Башҡортостан элек-электән ҡош сөйөү киң таралған төбәк булараҡ билдәлелек яулаған. Бәлки, халыҡтың тәбиғәтте яратыуы, уның менән аңлашып йәшәүе, тәбиғәт балаһы булыуы быға сәбәпсе булғандыр. Кеше тәбиғәтте яратмаһа, уны аңларға тырышмаһа һәм уға иғтибарлы булмаһа, ҡырағай ҡоштарҙы өйрәтеүҙә лә ҙур уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Сомье исемле немец тикшеренеүсеһе үҙенең күҙәтеүҙәрендә “...башҡорттар ыласындарҙы һәм бөркөттәрҙе өйрәтеүҙә айырым һәләткә эйә” тип юҡҡа ғына яҙып ҡалдырмағандыр. Ҡош сөйөү һунарының башҡорт халҡында киң таралыуы тәү сиратта уларҙың хужалыҡ ихтыяждары менән аңлатыла. Улар бөркөт ярҙамында үҙҙәренең малдарын бүреләрҙән һаҡлаһа һәм тире алыу өсөн төлкө-ҡуяндарға һунар итһә, ыласын һәм ҡарсығалар ярҙамында үҙҙәрен ҡыр йәнлектәренең ите менән тәьмин иткән. Нуғай хандары һәм мырҙаларынан азат булып, үҙ ерҙәрен ҡайтарғандан һәм Рус дәүләте менән берләшкәндән һуң, башҡорттар, Аҡ батшаға барып, үҙҙәренең тәбиғи байлыҡтарын барлағанда: “Имеем места для зимовья, имеем места для кочевки... есть беркуты с гнездами...” – тип һунар ҡоштарын да телгә алып китә.
Ҡош сөйөүҙең (соколиная охота) киң таралған осоро татар-монгол яуынан алып XIX быуат уртаһына тиклемге араға тура килә. Ҡош һунары менән шөғөлләнгән башҡорттар йыртҡыс ҡоштарҙы эйәләштереүҙә, өйрәтеүҙә һәм улар менән һунар итеүҙә ҙур тәжрибә туплай. Ошо үҙенсәлекте күп кенә Рәсәй тикшеренеүсе-ғалимдары билдәләй. Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, башҡорт ерҙәренә күпләп урыҫ, татар, сыуаш, мари, мордва, удмурт крәҫтиәндәре күсеп килә. Күсеп килгән халыҡ йоғонтоһонда башҡорттар ҙа ер эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнә башлай, шул уҡ ваҡытта килмешәк крәҫтиәндәр ҙә башҡорттарҙың йәшәү рәүешенә иғтибар итә, бәғзеләрен үҙләштерә. Кемдәрелер, башҡорттар кеүек үк, йыртҡыс ҡоштар менән ҡырағай йәнлектәргә һунар итә башлай. Ә һунарсы ҡоштар менән уларҙы башҡорттар тәьмин итеп тора.
Күп сығанаҡтарҙа ҡош сөйөү таралған биләмә дала менән генә сикләнә, ләкин XVIII быуатҡа тиклем ҡош һунарының таралыу ареалы киңерәк булған. Быны, халыҡ ижады ҡомартҡылары менән бер рәттән, ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең хеҙмәттәре дәлилләй. Ғөмүмән алғанда, был һунар төрө башҡортта күп тармаҡлы кәсепселекте тәшкил итә. Берәүҙәр йыртҡыс ҡош ояларын эҙләһә, икенселәр уларҙы аулау менән мәшғүл була, өсөнсөләр ҡошсоҡтарҙы ҡулға эйәләтә, дүртенселәр уларҙы һунарға өйрәтә, бишенселәр иһә баҙарға сығарып, һунарсы ҡоштар менән сауҙа итә. Һунар менән шөғөлләнеүселәр ҙә күп була.
Һунар өсөн бөркөт, ыласын, ҡарсыға ҡулланыла. Өйрәктәрҙе аулау өсөн һаҙ көйгәнәген ҡулланыу тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Бөркөттәр менән һунар артыҡ таралмай. Оло быуын кешеләре әйтеүенсә, әгәр бөркөт бүренең моронон тырнаҡтары менән ҡармап өлгөрмәһә, үҙе бүренең ҡорбанына әйләнә йәки ҡаты яралана. Шуның өсөн дә башҡорттар был ҡошто ҡулға эйәләштергәндән һуң, ҡаҙаҡтарға, төркмәндәргә һата, ә үҙҙәре ыласын менән ҡарсығаларҙы хуп күрә. Һуңғы быуаттарҙа башҡорттар ҡош сөйөү менән күп осраҡта күңел асыу өсөн генә шөғөлләнә башлай, ә көндәлек тормошта һунарҙың был төрөн артыҡ ҡулланып бармайҙар. Хужалыҡ төрҙәре һәм тәбиғәт шарттары үҙгәргән һайын, ыласын һунары яйлап һүнә башлай. Ер эшкәртеү, иген, йәшелсә культуралары сәсеү менән шөғөлләнеү башҡорттарҙың йәшәү рәүешен нигеҙенән үҙгәртә. Әгәр быға тиклем башҡорттар йәйҙәрен йәйләүҙәрҙә үткәрһә, әкренләп был ғәҙәттәренән йыраҡлаша баралар. Ә бит ҡош сөйөү тап йәйләүҙәрҙә йәшәгән халыҡҡа хас була. Ер эшкәртеү кешеләрҙең күп ваҡытын ала, шул сәбәпле һунарсылыҡ юҡҡа сыға бара һәм йыртҡыс ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләштереү менән батрактар ғына шөғөлләнеүен билдәләй ҡайһы бер ғалимдар.
Был һунар төрөнөң яйлап юҡҡа сыға барыуының икенсе сәбәбе – Башҡортостанды колониялаштырыу шарттарында урман майҙандарының кәмеүе. Урмандарҙың кәмеүе күпләп ҡырағай йәнлектәрҙең дә юҡҡа сығыуына килтерә. Ҡош сөйөүҙең юғалыуында кеше факторы ла һуңғы роль уйнамай. Ғәҙәттә, йәрминкәләрҙә бөркөттәргә һәм ыласындарға ҙур хаҡ ҡуйыла. Шул сәбәпле уларҙы табыу, өйрәтеү, эйәләштереү кәсебе киңәйә башлай. Алдан билдәләнеүенсә, хәҙер инде башҡорттар ғына түгел, был төбәктә йәшәгән башҡа милләттәр ҙә бының менән ныҡлап шөғөлләнә, экологик проблема килеп тыуа. Ҡоштарҙы эйәләштереү менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа нәҫелде дауам иттереү өсөн ояларҙа себеш ҡалдырыу тәртибе ныҡлы күҙәтелһә, хәҙер инде ҡомһоҙ кәсепселәр был тәртипте күҙәтмәй һәм оялағы бөтә бәпкәләрҙе лә алып китеү күренеше киң тарала. Был да һунар ҡоштарының кәмеүенә килтерә. Күпмелер ваҡыттан был боронғо һунар төрө йәйләүгә сыҡҡан башҡорттар араһында ғына һаҡланып ҡала. Ыласын-бөркөттәр менән бергә ҡош сөйөү ҙә, ҡоштарҙы өйрәтеү, эйәләштереү оҫталығы ла юҡҡа сыға.
Йыртҡыс ҡоштар менән һунар итеүҙе яҡшыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн В. Зефировтың яҙғандарына мөрәжәғәт итәйек. “Соколиная охота в Башкирии” тигән хеҙмәтендә ул башҡорт старшинаһы саҡырыуы буйынса ҡош сөйөүҙә ҡатнашыуы хаҡында бәйән итә. Һунар ваҡытында Зефиров старшина һәм уның улдары менән бергә бик күп өйрәк һәм ҡыр ҡаҙҙары йөҙөп йөрөгән күл буйына килә. Старшина мылтыҡтарҙан атырға бойороҡ бирә, ҡурҡыныс тауышҡа бар ҡыр ҡоштары бер юлы күлдән күтәрелә. Ошоно ғына көткән һунарсылар үҙҙәренең төп ҡоралдарын эшкә йәлеп итә. “Ҡапыл дүрт ыласын һәм бөркөт... ҡурҡҡан өйөргә үлемесле уҡтай ташланды. Ыласындарҙың етеҙлеге һәм көсө мине һоҡландырҙы һәм шатландырҙы, ләкин бөркөт, был ҡанатлы бүре, үҙ хәрәкәттәрендә үтә уҫал ине... ул осоп барған килеш бер ҡаҙҙы ботарлағандан һуң, шунда уҡ икенсеһенә, өсөнсөһөнә, дүртенсеһенә йәбеште. Ыласындар төрлө яҡҡа таралған ҡоштар көтөүенә баш була алмауын күргәс, ул йәшен тиҙлегендә алыш яланын урап сыҡты, ҡоштарҙы ҡабаттан бер көтөүгә өйҙө һәм үҙенең ҡанһыҙ ләззәтләнеүен дауам итте; ҡорбандарын ҡанаттары менән һуғып төшөрҙө, тырнаҡтары менән өҙгөләне. Бер сәғәт тирәһе ваҡыттан эш бөткәйне инде. Һуңғы ҡорбан менән ыласындар ергә төштө, әммә бөркөт һаман да күкте байҡай ине әле...”
Был өҙөктә йыртҡыс ҡоштар менән һунарҙың башҡорттар өсөн классик варианты һүрәтләнә. Ниңәлер ҡош сөйөү күп халыҡтарҙа таралған булһа ла, уның нисек итеп атҡарылыуы ентекләп бер ҡайҙа ла яҙылмаған. Зефировтың хеҙмәте был йәһәттән оло ҡиммәткә эйә. Ошо өҙөктә беҙ һәр ҡанатлы йыртҡыстың һунарҙағы “вазифаһы” һәм ҡорбанына ҡарата ниндәй ысул ҡулланыуын күрәбеҙ.
Һунарҙа бер юлы төрлө төрҙәргә ҡараған ҡоштар ҡатнашыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Ҡоштар хаҡында белеме булған кешеләр белә, ыласындар менән бөркөттәр ирекле тормошта дошманлашып йәшәй. Ләкин башҡорттар уларҙы шул тиклем өйрәтә, ҡанатлы йыртҡыстар төрлө төргә ҡарауҙарына ҡарамаҫтан, бергәләп, комплекслы һунар итә. Ике тәбиғи конкурентты бер маҡсатҡа йүнәлтеү һәм бер йүнәлештә тәрбиәләү йәнә бер тапҡыр башҡорттарҙың яҡшы ҡош өйрәтеүсе булыуын дәлилләй.
Башҡорттар шулай уҡ һунарҙа ҡарсығаны ла күп файҙаланған. Был ҙур булмаған ҡош башҡа ҡанатлы йыртҡыстарға ҡарағанда тиҙерәк өйрәтелә, хужаһына тиҙ эйәләшә. Ҡарсыға үҙенән ҙурыраҡ булған йәнлектәргә, ҡоштарға ҡурҡмайынса йәбешә. Кешенән дә ҡурҡмай. Ҡорбанын ҡыуып та, ыласындар кеүек бейеккә күтәрелеп тә тота. Шулай уҡ түҙемле ҡош: махсус урынға йәшенеп, ҡорбанын сәғәттәр буйы көтә ала.
Ҙурыраҡ йәштә ҡулға эйәләштерелгән йыртҡыс ҡоштар яҡшыраҡ һунарсылар тип һаналған, шуға күрә лә уларҙы бер аҙ үҫкәс, иркенлектә йәшәп, яҡшы һунар ҡошона әйләнгәс кенә тотоп, йорт һунарсыһы эшләгәндәр. Бында ла төрлө алымдар ҡулланылған.
Бөркөттө ҡырағай йыртҡыстан һунар ҡоралына әйләндереү – күп тәжрибә, уны эйәләштереү ысулдарын, ҡош биологияһын белеүҙе талап иткән оҙайлы һәм ҡыйын процесс. Иң башта һунарсы ҡош балалары булған ояны эҙләп таба. Бөркөттәр һәр саҡ бер урында, башлыса урман ситендә, бейек ҡаяларҙа оялай. Оя ағас башына кейҙерелгән ҡалпаҡты хәтерләтә. Ҡошто аулағанда башҡорттар ҡоштоң ошо үҙенсәлеген файҙаланғандар ҙа инде. Етмәһә, ҡанатлы йыртҡыстар оялары тирәләй осоп йөрөүсән. Ҡош аулаусылар бөркөттәр күп осҡан урынды алдан уҡ билдәләп ҡуйып, уларҙың оя ҡороп, йомортҡа һалыуын көткән.
Ҡош балаларын ояларынан төндә алғандар. Әгәр ҙә оялар ҡаяларҙа урынлашҡан булһа, кеше уларға бер-береһенә ныҡ итеп бәйләнгән арҡандар ярҙамында төшкән. Бының менән ҡаяға үрләүселәр (скалолаздар) шөғөлләнгән. Бөркөттәрҙе, шулай уҡ ыласындарҙы ояларынан алыу айырым оҫталыҡ талап иткән һөнәр булған. Бөркөттәр ояһын башлыса бейек ҡаяларҙың текә битләүҙәрендә, йылға үҙәндәрендә, кеше лә, йыртҡыстар ҙа бара алмаған урында ҡора. Өс-дүрт кеше тау башында оя тәңгәлләп ике йыуан, ҙур булмаған ҡаҙыҡ ҡаға. Уларҙың береһенә тәүге бауҙы бәйләйҙәр, икенсеһенә осона ултырғыс эшләп ҡалдырылған икенсе бауҙы урайҙар.
Ҡош аласаҡ кеше битен һәм яурындарын ҡалын үгеҙ тиреһе менән ҡаплап, кәрзин алып, ошо бауҙағы ултырғысҡа ултыра. Башҡалар бауҙы яйлап төшөрә. Оя янына еткәс, теге кеше өҫтәге юлдаштарына тауыш бирә һәм ипләп кенә ҡош балаларын ала. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта уға ыласындар йә бөркөттәр һөжүм итә башлай. Уларҙың тырнаҡтары шул тиклем осло, көслө була, хатта кеше өҫтөндәге үгеҙ тиреһен дә йырта, ҡош алыусыны яралай. Лепехин үҙ яҙмаларында был процесс хаҡында: “Ҡыйыу башҡорттар ... үҙҙәренең ҡулдарын, аяҡтарын һындыра, бәғзе берәүҙәре үлә”, – тип яҙа. Ҡоштарҙы алыуҙың ошо алымы башҡорт риүәйәттәрендә лә бәйән ителә.
Оло ҡоштарҙы ла, уларҙың йәштәрен дә башҡорттар яҙын тота. Ауланған бөркөттөң сирағына бер аршын оҙонлоғонда ҡайыш бәйләйҙәр. Ҡайыштың икенсе осо элмәк менән бөтә. Элмәккә ҡошто тотор өсөн оҙон нәҙек, әммә ныҡ ҡыл бау кейҙерелә. Һунарсы оянан алынған себештәрҙе, бер нәмә лә ашатмайынса, күпмелер ваҡыт ситлектә тота. Ҡырағай ҡоштарға бер нисә көндән һуң ғына ҡош ите ашата башлайҙар.
Йәш бөркөттө ҡулға өйрәтер өсөн һунарсы уны көн буйы башынан, муйынынан һыйпап, үҙе менән йөрөтә. Бөркөт балаһы ике килограмдан да кәм тартмай, тимәк, уны көн буйы ҡулда йөрөтөү еңел булмай, шуға күрә һунарсы арығас та ҡошто бәүелсәккә ултырта. Бәүелсәк сәңгелдәп, ҡошҡа йоҡларға ирек бирмәй. Йоҡоһо туймаған һәм ас ҡош хужаһын яҡшыраҡ тыңлай.
Ҡош ҡулға бер аҙ өйрәнгәс, уны һунарға ылыҡтыра башлағандар. Бының өсөн һунарсы ҡошто таяҡҡа ҡуя ла үҙе өс-дүрт аҙымға алға китә. Бер нисә тапҡыр һыҙғырып, ул бөркөткә ит киҫәге күрһәтә. Ас ҡош шунда уҡ хужаһының һуҙылған ҡулына осоп килә лә ит киҫәген ала. Йыш ҡына беренсе тапҡырҙан был килеп сыҡмаған, ләкин ҡоштоң янына ит алып барып биреү тыйылған, сөнки ул саҡта йыртҡыс ҡош бер ҡасан да һунарға өйрәнмәйәсәген оҫталар яҡшы аңлаған.
Өйрәтеүҙең башланғыс этабы үткәс, һунарсы яйлап үҙе менән ҡош араһындағы араны алыҫлаштырған. Хәҙер инде эйәләштереү эше йорт ихатаһында барған, ҡошто кәртәнең бер һайғауына ултыртҡандар. Был эште һунарсы ҡош уның һыҙғырыуына күнеп, беренсе сигнал буйынса үҙенең ҡулына килгәнсе бик күп тапҡырҙар эшләгән.
Һунарсы ҡошҡа биреләсәк сей итте майҙан һәм һеңерҙән таҙартҡан, һыуыҡ һыуҙа сылатҡан. Яйлап уның көндәлек ашау нормаһын кәметә барғандар, ул ябыҡһын өсөн ашатыуҙы өс тапҡырҙан ике тапҡырға ҡалдырғандар. Был йыртҡыс ауырлығын юғалтҡанға ҡәҙәр дауам иткән. Әгәр ул һимерә башлаһа, майһыҙ иткә күскәндәр. Ныҡ ябыҡһа, уны ҡырағай йәнлек, ҡош, бәләкәй хайуандарҙың ите менән туҡландырғандар.
Башҡорттарҙың бөркөт менән һунар итеү өсөн мөмкинлектәре булһа ла, һунарҙың был төрө таралып китмәй. Башҡорттар өсөн бөркөттәрҙе йәрминкәләрҙә һатыу иҡтисади яҡтан күпкә килемлерәк була. Өйрәтелгән ҡоштарҙы икмәккә алыштырған осраҡтар әҙ булмай. Мәҫәлән, сауҙагәрҙәр ике бөркөт өсөн ике йөк бойҙай бирәләр. Бер бот арыш оно баҙарҙа 15 тин тороуын иҫәпкә алғанда, ҡош өйрәтеүсе бер ҡоштан 20 һум аҡса эшләй. Был бер центнер икмәк хаҡынан ҡиммәтерәк була. Бер ҡош хаҡына 80 бот бойҙай оно алырға була. Бына ни өсөн һунарға өйрәтелгән йыртҡыс ҡоштар, иң тәүҙә бөркөттәр, башҡорттарҙың башҡа халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәрендә мөһим урынды алып тора. П. Небольсин исемле кеше: “Урмандарҙа йәшәгән башҡорттар, бөркөт һәм ыласындарҙы тотоп, уларҙы һунарға өйрәтеп, беҙҙең таможняны үткән бай ҡырғыҙҙарға һәм Урта Азия сауҙагәрҙәренә һата”, – тип яҙа.
Башҡорттар үҙ тауарҙары менән Ҡаҙағстан, Урта Азия далаларына ла йөрөй. Рәсәй һәм ҡаҙаҡ тарихи сығанаҡтарында ошоға дәлилдәр табабыҙ. Мәҫәлән, ҡырағай ҡоштарҙы эйәләштереүсе һәм өйрәтеүсе тигән дан алған Үҫәргән башҡорто, данлыҡлы Мәмбәттең улы Мөхәмәтшәриф бөркөттәре менән далаларға барып һатыу иткән. Ғөмүмән, өйрәтелгән Урал бөркөттәре Ҡаҙағстан менән Урта Азиянан тыш, Көнбайыш һәм Көньяҡ Себер халыҡтарында, Ҡытайҙа, Монголияла, Үҙәк Азияла ла “һунар итә”.
Шулай итеп, ҡош һатыу кәсебе үҫеүе арҡаһында башҡа тармаҡтар ҙа үҫешә. Бигерәк тә боронғо кәсептәр тергеҙелә. Бынан тыш, ҡош кәсепселеге иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә лә үҙ ролен индерә, бигерәк тә ауыл кешеләренә ярҙам була был, ләкин бөркөттәр һаны ла кәмей башлай, ә ҡоштарҙың хаҡы арта. Бер аҙҙан был кәсеп төрө тарихта ғына тороп ҡала.
Ҡош сөйөү – башҡорттарҙың боронғо шөғөлө. Был турала кәмендә ике факт һөйләй. Беренсенән, ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарында һаҡланған боронғо ғөрөф-ғәҙәт – кәләш алырға тейешле егеттең, өйләнер алдынан, ҡырағай ҡошто эйәләштереп, уны һунарға өйрәтергә тейешлегенән ғибәрәт йола. Икенсенән, халыҡтағы ҡош, бигерәк тә бөркөт культы, башҡорт телендә ҡош сөйөүгә һәм ҡырағай ҡоштарға бәйле терминдарҙың, шулай уҡ топонимик исемдәрҙең күп кенә булыуы.