Бәхет серен беләләр23.01.2018
Йылмайып торған, күҙҙәренән йылылыҡ һәм бәхет бөрккән Рәмил ағай менән тыныс, һөйкөмлө, баҫалҡы ҡатыны Хәҙикә апай, иңгә-иң терәп, 50 йыл ғүмер юлын бергә үткән.


Ҡыҙ менән танышҡансы уҡ, егет армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан – “Байконур” космодромында ракетчик булған. Артабан ниндәй генә ерҙә эшләһә лә Рәмил Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ уңғандар иҫәбендә йөрөгән: хәрби-иҫәп бүлеге начальнигы, комсомол ойошмаһы секретары, ферма мөдире, партия ойошмаһы секретары, ауыл Советы рәйесе, колхозда диспетчер.
Ҡатыны ла иренә пар кил­гән. Ете йыл һауынсы булып эшләгән, колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр утаған, шул саҡта уҡ ауыл Советы бинаһында иҙән дә йыуырға өлгөргән. Хужалыҡ­тағы эштәрҙең күбеһе, иренең ата-әсәһен хәстәрләү ҙә ҡатындың иңенә төшкән – ире иртәнән кискә тиклем эштә булған. Егәрле Хәҙикә Шакир ҡыҙы бөтәһенә лә өлгәшкән.
Өйҙәре тулы кәсә һымаҡ, ғаиләлә татыулыҡ хөкөм һөрә, ҡыуанып йәшәргә генә лә бит. Көтмәгәндә ғаиләгә бәлә килә. 29 йәшендә аварияға осрап, ике балаһын етем ҡалдырып, Хәбибуллиндарҙың өлкән ҡыҙы Гөлнара һәләк була. Әле лә шул көндәрҙе иҫкә алғанда, әсә кешенең күҙенә йәш тула, бала ҡайғыһы онотола буламы һуң инде... Ҡайғыға баш эймәйенсә, Рәмил ағай менән Хәҙикә апай бер-береһенең ышаныслы иңенә таянып, артабан йәшәргә көс таба.
Ҡалған балалары намыҫлы кеше булып үҫкән, юғары белемгә эйә булған, ғаилә ҡорған. Ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Клара – хужабикә, күрше ауылда төпләнгән. Гөлнур ҡыҙҙары — Ырымбур ҡалаһында юғары квалификациялы табип-педиатр, улдары Ринат — Талбазы ауылында “Россельхозбанк” идарасыһы. Рәмил ағай менән Хәҙикә апай алты ейәненә һәм ике ейәнсәренә ҡыуанып бөтә алмай, улары ла өләсәй-олатаһын ныҡ ярата. Аралар алыҫ булһа ла, балалары ата-әсәһенең хәлен белергә ваҡыт таба, ҙур хужалыҡтарында ярҙам итә.
Балаларының да ныҡлы ғаилә ҡороуына аптырайһы юҡ, ата-әсәһе уларға үҙаллы тормош ҡороу серҙәрен өйрәткән. “Бер-береңде аңларға, ихтирам итергә, юл ҡуя белергә кәрәк. Күп нәмә түҙемлеккә бәйле. Туғандарҙы ла “һинеке”нә, “минеке”нә бүлергә ярамай, бергә йәшәйһең икән, тимәк, туғандар ҙа уртаҡ. Шулай булмаһа, был ғаиләнең тарҡалыуына килтерә”, – ти улар бер тауыштан.

Федоровка районы,
Балыҡлы ауылы.


Вернуться назад