Ҡотлайбыҙ!19.01.2018
Бер туған өлкән апайым Ғәйшә Латипова-Сиражетдинованың һәм еҙнәм Рәшит Сиражетдиновтың кесе улы, тимәк, минең ҡустым Камил Сиражетдиновҡа 55 йәш тула. Ул – баш ҡалабыҙҙың танылған ортопед-стоматологтарының береһе. Үҙенең изге һөнәри эшен шәхси поликлиникаһында алып бара.
Күркәм юбилейы менән ҡотлап, уға ошо шиғырымды бүләк итәм.
Кисәгеләй хәтеремдә ҡалған
Һәр бер мәле исем туйыңдың.
Һиңә ул көн атаң-әсәң тапҡан
Бер бик матур исем ҡушылды,
Бик тә Камил исем ҡуйылды.
Һүрәт төшөргәнгә бала саҡта
Бар күңелең биреп, тырышып,
Рәссам сығыр, бәлки, тип уйланыҡ...
Әммә алдан буламы ни белеп
Килер яҙмышыңды тормошта.
Һөнәр һайлағанда күрһәттең һин
Тәүәккәллек һәм дә батырлыҡ.
Хоҙай һиңә үҙе бүләк иткән
Өләшергә барлыҡ кешеләргә
Рәссамлығың аша матурлыҡ!
Хеҙмәтеңдә — эшҡыуарлыҡ сәме,
Сифат һәм теүәллек өлгөһө.
Исемеңә есемең тура килгән,
Шуға күрә уңыш юлдаш һиңә
Былар бары ла — бәхет билгеһе!
Туғандарға үрнәк күрһәтәһең
Бик күп камил эштәр башҡарып,
Ағайҙарыңдан да уҙҙырып.
Мансур* улың үҫте — ҙур ярҙамсың,
Балҡый өс йондоҙоң — ҡыҙҙарың.
“Ике бишле — ир уртаһы”, тиҙәр,
Ә Иншаллаһ тиеп доға ҡылһаҡ,
Алда башланмаған ғүмер бар,
Ике иллене лә тултырырға
Артылаһы бик күп үрҙәр бар!
Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.
_____________________
*Мансур ғәрәпсә ярҙамсы тигәнде аңлата.