Һарыҡтарҙың йөнө еткән…23.01.2018
Ошо көндәрҙә бер төш күрҙем. Төш тиһәң, төшкә лә оҡшамаған. Шул ҡәҙәр ысынбарлыҡ кеүек. Төшөмдә бала сағыма ҡайттым. Имеш, ауыл урамында йөрөйөм икән. Бөтәһе лә элеккесә, бер нимә лә үҙгәрмәгән…
“Һарыҡтарҙың йөнө еткәндер инде, бөгөндән дә ҡалмай алырға кәрәк”, – тип һарайға кереп киттем. Бауға эләктереп ҡуя торған элмәктәренә ҡәҙәр асып керҙем шунда. Ул бауҙы иҫемә лә алғаным юҡ, ә төшөмә ап-асыҡ итеп керҙе.
Һарыҡтарҙың йөнө еткән. Мин, берәмләп алып сығып, ятҡырып ала башланым. Һарай менән буталған үҙенсәлекле еҫ уянғас та танау төбөнән китмәй торҙо. Шул ҡәҙәр ысынбарлыҡ итеп күрҙем, хатта урынымдан тормай, ҡулдарымды еҫкәп ҡараным. Һарыҡ йөнөн алғандан һуң еҫе ҡулдан ике аҙна буйы китмәй йөрөй бит.
Нимәгә булыр икән был төшөм – белмәйем. Үҙемсә яҡшыға юрап йөрөйөм, мал-тыуар хәйерлегә була инде, тим.
Сания апай.
Өфө ҡалаһы.