Яңылыҡтар көтәбеҙ!02.12.2011
Тормош ҡатмарлы, тип зарланырға яратабыҙ: ҡиммәттәр, ҡанундар, ҡағиҙәләр үҙгәрә, йәшәйешебеҙ йүнәлеше төрлө юҫыҡтарҙы юллай. Хәл итәһе проблемалар, сисәһе мәсьәләләр күп, күңелде күтәргән, ҡанат ҡуйған, рухиәтебеҙҙе байытҡан шатлыҡлы ваҡиғалар ҙа етерлек.
Асылда иһә йәшәйешебеҙҙең йәме, көнитмешебеҙҙең нигеҙе тап шул ғәмәлдәрҙән – йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙән тора бит ул! Беҙ иһә, республиканың иң абруйлы гәзиттәренең береһен баҫмаға әҙерләп сығарыусылар, көндәлек яңылыҡтарҙан ситтә ҡалмаҫҡа, ваҡиғаларҙы ваҡытында яҡтыртып барырға, уҡыусыларға еткереп торорға тырышабыҙ. Хәйер, һеҙҙең арала ла тормош күренештәренә битараф булмаған, ҡыҙыҡһыныусан шәхестәр барҙыр, моғайын. "Башҡортостан" гәзите улар менән хеҙмәттәшлеккә әҙер: һеҙҙән хаттар, (347) 272-86-29 телефоны буйынса шылтыратыуҙар көтәбеҙ, [email protected] электрон адресына ла яҙа алаһығыҙ. Әйтергә теләгән һүҙегеҙ, яңылыҡтарығыҙ булһа, был мөмкинлектән ситтә ҡалмағыҙ, яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, гәзитте баҫмаға әҙерләү кеүек ҡыҙыҡлы һәм яуаплы эштә ҡатнашығыҙ! Һүҙ көсөн баһалауҙан ҡурҡмағыҙ: заман заңы ҡыйыуҙарҙы, фекерлеләрҙе ярата.
МӨХӘРРИРИӘТ.


Вернуться назад