Милли донор көнө Рәсәй трансфузиологтар ассоциацияһы тәҡдиме буйынса 2007 йылдан алып билдәләнә. Ошо көнгә арналған саралар илдә тәүге тапҡыр донор ҡаны ҡулланылған ваҡытта — 20 апрелдә — уҙғарылды.
Хәле ҡыл өҫтөндәге ауырыуҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу буйынса һуңғы сиктәге сараға 179 йыл элек Петербург акушеры Андрей Вольф тәүәккәлләгән — бала тапҡанда күп ҡан юғалтҡан ҡатынға иренән туранан-тура ҡан ебәрткән.
Уйлап ҡараһаң, ул дәүерҙән алып донор ҡанына мохтаж күпме кешегә ошо ысул менән ярҙам күрһәтелгән!
Йылдан-йыл фән йылдам үҫешә, һәм донор ҡаны алыу алымдары камиллаша. Мәҫәлән, ҡан төркөмдәре асыҡланған, ҡушылмаларын һәм уларҙы ҡулланыуҙың, донор ҡанын алыу технологияһының заманса ысулдары файҙаланыла.
Бөгөн илдең күп кенә ҡалаларында ошо сараға мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында акциялар уҙғарыла. Билдәле булыуынса, һау-сәләмәт кеше генә донор була ала. Рәсәйҙә донорҙар һанын арттырыу мәсьәләһе һаман да көнүҙәк, сөнки илдең барлыҡ төбәктәрендә лә донор ҡанына ҡытлыҡ кисерелә. Уның халыҡ һаулығын һаҡлауҙа әһәмиәте үтә ҙур, айырыуса ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ауыр хәлгә тарыусыларға кәрәк ҡан. Ундай осраҡтарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты донор ҡаны запасы булыу-булмауға ла бәйле.
Был көндө Республика ҡан биреү станцияһы хеҙмәткәрҙәре барлыҡ донорҙарға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләй. Әйҙәгеҙ, артабан да бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ һәм ярҙам ҡулы һуҙыуҙан туҡтамайыҡ.
Г. ПОЛОЗОВА,
Республика ҡан биреү
станцияһының бүлек мөдире.
Рәсәйҙең 18 йәше тулған һәр гражданы донор була ала. Әммә В һәм С гепатитынан ауырыған, наркология, туберкулез һәм тире-венерология диспансерҙарында иҫәптә торған кешеләр ҡан тапшырыуҙан мәхрүм. Ҡан бирергә килгәндә паспортың булыу мотлаҡ. Донор ҡаны тапшырған кешегә ике көн ял һәм туҡланыуға талон бирелә.
Республика ҡан биреү станцияһы Өфө ҡалаһының Батыр урамында, 41/1-се йортта урынлашҡан.