Клепсидра нимә ул?23.01.2018
Клепсидра нимә ул?Горизонталь буйынса: 1. Һу­ҡыр эсәктең шешеүе. 6. Мәктәпкә үткәреүсе вахтер-автомат. 7. Урта ҙурлыҡтағы суртан. 10. Күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. 11. Баш киҫеүсе, палач. 14. Миклухо-Маклайҙың яратҡан халҡы. 16. XIX быуатҡа хас ҡала транспорты. 17. Балыҡ ҡура торған һауыт. 18. Ҡаланың бер мәсеткә ҡараған өлөшө. 20. Тимер-томорҙо үҙенә тарта торған нәмә. 22. Берәй билдәле шәхес тарихы тураһында яҙған автор. 24. “Манараһында” тәре булған ғибәҙәтхана. 27. Индеец күмеп ҡуйған балта. 30. Япраҡтары ел менән “һөйләшкән” ағас. 31. Ептән үрелгән ҡанатлы мурҙа. 33. Сәй “гарниры”. 34. Терапон-голиаф тигән балыҡ йәшәгән ҡитға. 35. Д.Менделеев таблица­һындағы “кирбес”. 36. Кеше һүрәте. 37. Ҡырымдың көньяҡ ярындағы курорт.
Вертикаль буйынса: 1. Гре­цияның баш ҡалаһы. 2. Шаҡмаҡлы тығыҙ туҡыманан эшләнгән япма. 3. Клоундың эш урыны. 4. Һыу ағаслығындағы аҡлан. 5. Бетондың ҡорос һөлдәһе. 8. Балыҡ һөҙөү ауы. 9. Йәш тол ҡатын. 12. Окаванго йылғаһын “йотоусы” сүл. 13. Берәй документтың төп нөсхәһе менән бер үк юридик хоҡуҡлы күсермәһе. 15. Клепсидра нимә ул? 19. Цитрус емеш. 21. Һөйләм аҙағында торған тыныш билдәһе. 23. Канченджанга тип аталған 9 километрҙан бейек тау ошо таштан тора. 24. Луврҙан күренгән йылға. 25. Театр актеры. 26. Антрацит та, торонбаш та. 28. Китҡа һунар итеү ҡоралы. 29. Йөрәк “ҡапҡаһы”. 32. Штурвал нимә ул? 34. Тоҡом өсөн тотолған айғыр дөйә.

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад