Самолет осора малайҙар23.01.2018
Самолет осора малайҙарЙәш техниктар станцияһының “Авиамоделдәр яһау” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр яңынан-яңы уңыштары менән һөйөндөрөп тора. Йәш конструкторҙар Өфөлә “Рәсәй машина эшләүселәр союзы” йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе уҙғарған ярышта үҙҙәре яһаған осоусы моделдәрҙе һынап, урындар яуланы.


Район үҙәгендә 2000 йылдан бирле эшләп килгән түңәрәкте үҙ эшенең оҫтаһы, энтузиаст Салауат Фазлетдинов етәкләй. Унда етмешкә яҡын бала шөғөлләнә.
— Уҡыу йылы башында уҡы­тыу­сы­ларҙың тәҡдиме, ата-әсә­ләрҙең өгөт­ләүе һәм иптәштә­ренең саҡырыуы буйынса йыл һайын йөҙләгән бала түңә­рәккә яҙыла. Әммә күпселек малайҙар, оҙаҡ ултырыуҙы талап иткән ваҡ, мәшәҡәтле шөғөлдөң үҙенеке түгелле­ген аңлап, башҡаса йөрөмәй. Түҙемле­ләр һәм осоусы аппараттар төҙөү менән етди ҡыҙыҡһынғандар иһә бында үҙҙәре өсөн мауыҡтырғыс донъя аса, — тип һөйләй Салауат Нәжип улы. — Малайҙар самолет яһау менән генә сикләнмәй, даими рәүештә төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында ҡатнашып, уларҙы осороп һынай ҙа.
Баш ҡалала үткән һуңғы ярышта, мәҫәлән, Рияз Ғәбитовтың самолеты ҙур резина моторлы моделдәр класында беренсе урынды яулаған. Рияз шулай уҡ үҙе яһаған бәләкәй планерҙы осороп, был төркөмдә икенсе урынды алған. Таһир Мәмбәтҡолов иһә резина моторлы бәләкәй моделдәр осороусылар араһында еңеүсе булған. Авиамо­делдәр һынаусылар өсөн еңеү килтер­гән был ярыш сираттағы миҙгелде ябыу сараһы булараҡ та үткән.
— Кемдең самолеты иң алыҫ­ҡа оса — шул еңеүсеме? — тип ҡыҙыҡһынам дәрестән һуң тура йәш техниктар станцияһына килгән Таһирҙан.
— Юҡ, ирекле осоусы модел­дәр араһында, мәҫәлән, төп баһа — ваҡыт, йәғни кемдеке һауала иң оҙаҡ оса — шул еңә. Әлбиттә, төрлө кластарға ҡарап, еңеүҙе билдәләгән башҡа критерийҙар ҙа бар, — ти егет.
Т. Кусимов исемендәге гим­назияның VIII класы уҡыусыһы Таһир Мәмбәт­ҡолов СЮТ-та өсөнсө йыл шөғөлләнә.
— Башта йәштәр йортона милли көрәш секцияһына йөрөгәй­нем, шунда ошонда уҡ авиамо­делдәр яһаусылар берекмәһе эшләүен белеп ҡалып, ҡыҙыҡ­һынып киттем. Көрәште ташлар­ға тура килде. Әммә һис тә үкенмәйем. Киләсәктә пилот булырға теләйем. Ульянов­скиҙағы юғары граждандар авиацияһы училищеһына уҡырға барырға уйлайым. Шуға күрә бөгөнгө шөғөлөм — авиамо­делдәрҙең төҙөлө­шөн өйрәнеү, үҙ ҡулдарым менән осоусы машиналар ҡороу, уларҙың осош мөмкинлектәрен ғәмәлдә һынау һәм ярыштарҙа ҡатнашыуым һөнәр алыуыма булышлыҡ итәсәк, — тип һөйләй самолеттар яһап осорған малай.
Әлеге ваҡытта Таһир радио-идара буйынса эшләгән самолет ҡороу менән мәшғүл. Сираттағы ярыштарҙа уны осороп һына­маҡсы.
Ә бына Рияз Ғәбитовтың авиа­мо­делдәр яһау менән мауығыуы һеңлеһе Рианаға ла күскән. III класта уҡыған ҡыҙ, бер йыл инде малайҙар араһында бер бөртөк гүзәл зат булараҡ, берек­мәлә самолеттар яһап һынау менән шөғөлләнә.
— Миҙгелде уңышлы тамам­ланыҡ, оҙаҡламай яңы ярыш миҙгелен баш­лаясаҡбыҙ. “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡорт­остан кубогына финал ярыштары була, — тип яңы осош-бейеклектәргә пландар билдәләй Салауат Фазлетдинов.

Г. ФӘТХУЛЛИНА.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад