Күптән түгел һөйөнөслө хәбәр ишеттек – танылған яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат КАМАЛ сираттағы романын тамамлаған. Ижадсы төрлө темаларға мөрәжәғәт итә һәм уларҙың барыһын да ентекле яҡтырта. Сираттағыһы иһә тарихтың ысынбарлығын асып һалыуға ҡоролған. – Сер итеп тағы бер роман тамамлағанһығыҙ тип әйттеләр. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Был нисәнсеһе?
– Утыҙынсыһы. Туҡта, иң мөһиме һан түгел бит...
– Шулай ҙа... Был ижад емешегеҙ нимә тураһында?
– Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу уңайынан беҙҙә бихисап саралар ойошторола. Был хаҡта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитовтың махсус Указы донъя күрҙе. Башҡортостан йөмһүриәте төҙөлөүгә арналған “Башҡорт ғәскәре” тигән роман яҙып бөттөм.
– Ринат Әлтәф улы, ижадығыҙ быға тиклем башлыса социаль темаларҙы үҙ эсенә алды. Кинәт кенә тарихи темаға тотонорға нимә этәрҙе?
– Беҙҙең тарихыбыҙ шул тиклем бай, уның менән маҡтана һәм маһая алабыҙ. Элегерәк тарихҡа бәйле бер нисә повесым донъя күргәйне инде.
Иң тәүҙә темаһы хаҡында әйтәйек: ул 1917–1920 йылдарҙағы ваҡиғаларға арналған. Гәрәй Ҡарамышев әйтмешләй, һуңғы башҡорт бунты, халҡыбыҙҙың азатлыҡ өсөн көрәше...
Эйе, был хаҡта башҡорт әҙәбиәтендә күләмле әҫәрҙәр тупланған. Афзал Таһировтың “Һалдаттар”, “Ҡыҙылармеецтар” романдары, Әсғәт Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй” пьесаһы, Фәрит Иҫәнғоловтың “Арыш башағы”, “Һәйкәлдәр тереләр өсөн” романдары. Ғәйнан Хәйриҙең “Боролош”, Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”, Зәйнәб Биишеваның трилогияһын да шул әҫәрҙәр иҫәбенә индерергә мөмкин. Бигерәк тә һуңғыларында “Башҡорт халҡы революцияға нисек килгән?” тигән мәсьәлә күтәрелә.
Минеңсә, башҡорт халҡы революцияға килмәгән, ә урыҫ революцияһы уға килгән. Һуңынан халыҡтың алдынғы зыялы өлөшө шул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы оҫта файҙаланған йәки файҙаланырға мәжбүр булған. Әле телгә алынған әҫәрҙәр, ни генә тиһәң дә, марксистик-ленинсы тәғлимәте күҙлегенән яҙылған, уларҙа урыҫ эшселәр синыфын алға сығарыу, синыфтар көрәше, бөтә хәл-ваҡиғаларҙы большевистик партия күҙлегенән баһаларға ынтылыш ярылып ята.
“Башҡорт ғәскәре” тигәс, иң тәүҙә башҡорт дәүләтселеге, Башҡорт автономияһы тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Армия менән халыҡ, уларҙың бурыстары, маҡсаттары бер. Башҡорт әҙәбиәтендә бары үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас ҡына мәсьәләне ошо күҙлектән йәки ғәҙел итеп яҡтыртыу башланды. Әлбиттә, юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди сит илдә йәшәгәс, ул тәүҙән үк бүтән ҡарашта торҙо, уҙған быуаттың 60-сы йылдарында “Хәтирәләр” китабын яҙҙы. Ошонан һуң Роберт Байымов уның шәхесенә арналған “Сыбар шоңҡар” романын (1997 йыл) ижад итте. 1999 йылда Ғәзим Шафиҡов русса “Расстрел” романын сығарҙы. Ул башлыса 1920 йылдағы башҡорт восстаниеһын һүрәтләй.
Ҡәләм оҫтаһы Йыһат Солтанов “Сөләймән Мырҙабулатов” романын баҫтырҙы. Халҡым, илем, телем тип янған Әкрәм Бейештең “Ил аҙабы” романын уҡып кинәндек. Йүгерек тел менән яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙән айырмалы, иҫ киткес тәрән ғилми хеҙмәттәр ҙә байтаҡ. Был тема буйынса абруйлы ғалим Марат Ҡолшәрипов ныҡлап һәм күп эшләне, Азат Ярмуллиндың мәҡәләләре йыш баҫылды – уның “Башҡорт армияһы тарихынан”, “Военная история башкир” тигән китаптарын йәмәғәтселек хуплап ҡаршыланы. Был тәңгәлдә йәнә Мәүлит Ямалетдиндың, Яныбай Хамматовтың, Рәшит Солтангәрәевтең “Муса батыр” исемле әҙәби әҫәрҙәр йыйынтығын (1993 йыл), эҙәрмән журналистар Рәүеф Насиров, Дәүләт Мәһәҙиевтәрҙең, тағы ла бик күптәрҙең хеҙмәттәрен һанап китергә мөмкин.
Бына ошо юҫыҡтан ҡарағанда, бихисап әҙәбиәт бар кеүек. Ләкин барыбер XX быуат башындағы хәл-ваҡиғаларҙы һаман тулыһынса белеп бөтмәйбеҙ. Өҫтәлдән тормай яҙырға ла яҙырға... Башҡорт халҡының ошо осорҙағы азатлыҡ өсөн көрәше хаҡында һөйләгәндә армия темаһын тарыраҡ итеп алам, әммә был азатлыҡ өсөн көрәш һәм башҡорт армияһы – темалар бер үк. Ошо турала мөмкин тиклем тулыраҡ итеп художестволы тел менән һөйләү маҡсатын ҡуйҙым. Икенсенән, бүтәндәрҙән айырмалы, башҡорт армияһын тик үҙемсә генә яҡтыртам, әҫәр һуңында тарихи ваҡиғаларға үҙ ҡарашымды, мөнәсәбәтемде белдерәм.
– Әҫәр нисә өлөштән тора?
– Бөтәһе ете өлөшкә бүлеүҙе отошло һананым. Әҫәр “Ырымбур” тигәне менән асыла. Артабан “Силәбе” менән дауам иттерелә. Шунан “Темәс”, “Саранск. Көньяҡ фронт”, “Петроград фронты”, “Польша фронты” тигәндәре килә. Роман “Учалы” тип аталған өлөш менән тамамлана. Ваҡиғаларҙы ошолай төркөмдәргә бүлеү уҡыусыларға ҡыҙыҡлыраҡ һәм тәьҫирлерәк булыр, тим. “Учалы” бүлеге иһә ваҡиғаларға тотошлай үҙемдең мөнәсәбәтемдән тора: төп геройға ниндәй мөнәсәбәттәмен, башҡорт армияһының артабанғы яҙмышына ҡарата ниндәй фекерҙәмен? Уға Рәсәй иле етәкселәре нисек ҡараған? Ғөмүмән, бында һүҙ Башҡортостандың үҙаллылығы, Рәсәйҙең киләсәге мәсьәләләренә барып тоташа. Ярай, барыһын да асып һалмайыҡ. Романда тасуирланыуынса, башҡорт армияһы төрлө осорҙа төрлөсә була. Башлыса ул 10 полклы, шул уҡ ваҡытта ярҙамсы полктары ла бар.
— Әйткәндәй, әҫәр ҡайҙа баҫыла?
— Роман “Ағиҙел” журналының быйылғы икенсе һанында баҫмаға әҙерләнә.
— Төп герой...
— Төп герой? Белеүебеҙсә, төп герой — әҫәрҙең үҙәге, әҫәрҙең арҡа һөйәге. Башҡорт армияһы... Уны кем кәүҙәләндерә ала? Әмир Ҡарамыш, Ғимран Мағазов, Ғабдулла Иҙелбаев, Ғәбделхаҡ Ғәбитов, Ишмырҙиндар, Сөләймән Мырҙабулатов... Генерал Ишбулатов. Башҡорт офицерҙары. Башҡорт ғәскәрен төҙөүҙә төп ролде Зәки Вәлиди үҙе үтәй бит. Ул аҡтар менән ҡыҙылдар яғында ике тапҡыр башҡорт армияһын төҙөй. Ул армияның әмире итеп Әмир Ҡарамышты күрә. Лайыҡлы шәхес. Ләкин пландарға тормош үҙе төҙәтмә индерә. Әмир иртә батырҙарса һәләк була. Шунан һуң башҡорт офицеры Муса Мортазиндың һыны ҡалҡа: ул яуҙарҙа тере ҡала. Ул — трагик шәхес, үҙ йөҙөндә ошо осорҙа башҡорттоң бөтә булмышын сағылдырған зат. Халҡыбыҙҙың еңеүҙәрен дә, мәхрүмлектәрен дә татый. Ул был яҡтан ҡарағанда, Рәшит Солтангәрәй әйтмешләй, Шолоховтың Григорий Мелеховы һымаҡ... Мелеховтан да ҡатмарлыраҡ шәхес, башҡортҡа яҙған бар йәбер-золомдо татый, хатта Мелеховтан да бәхетһеҙерәк. Мелехов социаль яҡтан бәхетһеҙ, бер халыҡтың аҡтар менән ҡыҙылдарға бүленеп айҡашыуында үҙенең ғаиләһен, һөйгәнен юғалта, ә Муса... Ул социаль яҡтан да, милли яҡтан да бәхетһеҙ. Һуғышта улы Юлайҙы юғалта, 1937 йылда, репрессия мәлендә, үҙенең ғүмере өҙөлә. “Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну” китабында 1927 йылда үҙен, көрәштәштәрен ҡағыҙға теркәй.
1920 йылдың авгусында ул Польша фронтынан Башҡорт восстаниеһын баҫтырырға ҡайтарыла: аҡтар менән ҡыҙылдар араһындағы баррикадала ғына түгел, ә туған халҡы менән үҙе араһындағы баррикадала ҡала. Ил ут-һөрөм эсендә, Башҡортостанда төп халыҡҡа ҡарата ысын геноцид ҡотора, ә ул шул мәлдә каратель мундирын кейеп ала! Еңелме был “башҡортом” тип йәшәгән кеше өсөн? Ул: “Башҡорт восстаниеһын башҡорттар үҙҙәре генә баҫтырһын, ә Башҡортостанда башҡорт башын ҡыйып йөрөгән Аркадий Голиковтар (Гайдарҙар) түгел!” – тип әйтә.
Әҫәргә Башҡорт армияһы Баймаҡта, Силәбелә тыуа, Учалыла, Мортазин төбәгендә, Мортазин тарафынан бөтөрөлә тигән концепция һалына. Был, әлбиттә, тарихи дөрөҫлөккә тап килмәй, ысынында башҡорт армияһы Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән бөтөрөлә. Һәм ниндәй мәкерлек... Ҡыҙыл Армия Польша фронтында сигенә, ләкин башҡорт командирын Башҡортостанға ҡайтаралар. Большевиктар өсөн ил эсендәге башҡорт болаһы поляк яуынан ҡурҡынысыраҡ икән, уны нисек тә башҡорт ҡулы менән баҫтырырға кәрәк!
Муса Мортазин – тарих, заман тарафынан ошондай хәтәр хәл-әхүәлдәр эсендә тороп ҡалған трагик шәхес. Һәм восстание баҫтырғанда уны башҡорт боласылары ла саҡ үлтермәй. Һуңынан, 1937 йылда, инанысы менән большевик булған (ул хатта аҡтар яғында йөрөгәндә лә әллә нисә тапҡыр Башҡорт хөкүмәте ихтыярына ла буйһонмай ҡыҙылдар яғына сығырға маташа) кешене большевиктар үҙҙәре атып үлтереп ҡуя. Улай ғына ла түгел, тотош уның бригадаһында һуғышҡандарҙы берәмләп сүпләйҙәр, тағы ла шул Мортазиндың әлеге китабында бирелгән исемлек буйынса...
— “Башҡорт ғәскәре” романында башҡорт халҡы, уның үткәне хаҡында бәйән ителә, ләкин ул теге ваҡиғаларға йөҙ йыл үткәс яҙыла. Ә бөгөнгө хәлебеҙ, киләсәгебеҙ хаҡында уйлағанда... Мәҫәлән, әҫәр ҡыҙыҡлы төҙөлгән: ете бүлек. Һәр бүлек алдынан Урал яҙмышы, халыҡ булмышы хаҡында уйланыуҙар бирелә: “Урыҫҡа киңлек, самаһыҙлыҡ тигән ҡиммәттәр хас — шулай бер башлап, бер ҡуйып ғасыр-ғасыр низағлашып, бер дуҫлашып, бер килешеп йәшәгәндәр; инде бөттөм, инде һүндем тигәндә аҫаба яңынан ҡалҡҡан, ҡабаттан яу-дау башлаған; дөрөҫ эшләгәнме, ниңә күнеп-дүнеп, кисегеп кенә ҡуймаған? Әллә?.. Аҫаба аҫабалығын һис онота алмаған, һис ҡасан да үҙенең дөмөгөүенә, һүнеүенә күнмәгән. Бөтһә лә, юҡҡа сыҡһа ла, үлем алдында ҡалһа ла, һуғышып үлергә, ятып ҡалһа ла, атып ҡалырға сәмләнгән”.
– Минеңсә, һәр быуын халҡы яҙмышы, уның бөгөнгө көнитмеше, киләсәге хаҡында уйланырға тейеш, хатта һәр беребеҙ милләттең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн яуаплы. Был бигерәк тә халыҡ менән эш иткән, уның хаҡында һөйләргә йөрьәт иткән кешеләргә ҡағыла.
Уйымса, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө, ул бер ниндәй фәйләсүфтәрҙең, ғалимдарҙың юрауына ла ҡарамай. Юлбашсыбыҙ Зәки Вәлиди әйтмешләй, башҡорт – аҡтамыр ише, тупраҡ араһында бер генә бөртөк аҡтамыр киҫәге ҡалһа ла, ваҡыт еткәс, ул бөтә баҡсаны баҫыр. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.
— Әҫәрҙең жанры...
— Был хаҡта әҙерәк әйтә биреберәк тә үткәйнек. Әҫәр ете өлөштән тора, һәр өлөш алдынан Урал донъяһы, башҡорт иле хаҡында уйланыуҙар бирелә. Был авторға тәү ҡарашҡа әҫәргә бәйле булмаған һымаҡ тойолған темаларға тотонорға форсат аса. Башҡорттар, уларҙың асылы, киләсәге, күрше ҡәүемдәр менән мөнәсәбәте тураһында... Был әҫәрҙең фәлсәфәүи юҫығын билдәләй. Шунан һуң әҫәр ил, уның армияһы хаҡында. Бында илдәр араһында, халыҡтар мөнәсәбәтендәге бәйләнештәр тураһында һүҙ бара йәки сәйәси мәсьәләләр күтәрелә. Йөкмәтке үҙе үк әйтә: был бер үк ваҡытта сәйәси әҫәр ҙә. Йәки фәлсәфәүи-сәйәси роман.
— Ҡайһы бер элекке башҡорт әҫәрҙәрендә халҡыбыҙ наҙан, томана булған тигән фекер үткәрелә. Имеш, беҙҙе Октябрь революцияһы ғына был битарафлыҡтан ҡотҡарҙы. Ә Зәки Вәлидиҙең Ленинға яҙған хаттарын, “Хәтирәләр”ен уҡығас, бөтөнләй башҡа фекер тыуа. Вәлиди – Ленин менән бер кимәлдәге шәхес, хатта ҡайһы берҙә тәрәнерәк, ғәҙелерәк тә фекер йөрөтә. ХХ быуат баштарында мәсьәләне шулай ҡуйған, шулай тәрән, дөрөҫ аңлаған башҡорт зыялылары, Башҡорт хөкүмәте ағзалары булған, тик уларҙы илдән китергә мәжбүр иткәндәр...
— Был фекерҙәр менән килешмәй сара юҡ. Әҙәбиәтебеҙҙәге ошондай ҡараштар әүәл маҡталып, партиябыҙ тарафынан хупланып килде, минең романым шулар менән бәхәскә инә.
— Һеҙ романды 100 йыллыҡҡа махсус төбәп яҙҙығыҙмы, әллә осраҡлы тап килдеме?
– Тарихи темаға әҫәр яҙыу тураһында күптән хыялландым, был уй 2005 йылда уҡ тыуғайны.
– Бындай яуаплы эшкә тотонор алдынан тарих баҫыуында күп ҡаҙынырға кәрәктер...
– Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур ҡалалары архивтарына эшкә барған һымаҡ йөрөнөм, Өфөләгенән сыҡмай ултырҙым тиерлек. Башҡорт армияһы тураһында яҙыуға ниңә тотондом һуң? Бер яҡтан ҡарағанда, был тема әҙәбиәтебеҙҙә ярайһы уҡ яҡтыртылған һымаҡ, икенсе яҡтан, башҡорттоң большевиктар Ленин, Сталин, Фрунзе, Аркадий Гайдар, Блюхер, Кашириндарҙың кем икәнлеген белмәүе аптырата. Хас дошман Калинин һәйкәле Өфөбөҙ уртаһында тора, башҡортто мәсхәрә иткән кеүек! Блюхер бар, Фрунзе урамы бар ине... Ә Муса Мортазин, Шәйехзада Бабич, Әмир Ҡарамыш, Ғәлимйән Таған, Ишмырҙин урамдары ҡайҙа?
Мәскәүҙәге “Просвещение” нәшриәте Рәсәй балалары өсөн “Тирә-яҡ мөхит” дәреслеге нәшер итә. Унда удмурт, мордва, татарҙар бар, ә башҡорт, гүйә, донъяла юҡ...
Әле башҡорт халҡының ауыр тормошон күреп йәнем әрней. Ни өсөн беҙ, шул тиклем ҙур, үҙаллы армия төҙөп, Петроградты ҡурсалап, Рәсәйҙе һаҡлап Польшаға ҡаршы һуғышып йөрөгән халыҡ, шундай хәлгә төштөк? Аң ҡабул итмәй быны.
Өфө буйлап йөрөгән автобустарҙа — Рәсәй флагы, ҡайҙа Башҡортостандыҡы, тиһәң, аптырайҙар. Йәнәһе, был Башҡорт иле түгел.
Степан Кувыкин урамындағы лицейҙа Рәсәй флагы елберләй, ә Башҡортостан әләме ҡайҙа, тиһәң, беҙ был хаҡта уйламаныҡ, тиҙәр. Улар Башҡортостанда йәшәгәндәрен уйламай, башҡорт ҡаны күп тамған ергә баҫып йөрөһә лә, был Башҡорт иле ере тип әйтмәй.
Бына шуның өсөн, тағы ла бер ҡат иҫтәренә төшөрөр өсөн яҙҙым мин был романды. “Башҡорт ғәскәре” йөрәк ҡаны менән яҙылды. Ул башҡорт халҡының ҡанын мул түгеп яулап алған үҙ республикаһы хаҡында!
– Ринат Әлтәф улы, һорауҙарға йөкмәткеле яуап биргәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.