Тыуған илдән ниңә китәбеҙ?19.01.2018
Айгөл быйыл ғына Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетының инглиз бүлеген тамамланы. Әйткәндәй, баш ҡаланың 20-се башҡорт гимназияһында белем алғайны. Бынан алда Ҡытайға барып, бер аҙ ҡытай телен өйрәнгән ҡыҙ, ҡулына диплом алғас, Өфөлә эш эҙләмәне түгел, эҙләне. Бәғзе берәүҙәрендә тәжрибә талап итәләр, икенсе урындарға әлеге лә баяғы әшнәлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡһыҙ яҡын барырлыҡ түгел. Ә бөгөндән эшкә ҡабул итергә теләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡын телгә алыуы ла көлкө. Тырыш, белемле ҡыҙ аптырап ҡалманы — тәүәккәлләне лә Ҡытайға китте. Бында уны ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар.
Фатир әҙер. Уны ойошма үҙе түләй. Йәш белгес балалар баҡсаһында, урта мәктәптә ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы инглиз теленән уҡыта. Шуныһы үҙенсәлекле — беҙҙәге һымаҡ төрлө ҡағыҙҙар тултырыу, ҡайҙалыр отчеттар ебәреү кеүек бушҡа көс-хәлде алған мәшәҡәттәр юҡ икән унда. “Бында оҡшай, эш хаҡын да яҡшы түләйҙәр”, — ти уңған ҡыҙ.
Эйе, бөгөн милләттәштәребеҙҙең сит илдәргә китеп уңышлы эшкә урынлашыуы һирәк күренеш түгел. Йыш ҡына “Алтын-көмөш сыҡҡан ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы” йәки “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул” тип әйтергә яратһаҡ та, ситкә киткән таныштарымдың береһе лә тыуған еренән алыҫта йөрөүенә үкенмәй. Кире ҡайтҡандары ла сит илде юҡһынып бер була.
— Унда кешесә мөнәсәбәт, лайыҡлы эш хаҡы. Беҙҙә халыҡ бер-береһенә ныҡ асыулы. Юҡҡа ғына әрләшергә әҙер торалар, — ти улар.
Эйе, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән йәштәрҙең күпләп ситкә китеүе күҙәтелә. Уларҙың күбеһе дәүләт иҫәбенә белем алған. Ете ят ерҙә һине берәү ҙә көтөп тормай тип ҡабатларға яратһаҡ та, белемле, аҡыллы йәштәребеҙҙе ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Нимә генә тимә, көслө, дәртле ҡыҙҙар һәм егеттәр Ер шарының барлыҡ төбәктәрендә үҙҙәренең кәрәкле кеше булыуына инана. Шул уҡ ваҡытта дәүләтебеҙ уларҙы анһат ҡына ситкә оҙата. Хеҙмәт урындары, лайыҡлы эш хаҡы булһа, үҙенең үҫәсәген тойомлаған йәш белгес туғандарынан, үҫкән еренән ситкә китергә атлығып торор инеме икән?
Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, һуңғы биш йылда Рәсәйҙән китеүселәр һаны һиҙелерлек артҡан. Былтыр ғына 500-600 мең самаһы кеше башлыса Көнбайышҡа юлланған. Бында, әлбиттә, яңы гражданлыҡ алған, рәсми булмаған мигранттар һәм ике илдә лә йәшәүселәр иҫәпкә алынмаған. Бер ҡараһаң, һандар әллә ниндәй ҡурҡыныс та түгел кеүек. Әммә, белгестәр фекеренсә, илебеҙ демографик, шулай уҡ социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль капитал йәһәтенән етди юғалтыу кисерә, сөнки ситкә өлкәндәр түгел, ә белемле, профессиональ йәһәттән көслөләр китә. Мәҫәлән, Рәсәй халҡының юғары белемле өлөшө 13 процент тәшкил итһә, сит илгә киткәндәр араһында был нисбәт 30 процент тура килә.
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы сирек быуатта 4,5 миллион кеше Тыуған иле менән һаубуллашҡан. Әммә икенселәр ысынбарлыҡтағы һан бынан өс-дүрт тапҡырға күберәк тигән ҡарашта. Эксперттар беҙҙең ил өсөн эмиграция хәүефле төҫ ала тип билдәләй. Тағы шуныһы үҙенсәлекле — 1997 йылдарҙа Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан китеүселәр өлөшө 40 процентҡа етһә, һуңғы осорҙа был ҡалаларҙан ситкә юлланыусылар дүрт тапҡырға кәмегән. Йәштәр башлыса АҠШ-ҡа, Канадаға, Германияға, Израилгә ағыла.