Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге ваҡытта Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, инәйебеҙ Зөлхизә Шәйәхмәт ҡыҙы Ғиззәтуллинаны 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ул — ҡырҡ йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған ветеран, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ветерандар советы рәйесе. Тормош иптәше Шәфҡәт Хитап улы менән бергә йәшәүҙәренә лә ярты быуат. Улар бына тигән ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе.
Юбилярға ныҡлы һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ. Туғандарыңа ныҡлы терәк булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, уҡыусыларыңдың уңыштарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, оҙон-оҙаҡ йәшә.Ер шарында булған ихласлыҡты,
Изгелекте бергә йыйғанһың.
Үҙең бигерәк асыҡ йөҙлө кеше,
Һәр нәмәгә өлгөр, тырышһың.
Далалай күңелең, ҡояштай йөрәгең —
Күпме наҙ, йылылыҡ бөркөлә.
Бөтәһен кисереп, көс биреп йәшәүсе
Изге йән һин, беҙҙең Зөлхизә.
Иң матур теләктәр менән
Талиповтар, Ғиззәтуллиндар, Нәбиуллиндар, Ғәлимовтар,
Зиннуровтар, Усмановтар, Хисмәтуллиндар, Әлимғоловтар,
Биктиндар.