Республикала үҙ һөнәренә тоғро ҡараған, яҡшы күрһәткестәргә, һөҙөмтәләргә ирешкән, тыуған иленә намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләргә ҙур иғтибар бүленә. Яңыраҡ Хөкүмәт йортонда 52 хеҙмәт алдынғыһына республика наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылыуы ошо хаҡта һөйләй.Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный, бүләкләнеүселәрҙе республика Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән тәбрикләп, намыҫлы хеҙмәттәре һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Дәүләт наградаларын алыусылар араһында мәғариф, тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре, иретеп йәбештереүсе, электрослесарь, водитель, табип, журналист кеүек һөнәр эйәләре, сәнәғәт, иҡтисад тармағы вәкилдәре бар.
Бөрйән районы электр селтәрҙәренең баш инженеры Азамат Ишбулатовҡа, мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исем тапшырылды.
– Был тармаҡта 23 йыл эшләйем. Әлбиттә, маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуыма ҡыуаныс кисерәм. Хеҙмәтебеҙҙе ҙурлағандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт. Бөрйән районының тәбиғәте үҙенсәлекле һәм ҡырыҫ. Шуға ла электр селтәрҙәрендә өҙөклөктәр булмаһын өсөн һәр саҡ сафта булырға кәрәк. Хеҙмәтенә намыҫлы ҡараған егеттәргә рәхмәт. Предприяте уңышлы эшләһен өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған, – ти Азамат Ғәлимйән улы.