Әҙәбиәт мәктәбенә кил!17.01.2018
Был проект Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына башҡарыла

Үкенескә ҡаршы, әҙәбиәтебеҙгә хеҙмәт итергә теләгән, ҡәләме менән донъябыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә хыялланған йәштәр һәм балалар һаны йылдан-йыл кәмей. Һөҙөмтәлә яңы быуын тарафынан ижад ителгән көслө әҫәрҙәр юҡ кимәлдә – был мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге тураһында күңелһеҙ уйҙарға этәрә.
Сәбәбе асыҡ – бөгөн гонорар күләме бәләкәй, йәш ижадсыларыбыҙға ла иғтибар ҙур түгел. Шуға ла уларҙың ижад кимәле ҡәнәғәтләндермәй, ә үҙҙәрен өйрәтерлек әҙиптәрҙең күбеһе ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә көн итә. Һөҙөмтәлә бик күңелһеҙ күренеш күҙәтелә – яңы быуын ижадсылары һаны ҡырҡа кәмей, балалар һәм үҫмерҙәр араһында милли әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһын­ғандар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Әммә был мәсьәләне хәл итеү юлы бар. СССР осоронда әҙиптәребеҙ йәш ижадсы­ларҙы тәрбиәләүгә оло иғтибар биргән. Әлеге шағирҙарыбыҙ һәм яҙыусыларыбыҙ – тап ошо эшмәкәрлек емеше. Әгәр ҙә улар уҡыусылар менән осрашмаһа, араларында иң-иңдәрҙе билдәләп, уларға үҫеш өсөн мөмкинлек тыуҙырмаған булһа, әҙәбиәтебеҙҙең бөгөнгөһө ниндәй булыр ине? Уйлауы ла ҡурҡыныс.
Ошо маҡсаттан Башҡортостан Респуб­лика­һының Яҙыусылар союзы тарафынан 10 ғинуарҙан алып Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла башланы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты иҫәбенә башҡарыла һәм сентябрь айы аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Был проектта әҙәбиәттә үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгән 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Ҡатнашыу өсөн бары “Бәйләнештә” сел­тәрендәге Башҡортостан әҙәбиәте төркөмөн­дәге (https://vk.com/rbgo­dliteratura) ғаризаны тултырып, litsh­[email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ союздың электрон адресына ла һалырға була. Әлбиттә, үҙегеҙҙең ижад өлгөгөҙҙө лә өҫтәргә кәрәк. Ҡатнашыу­сыларҙың башҡорт, рус һәм татар телендәге ҡульяҙмалары респуб­ликабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшерелеп баһаланасаҡ, уларға файҙалы кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ проект барышында йәш ижадсылар менән оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, төрлө осра­шыуҙар үткәреү ҙә ҡаралған. Әлбиттә, һәр кем бында үҙен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарын бирә аласаҡ.
Ҡатнашыусылар араһынан иң өмөтлө 30 йәш ижадсы был проекттың еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы көтөлә, шулай уҡ музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары ме­нән осрашыу ҡаралған. Был йәштәр Баш­ҡорт­остан Яҙыусылар союзының Йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә була­саҡ. Мәҫәлән, былтыр Ҡырымда һәм Төркиәлә шундай саралар ойошторолдо һәм республиканан бер төркөм ижадсы йәштәребеҙгә унда барып ҡайтыу бәхете тәтене.
Әйткәндәй, еңеүселәрҙең ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола. Ижады юғары кимәлдә тип табылған йәштәребеҙҙең ҡулъяҙмалары Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Йәш­тәр тауышы” серияһында баҫылыуға ла тәҡдим ителәсәк. Шуға ла әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, ҡәләм тирбәткән һәр йәш кешене ошо шәп проектта үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Мөмкинлектән мәхрүм ҡала күрмәгеҙ, дуҫтар!



Вернуться назад