим булып китер, дәрәжәле вазифалар башҡарыр тип күптәр уйламағандыр, моғайын.
— Элек ҡала урамдарында хәҙерге һымаҡ иркенләп тороп башҡортса һөйләшеү булмай торғайны. Минең һымаҡ ауыл балаларына бындай шарттарға өйрәнеп китеүе ауырға төштө, уҡыуҙа ла нығыраҡ тырышырға тура килде, — тип хәтерләй Юлай Хәйрулла улы баш ҡаланы яулауҙағы тәүге аҙымдарын.
Күп милләтле Башҡортостандың ҙур ҡалаларында туған телдәрҙең яңғырамауы менән һис килешә алмай йәш кеше. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға ингәс, милли телдәрҙең үҫешен өйрәнә, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү юлдарын эҙләй. Студенттың этносоциолингвистика мәсьәләләре буйынса сығыштары Рәсәйҙең төрлө ҡалаһындағы конференцияларҙа хуплау таба. Ҡеүәтләү һүҙҙәре ошо йүнәлештә артабан эҙләнеүгә дәртләндерә. Һөҙөмтәлә егет Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Н.Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнография институтында аспирантурала белемен дауам итә, этносоциология өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙең яңы алымдарын үҙләштерә, киң күләмле экспедицияларҙа ҡатнаша. Оҙайлы эҙләнеүҙәр, ентекле тикшеренеүҙәр "Башҡортостан Республикаһында бөгөнгө шарттарҙа милли-урыҫ ике теллелек" тигән кандидатлыҡ диссертацияһына туплана. "Башҡортостанда бөгөнгө шарттарҙа милли телдәр процесы" исемле ғилми тикшеренеүе Әхнәф Харисов исемендәге премияға лайыҡ була.
Милли телдәрҙең яҙмышы өсөн янып-көйөп эшләүсе ғалимды 1999 йылда Министрҙар Кабинеты Эштәр идаралығының социаль-гуманитар бүлеге мөдире урынбаҫары итеп эшкә саҡыралар, һуңынан гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эше буйынса бүлек мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Яуаплы вазифаларҙа ул киң мәғлүмәт саралары, мәғариф, фән, спорт, милли хәрәкәт, архивтар, бала хоҡуҡтарын яҡлау, мәҙәниәт мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Шул осорҙа Юлай Хәйрулла улы көйләмәгән, күҙ уңында тотмаған бер өлкә лә ҡалмағандыр, моғайын. "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законды бойомға ашырыу буйынса комиссияның, Топонимия һәм Терминология хеҙмәттәренең положениеларын төҙөүҙә ҡатнашып, милли телдәрҙе үҫтереүгә, хоҡуҡтарын яҡлауға, ғөмүмән, студент сағынан уҡ күңелен өйкәгән тел мәсьәләһен хәл итеүгә тос өлөш индерә.
— Туған телдәрҙе үҫтереү буйынса ниндәй генә закон ҡабул ителмәһен, уның үтәлеше нисек кенә тикшерелмәһен, телдең яҙмышы айырым ғаиләләргә бәйле. Балаларыбыҙ менән әсә телендә һөйләшмәһәк, күрелгән сараларҙың фәтүәһе булмаясаҡ, — тип һығымта яһаған тарихсы.
Юлай Хәйрулла улының, эште эреһе-вағына бүлмәйенсә, йөкмәтелгән бурысты илһамланып башҡарыу, башҡаларҙы ла дәрт-дарман менән һуғара белеү һәләте хаҡында әлеге эш урынында ла һоҡланып һөйләйҙәр. Балалар өсөн тапшырыуҙарҙа ҡатнашыу, кисә һәм экскурсиялар уҙғарыу, билдәле шәхестәрҙең фондын туплау булһынмы, халыҡ-ара кимәлдәге сараға архив документтарынан торған күргәҙмә ойошторорға кәрәкһенме — хеҙмәткәрҙәренән алда үҙе ең һыҙғана. Хатта бөгөнгө экологик өмәләргә лә, көрәк-тырма тотоп, беренсе булып сыға.
Өлгө күрһәтеүсе етәксе булғас, коллективтың әүҙемлеге кәмемәй. Алты йылда архив хеҙмәткәрҙәре тиҫтәгә яҡын китап сығарған. Ғалимдар билдәләүенсә, айырыуса "Дәүләт телдәре: тарих һәм заман" тигән күп томлы тупланманың милли телдәрҙең киләсәге өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 200-ҙән ашыу шәхес хаҡында ентекле мәғлүмәт яҙылған "Хеҙмәт Геройҙары" йыйынтығы иһә Рәсәйҙә берҙән-бер һанала. Юлай Юлдашбаевтың ҡыҫҡа ваҡыт эсендә архивтағы хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға, уңайлыҡтар булдырыуға өлгәшеүе лә белгестәрҙең ижади ҡомарын үҫтереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр.
Хеҙмәткәрҙәре хаҡында даими хәстәрлек күреүе Юлай Хәйрулла улының үҙенән алда башҡаларҙы ҡайғыртырға күнегеүенән килә, күрәһең. Был сифат уға бала саҡтан хас. "Һигеҙ бала үҫтереүсе атай-әсәйемә бәлә һалмайым тип, мәктәп-интернатта гел "бишле"гә уҡырға тырыштым. Уҡыу алдынғылары айлыҡ түләүҙән азат ителә ине", — тип хәтеренә төшөргәйне ул үткәндәрен.
Ошо көндәрҙә 50 йәшен билдәләгән ир-уҙамандан уңыш серен һорағас, ғаилә тураһында һүҙ ҡуҙғатты.
— Тормош юлдашың менән бер йүнәлешкә ҡарап йәшәү — бәхеттең нигеҙе, — тине ул.
Юлай Хәйрулла улы менән Лилиә Мөнир ҡыҙы бөгөн олатай һәм өләсәй булыу шатлығын кисерә. "Ейәнебеҙ тормошобоҙҙо байытып ебәрҙе", — ти улар.
...Архивтағы мауыҡтырғыс экскурсияның аҙағында Юлай Хәйрулла улы, һарғайған ҡағыҙҙарға уйсан ҡараш төбәп, һүҙен йомғаҡланы.
— Иҫке ҡағыҙҙар, саңға әүерелеп, юҡҡа сыға. Беҙ ҙә мәңгелек түгел. Ейәндәребеҙ ғаилә архивын ҡараған саҡта: "Был — минең олатай!" — тип һоҡланып иҫкә алырлыҡ итеп йәшәргә кәрәк, — тине тарихсы, киләсәктең үткәндәр нигеҙендә ҡоролоуын иҫкәртеп.
Нурзиә ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад