Никахты яңыртыу кәрәкме?19.01.2018
– Атай-әсәйҙәребеҙ етешһеҙерәк йәшәгән саҡта өйләнешкәйнек. Никахыбыҙ ҙа, туйыбыҙ ҙа мөмкинлеккә күрә ябай ғына үтте. Шуға күрәме икән, өйләнешеүебеҙгә ун йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, бер ҙә мандып йәшәп китә алмайбыҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәтебеҙ ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша. Яңынан никах уҡытһаҡ, тормошобоҙ йәнләнмәҫме икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
В. Ю.
Күмертау ҡалаһы.


Башҡортостан мосолманда­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ҡыҙыҡ бәғзеләр: уларҙың уңышһыҙлыҡтарында мотлаҡ кемдер йә ниҙер ғәйепле, тик үҙҙәре генә түгел. Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙҙең фекере лә – быға дәлил. Мандып йәшәп китә алмауҙың сәбәбен, бәлки, үҙегеҙҙән эҙләргә кәрәктер? Һәр атай-әсәй балаһына мөмкинлегенә ҡарап никах, туй үткәрә. Шуға был сараларҙың кимәле төрлө булыуы ғәжәп түгел. Иң мөһиме – барыһының да ихлас күңелдән үткәрелеүе, йәштәрҙең дә, ата-әсәнең дә ризалығы. Мәғлүм ки, бер кемде лә көсләп өйләндермәйҙәр. Был ҡанун – Исламдың да нигеҙе. Никах уҡыған саҡта мулла йәштәрҙең өйләнешергә ризалығын юҡҡа ғына һорамай. Тимәк, һәр кем ғаилә тормошона үҙ теләге менән аяҡ баҫа.
“Никахыбыҙ, туйыбыҙ ябай үткәнгә, һаман мандый алмайбыҙмы икән?” – ти ҡәрҙәшебеҙ. Тирә-йүнгә күҙ һалығыҙ. Бәғзе туйҙар ҡайһылай сағыу, гөрләп үтә! Шул уҡ ваҡытта ошо парҙарҙың оҙаҡламай айырылышып ҡуйыуына ла шаһитбыҙ. Улар был уңышһыҙлыҡ сәбәбен ниҙә күрә икән? Ата-әсәһенең етеш йәшәүендәме?
Ғөмүмән, барыһы ла мөнәсәбәттәрҙең ихласлығына, ир менән ҡатындың бер-береһенә ҡарата ихтирам-хөрмәтенә, мөхәббәтенә бәйле. Һөйөү – Аллаһ Тәғәләнең оло ниғмәте. Ул – Раббыбыҙҙың барлығына һәм берлегенә дәлил. Ошо мөхәббәткә ярашлы ғаилә ҡорола. Ике аралағы мөнәсәбәт ныҡлы икән, уға Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен бирә. Кире осраҡта, тимәк, ғәйепте үҙеңдән эҙләп, яңылышлыҡтарҙы төҙәтергә тырышырға, араға яңынан “ҡуҙ” һалырға кәрәк.
Эйе, һуңғы йылдарҙа никахты яңыртыу ғәҙәткә инеп китте. Был ғөрөф-ғәҙәттең асылы Исламға тап килмәй. Никах ваҡытлыса түгел, мәңгелеккә уҡыла бит. Унда биргән вәғәҙәгә тоғро ҡалып йәшәү хаҡ булыр, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ә мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығы, мәғлүм ки, бер-береңә ҡарата иғтибарҙан, ихтирамдан ғибәрәт. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, тормош алға барыр, башҡарған ғәмәлдәр татлы емешен бирер. Әгәр ҙә инде ир менән ҡатын араһында һалҡынлыҡ барлыҡҡа килеп, береһе лә уны төҙәтергә тырышмаһа, өҫтәүенә кемдәндер, нимәнәндер ғәйеп эҙләһә, йорт усағының быҫҡып һүнә башлауы, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмауы ихтимал. Ошондай хәлгә төшмәҫ өсөн тәү сиратта халҡыбыҙҙың “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тигән мәҡәлен иҫтән сығармайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Усаҡ утын өҫтәүҙән дөрләп янған кеүек, тормош яғымлы ҡараштан, татлы һүҙҙән, йылы мөнәсәбәттән яҡтыра. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә: “Яҡын күргән, яратҡан кешеләрегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән бит. Тормоштоң алға барыуы тап ошондай мөнәсәбәттән ғибәрәт, ә яңынан никах уҡытыуҙан түгел.
Бер-беребеҙгә күркәм тойғоларыбыҙҙы еткереп, аңлашып, ярҙам итешеп, ҡыуаныс-шатлыҡты уртаҡ итеп, ҡайғы килһә, бергә күтәреп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Балаларыбыҙҙы илдең, телдең, милләттең киләсәген хәстәрләй алырлыҡ, үҙебеҙ өлгөрмәгән эштәргә тотонорлоҡ, ҡаҙаныштарҙы дауам итерлек иманлы кешеләр итеп үҫтерәйек. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә бер никахта йәшәп, уның бәрәкәтендә игелекле быуын тәрбиәләргә, бәхет-сәғәҙәттә ғүмер итергә, күркәм мөнәсәбәттәрҙе һүндермәй һаҡларға насип ҡылһын. Атай-әсәйҙәребеҙ фатиха биргән юлды ҡулға-ҡул тотоношоп дауам итәйек. Был – Раббыбыҙҙың ҡушҡанына, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең сөннәтенә тоғролоҡ билдәһе. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад