Татыу ғүмер итәләр23.01.2018
Татыу ғүмер итәләрКеше әсә ҡарынында яралғас та уның был донъяла башҡараһы ғәмәлдәрен Аллаһ Тәғәлә маңлайына яҙып ҡуя, ти. Шуға ла беҙ ҡайһы бер кешенең оҫталығына ҡарап, ул – тыумыштан уҡытыусы, йә табип, йә шофер тип һоҡланабыҙ. Ә бына коллегабыҙ Тәслимә Мотаһар ҡыҙына Хоҙай һөнәри оҫталыҡты ғына түгел, башҡа матур сифаттарҙы ла мул итеп биргән.


Тәслимә Әбделмәнова 1962 йылда Баймаҡ районының Байым ауылында тыуған. Атаһы Мотаһар хажи тирә-яҡта билдәле дин әһеле булған. Ул совет осоронда уҡ Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылып, халыҡҡа серле хикмәт тураһында еткереүсе һәм шифалы зәм-зәм һыуын ауыҙ иттереүсе лә. Әсәһе Хәкимә инәй ысын мәғәнәһендә ил инәһе булды. Иренә тоғро ҡатын, уңған хужабикә булыу менән бер рәттән, ун бер балаға ғүмер биреп, оло хөрмәткә лайыҡ Герой-әсә исемен дә йөрөттө.
Тәслимә Мотаһар ҡыҙы ике ир бала, туғыҙ ҡыҙ бала тәрбиәләнгән ғаиләлә иң төпсөк булып үҫә. Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ҡайнап, һәр кем үҙ өлөшөнә төшкән эште башҡарып, бик татыу йәшәйҙәр. Тәслимә, ғаиләлә иркә кинйәкәй булыуға ҡарамаҫтан, бар эште лә ҙур тырышлыҡ һалып башҡара. Ул атаһы менән бесән йыйырға барғанын, икәүләп күбә күбәләгәндәрен, әсәһенең сәй ҡайнатып, тәмле ҡоймаҡ ҡойоп, мундирлы картуф бешереп һыйлағанын яҡты хәтирәләр итеп һөйләй.
Был ҙур татыу ғаиләлә төрлө һөнәр эйәләре үҫеп сыҡҡан. Улар араһында уңған уҡытыусылар ҙа, медиктар ҙа, техник белгестәр ҙә бар. Ә Тәслимә, педагог һөнәрен һайлап, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре, хәҙер инде үҙҙәре атай, әсәй булһа ла, Тәслимә Мотаһар ҡыҙын онотмай, кәңәш һорап килә, рәхмәт әйтеп тора.
Тәслимәнең дин юлын тотоп, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып, халыҡҡа иман нуры таратыуы ла ата-әсәһенән килә. Атаһы Мотаһар хажи дин шарттарын мотлаҡ үтәү һәр мосолмандың изге бурысы булыуын балалары аңына һеңдерә. Атай васыятын тотоп, уларҙың һәр береһе Мәккәгә хаж ҡылыуҙы үҙенә маҡсат итеп ҡуя. Тәслимә лә 2010 йылда үҙенең мосолманлыҡ бурысын үтәй.
Балалар йөрәгенә асҡыс ярата белгән оҫта педагогты 2002 йылда мәғариф бүлегенә логопед итеп эшкә саҡыралар. Һуңынан уны ҡаланың 1-се мәктәбенә күсерәләр. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифала эшләй. Унан кәңәш һорап, бәләкәсен етәкләп килгән ата-әсәләр өҙөлмәне. Тәжрибәле логопед бәләкәстәрҙең телмәренә етди иғтибар биреп, ундағы етешһеҙлекте бөтөрөүгә күп көс һалды.
Бына шундай ныҡышмалы хеҙмәт юлын лайыҡлы үтеп, Тәслимә Мотаһар ҡыҙы күптән түгел хаҡлы ялға сыҡты. Улар тормош иптәше Ринат менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Хәҙер биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй булып, уларҙы тәрбиәләүгә лә иғтибар бирәләр. Баҡса үҫтереп, емеш-еләк йыйып, туғандары менән дин юлында бик татыу ғүмер итәләр. Уға коллегалары исеменән бәхетле киләсәк, күңел тыныслығы, һаулыҡ теләйем. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡыуаныстарын күреп оҙаҡ йәшәргә яҙһын!

Яңылбикә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,
мәғариф ветераны.


Баймаҡ районы.


Вернуться назад