Һәүәҫкәргә түләү булмаясаҡ23.01.2018
“Һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тураһында”ғы Законды һәр кем ҡулына алып уҡып сыҡҡан тип әйтә алмайым. Белеүебеҙсә, Закон Дәүләт Думаһы тарафынан 2013 йылда ҡабул ителгәйне.


Өҫтәмә рәүештә 2014 йылдың 18 ноябрендә ҡул ҡуйылған 453-сө бойороҡҡа ярашлы, балыҡ тотоу ҡағиҙәләре баҫылып сыҡҡайны. Әммә һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тураһындағы ҡанунда аныҡ ҡына фекерҙәр юҡ кимәлендә ине. Ниһайәт, 2018 йылда ҡабул ителәсәк Закон бөтөнләй икенсе булырға оҡшай.
Түбәндәге яңылыҡтарҙы индерергә уйлай­ҙар:
1. Һәр балыҡсының шәхси юлламаһы бу­лырға тейеш.
2. Балыҡты күпме тоторға икәнлеге билдә­ләнә.
3. Федераль кимәлдә төбәктәрҙең балыҡ­сылыҡ ойошмалары менән шөғөлләнеү.
Берҙән-бер йыуаныс: һәүәҫкәр балыҡсылыҡ түләүһеҙ булырға тейеш, тик сит ил граждандарына ғына хаҡ ҡуйыла.
Әммә был закон проектында бәхәсле урындар бар әле. Мәҫәлән, ҡуртымға биргәнгә тиклем балығы күп күлдәргә бер-ике төр яңыһын ебәрәләр ҙә һәүәҫкәрҙән ҡиммәт хаҡ талап итәләр. Был дөрөҫмө? Уҡыусыларҙан фекерҙәр көтәбеҙ.


Вернуться назад