Тот та кире ебәр...23.01.2018
Тот та кире ебәр...Был принцип Төньяҡ Америкала барлыҡҡа килгән. Сәбәбе — ҡайһы бер күлдәрҙә, йылғаларҙа балыҡ запасының ифрат кәмеүе. Һуңынан ул Европаға ла килеп еткән. Кеше күпләп тотҡан күлдәрҙә эре балыҡтар ҡырҡа кәмегән, ә үрсетеү оҙаҡҡа һуҙылған.


Ике-өс балыҡты ғына тоторға рөхсәт ител­гән, ә ҡалғандарын кире ебәргәндәр. Тағы та­быш­ты һыуға ебәреп, үҙеңә күпме кинәнес табаһың, уны өйөңдән алыҫта тотоп та, сифа­тын һаҡлап, өйөңәсә еткерә алмауың да бар бит әле.
Әммә бер кире яғы ла бар. Ҡармаҡҡа эләк­кән балыҡты тартып сығарғанда, уның йәрәхәт алыуы бар, йәшәһә лә ҡурҡаҡ булып ҡала йәки башҡаларҙы ҡурҡыта. Шуның өсөн дә уны ипләп кенә һөйрәргә кәрәк. Юғиһә һыуға кире ебәрелгән балыҡ төпкә тиклем сума ла шунда йән бирә. Һөҙгөс менән сығарған ва­ҡытта балыҡ имгәнмәй.
Балыҡтар араһында иң аҙ имгәнгәне — сур­тан, ә иң күбе — һаҙан ғаиләһенә ҡараған­да­ры. Сыҡҡан балыҡты тотор алдынан ҡулы­ғыҙ­ҙы һыулап алырға кәрәк. Тотҡан табышығыҙ менән фотоға төшөгөҙ. Ғалимдар раҫлауынса, ебәрелгән балыҡтарҙың дүрттән өс өлөшө артабан йәшәүен дауам итә.
Әммә икенсе төрлө фекерҙәр ҙә осрай. Мә­ҫә­лән, ебәрер булғас, ниңә тоторға? Бына мин уларҙы ҡурам, тоҙлайым, ыҫлайым.
Дөрөҫлөк бар был фекерҙә, тиҙәр. Ысынлап та, әгәр күпләп тотмаһаң ғына инде. Хәҙер түләүле күлдәр, быуалар күбәйҙе. Төрлөһөндә хаҡтар төрлөсә. 250 һумдан алып 1500 һумға тиклем. Күпме тотҡанһың, бөтәһе лә һинеке.
“Тот та ебәр” принцибына тоғро ҡалған эш­ҡыуарҙар аҙ. Әйтәйек, Германияла тотолған бер балыҡ та кире ебәрелмәй, Скандинавия илдәрендә лә хәл шулай.


Вернуться назад