Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!17.01.2018
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә баш ҡала мәғариф системаһының былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Кәңәшмәне асып, Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов мәктәпкәсә белем биреү эшмәкәрлегенә, белем сифатын күтәреүгә, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға тейешле иғтибар бирелеүен билдәләне.
Былтыр баш ҡалала мәктәптәр төҙөү һәм төҙөкләндереү буйынса ла ҙур ғына эштәр башҡарылған. Колгуев, Дим биҫтәләрендә, Нуғай ауылында заманса белем усаҡтары сафҡа ингән.
Ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова йыл йомғаҡтары менән аныҡ һандар һәм миҫалдар ярҙамында таныштырҙы. Хәҙерге көндә мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 252 балалар баҡсаһы, шул иҫәптән туғыҙ мәғариф үҙәгендәге 46 мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмө инә.
Өфөлә 128 дөйөм белем биреү учреждениеһы бар, шуларҙың 20-һе ЮНЕСКО ассоциацияһы мәктәптәренә ҡарай. Мәктәптәрҙә йәмғеһе 113 мең бала уҡый.
Бөгөн уҡытыуҙы бер сменаға күсереү буйынса эш алып барыла. 2020 йылға мәктәп йәшендәге балаларҙың 17 меңгәсә күбәйеүе күҙаллана, шулай булыуға ҡарамаҫтан, был мәсьәлә планға ярашлы хәл ителәсәк.