Бына табыш!23.01.2018
Шамбы балығы тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул тән төҙөлөшө буйынса ла, ҡылыҡтарының башҡаларҙан айырылып тороуы менән дә үҙенсәлекле.

Уның ҡомһоҙ, йыртҡыс балыҡ икәнен һәр кем беләлер инде. Ҡыш башҡа балыҡтар, һүлпән булғанлыҡтан, шамбының анһат ҡорбанына әүерелә. Ул төнөн һунарға сыға.
Беҙ ҙә шуны уйлап, ҡыш көнө күлгә киттек. Ҡамыш үткелдәренә мәкеләр уйып, нәрәтәләребеҙҙе төшөрөп һалдыҡ та ҡайтып киттек. Иртән килеүебеҙгә бер шамбының башы мурҙаның ауыҙына ингән дә ҡыҫылып ҡалған, ни алға, ни артҡа сыға алмаған. Сығарғас, үлсәп ҡараһаҡ, ете килограмм тартты.
Бала саҡта йылғала балыҡ та күп ине шул. Шамбы айырыуса ныҡ үрсене. Шуныһы йәл кеүек тойола: ул ғүмер буйы тигәндәй яңғыҙ йәшәй. Ыуылдырыҡ сәсер алдынан ғына бер өйөргә йыйылалар.


Вернуться назад