Сауҙа ҡағиҙәләре19.01.2018
Сауҙа бөгөнгө йәмғиәттә, шул иҫәптән мосолман донъяһында ҙур урын биләй. Уның да үҙ әҙәп нормалары бар.
* Хаҡ юлдан тайпылмайынса сауҙа итеп, ғаиләңде яҡшы йәшәтәһең икән, был эшкә Аллаһ Тәғәлә ҙур бәрәкәт бирә.
* Сауҙа – ауыр хеҙмәт төрө. “Ҡыйынлыҡ аша үҙең тапҡан ризыҡ – иң яҡшыһы”, – тиелә Әл-Бохариҙың бер хәҙисендә.
* “Урмандан ҡоро ағас йыйып һатып булһа ла ашарыңа аҡса тап. Башҡаларға ҡул һоноп, һоранып йөрөмә”, – тип өйрәтә хәҙис.
* Әгәр ҙә ки тәҡдим иткән тауарыңдың етешһеҙлеге бар икән, быны йәшерергә ярамай. “Алдаған кеше беҙҙең өммәттән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
* Үлсәү дөрөҫ эшләргә тейеш. Кире осраҡта сауҙагәр ҙур гонаһ алыр.
* Һатып алыусыға тауарҙың яҡшы яҡтарын әйтергә кәрәк, әммә ныҡ маҡтау тыйыла. Айырыуса ялған вәғәҙә бирергә ярамай. Хәҙистә әйтелгәнсә, “Тауарҙы үткәреү өсөн алдайһың икән, уңыш ҡасыр”.
* Иртә менән эшкә тотоноу, Аллаһты иҫтән сығармау, йыл да зәҡәт түләүҙе ҡағиҙә итеп алыу – сауҙала бәрәкәткә юл.


Вернуться назад