Автомобилгә иҫерек килеш идара иткән әҙәмдәрҙең юлда ҡот осҡос фажиғәләр яһауын әленән-әле ишетеп һәм күреп торабыҙ. Һуңғы йылдарҙа был енәйәт өсөн язаны ҡатыландырыу буйынса байтаҡ закондар ҙа ҡабул ителде, ләкин иҫерек шоферҙар, киреһенсә, арта ғына төштө. Беҙҙең халыҡ шулай үҙ-үҙенә дошманмы икән ни?Былтырғы ғинуар – ноябрь айҙарында (йыллыҡ йомғаҡ әлегә әҙер түгел) Рәсәй юлдарында иҫерек шоферҙар ғәйебе менән 4,6 мең кеше һәләк булған, 25,7 мең кеше йәрәхәтләнгән. 2016 йылда ошо сәбәпле һәләк булғандар – 3,8 мең, машина аҫтында ҡалып имгәнгәндәр һаны 22,9 мең ине.
Был фажиғәле ваҡиғалар теҙмәһенә беҙ шул хәтлем күнегеп бөттөк, ахыры – улар хәтерҙә лә ҡалмай һәм хатта күҙгә лә салынып бармай. Ләкин бөтә илгә шаулағандары ла булғылап тора. Үткән көҙ Мәскәүҙә Александр Максимов тигән бәндәнең “Тойота” автомобилендә автобус туҡталышындағы кешеләр төркөмө өҫтөнә барып менеүен, мәҫәлән, телевизорҙан бөтә кеше лә ҡарағандыр, моғайын. Иҫерек булыуына ҡарамаҫтан (уның ҡанында 1,55 промилле күләмдә алкоголь тапҡандар), ул ҡала урамы буйлап сәғәтенә 190 километр тиҙлектә ҡыуған! Һуңынан үҙе таныуынса, ул ике көн рәттән “байрам иткән” икән. Был ике аяҡлы хайуандың яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһе аяныслы: әлеге ваҡиғала ете (!) кеше һәләк булған, шуларҙың бишәүһе – үҫмерҙәр. Тағы ла өс кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ошо хәлдән һуң Мәскәү автоинспекторҙары ашығыс рәүештә “Иҫерек шофер” тигән рейд үткәрергә була (“Йәшен йәшнәмәй тороп бәндә суҡынмай”, ти урыҫ халыҡ мәҡәле). Шулай бер төн эсендә 169 водитель эскән килеш тотола, уларҙың 76-һы медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Ә һуңғыһы инде ҡануниәт тарафынан барыбер эскән килеш рулгә ултырыуға тиңләнә.
Ҡануниәт тигәндәй, закондарҙы ҡатыраҡ итеү рулгә иҫерек килеш ултырыуҙы тыйыуға хәл итерлек йоғонто яһай алмай. Был торған һайын асығыраҡ аңлашыла бара. Донъяның алдынғы илдәренең тәжрибәһе лә шуны уҡ күрһәтә. Хәйер, уныһын төшөнөүе былай ҙа ҡыйын түгел: закондар айыҡ кешеләр өсөн яҙыла, ә иҫереккә күпме аңлатһаң да, ул барыбер машинаһына ултырып сығып китәсәк.
Европа илдәрендә хәҙер, штрафтың ғына йоғонтоло ысул булмауын аңлап, автомобилгә алкотестер ҡуйыуҙы ла ғәмәлгә ашыра башланылар. Уға өрмәйенсә тороп, машинаны ҡабыҙып булмай. Алкоголь быуы килеп инһә, аппарат двигателде тоҡандырырға ирек бирмәй. Машина эшләп киткәндән һуң эсеү мөмкинлеген юҡҡа сығарыу маҡсатында был алкотестерға 15 минут һайын өрөп алырға кәрәк икән. Унан һуң, Европалағы халыҡтың мәҙәни кимәле лә, белеүебеҙсә, икенсерәк: иҫерек килеш рулгә ултырған кешене күргәс тә улар полицияға шылтырата һала. Тимәк, күпмелер кешенең ғүмерен һәм һаулығын ҡурсалап ҡалалар. Яҙыуҙарынса, был да ярайһы уҡ йоғонтоло сара, сөнки һәр автомобиль янына полицейский ҡуйып булмай, ә эскән килеш сайҡала-сайҡала машинаһына ултырған кешене урамда кем дә булһа күрә. Беҙҙә әлегә ундай “ошаҡлашыу” ғәҙәте юҡ.
Күптән түгел Башҡортостандың дәүләт автоинспекторҙары быйылғы Яңы йыл каникулы осорондағы юл ҡағиҙәләрен боҙоу статистикаһына йомғаҡ яһаны. 31 декабрҙән алып 8 ғинуарға саҡлы республикалағы юл-транспорт ваҡиғаларында 70 кеше йәрәхәтләнгән, дүртәүһе һәләк булған. 2016 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был күрһәткестәр байтаҡҡа аҙыраҡ: ул осорҙа 173 йәйәүле һәм пассажир имгәнгән, 24 кеше тапалып үлгән. Бәлки, мәҙәни кимәлебеҙ күтәрелә баралыр?