Һөйләшеү әҙәбе19.01.2018
Көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән кеҫә телефонын ҡулланыуҙың әхлаҡи нормалары бар, уларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек.
* Мохтажлыҡ юҡ көйө кемгәлер шылтыратып, буш һүҙ менән булыу, файҙаһыҙ һөйләшеү алып барыу, оҙон-оҙаҡ мәғәнәһеҙ шаяртыу һ.б. әҙәп ҡағиҙәләренә һыймай.
* Телефон аша һөйләшеүҙең үҙ ваҡыты бар: иртәнге намаҙға тиклем, төшкө ял мәлендә, төн төшкәс шылтыратыу тыйыла (ҙур сәбәп тыуған осраҡтарҙан тыш).
* Оҙаҡ һөйләшеү килешмәй: әңгәмәсегеҙҙең ваҡыты тар булыуы, ҡайҙалыр ҡабаланыуы, башҡа берәйһенән шылтыратыу көтөүе һ.б. ихтимал.
* Кемгәлер йә ниндәйҙер ойошмаға тәүге тапҡыр шылтыратаһығыҙ икән, иң беренсе үҙегеҙ менән таныштырыу мөһим. Һөйләшеүҙе һәр ваҡыт хушлашыу һүҙе әйтеп тамамлау зарур.
* Бәғзе берәү телефон аша кем менәндер һөйләшә икән, тыңлап тороу – әҙәпһеҙлек. Был хаҡта Әл-Бохариҙың хәҙисендә лә әйтелә. “Икәү һөйләшеп, өсөнсө уларҙы аҫтыртын рәүештә тыңлап тора икән, ҡиәмәт көнөндә уның ҡолаҡ­тарына ҡыҙған ҡурғаш тултырылыр”, – тиелә унда.


Вернуться назад