Эстрада артистарының концерттарына өҫтөнлөк биреп, һуңғы йылдарҙа спектаклдәргә йөрөү ситтә ҡалған икән, баҡтиһәң. Шуға ла Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең Данил Сәлихов әҫәре буйынса ҡуйылған “Ҡатын түгел – аждаһа” тип исемләнгән тамашаға, һис шикһеҙ, барырға кәрәк тигән уйға килдем. Һәм яңылышмағанмын.Артистар шул тиклем дә ихлас, халыҡсан уйнауҙары менән тәүге минуттарҙан уҡ тамашасыны үҙенә арбаны, залдағылар ысын мәғәнәһендә геройҙар менән бергә “йәшәне”. Улар күп тә түгел, ни бары дүртәү: Бәхти (Азамат Хәлилов), Юлбикә (Зөлфиә Хәлилова), Әзифә (Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина), Хәйри (Таһир Фәтҡуллин).
Башҡортостандың атҡаҙанған артистары, ирле-ҡатынлы Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтарҙың уртаҡ ижад емеше булған сәхнә әҫәренең сюжеты ла ябай: ваҡиғалар, нигеҙҙә, ял йортонда бара һәм ундағы мажаралар тасуирлана.
Авторҙың ысынбарлыҡты көлкөлө сәхнә күренештәре аша күрһәтеү теләге бойомға ашҡан тип әйтер инем мин. Сәхнәләге ваҡиғалар тап бөгөнгө йәшәйешебеҙҙән алып яҙылғанын кем инҡар итер? Беҙҙең хаҡта даими хәстәрлек күргән, һәр саҡ ҡайғыртып торған яҡын кешебеҙҙе һанламайынса, ғаилә ҡиммәттәрен, тоғролоҡто аяҡ аҫтына һалып тапап, ситтән ниҙер өмөт итәбеҙ. Халыҡ теле менән әйткәндә, “ауыҙҙағы турғай”ҙан да яҡшырағы юҡ икәнен аңламайбыҙ шул ҡайһы саҡта. Көлкөлө образдар аша автор тап шуны әйтергә теләгән дә инде.
Ҡуйыусы режиссер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиевтең дә хеҙмәтен ғәҙел баһалап үтергә кәрәк.
— Яҡташыбыҙ, Дәүләкән районының Фәриҙун ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Хәлилова башҡарған ролдәрҙе һәр саҡ яратып ҡарайбыҙ. Ире Азамат Хәлиловты яҡын күреп, еҙнә, кейәү тип кенә йөрөтәбеҙ. Улар менән осрашыу һәр ваҡыт байрамға әйләнә, – тине тамашасылар.
Һалҡын ҡыш көндәрендә стәрлетамаҡтар беҙгә йәнә байрам бүләк итте: Дәүләкән тамашасыһы улар менән яңынан-яңы осрашыуҙар көтөп ҡала. Тәьҫораттар оҙаҡҡа етәсәк.
Дәүләкән ҡалаһы.