Кеше үҙен ниндәй генә көслө аҡыл эйәһе итеп тоймаһын, ул тик матди донъяны ғына күрә һәм ҡабул итә ала. Элегерәк параллель донъя тураһында һөйләүселәрҙә паранойя билдәләре күреп, психиатрик дауаханаға һалып та ҡуйырҙар ине. Шулай ҙа ғалимдар, кеше беҙҙе уратып алған донъяның бер процентын генә күрергә һәләтле, тигәнде таный хәҙер. Был, ысынлап та, шулайҙыр. Дини китаптарҙа ла беҙгә күренмәгән донъя, унда йәшәүселәр хаҡында мәғлүмәт бирелеп, уларҙан һаҡ булырға өйрәткән иҫкәрмәләр бар бит.Сәләмәт кешеләрҙең һис уйламағанда аҡылы зәғифләнеүе, йән, тән ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенә кеше күҙенә күренмәгән донъя ағзалары ла сәбәпсе. Әсәйем миңә эргәбеҙҙә параллель донъя барлығын иң беренселәрҙән булып аңлатты һәм унан бер ҡасан да ҡурҡмаҫҡа ҡушты. Таңғы сәғәт 6-ла мәктәптең мейесенә ут яғырға йөрөгәндә мине, 4-5 йәшлек баланы, үҙе менән ала ине. Мәктәп элекке мәсет бинаһында урынлашҡан. Күҙ алдына килтерегеҙ, әсәй мейескә утын һала, ут тоҡандыра, ошо саҡта кемдәрҙер парталарҙы түңкәрә йәки кире ултырта! Әсәйем эргәлә булғанғамы икән, шундай ығы-зығынан мин ҡурҡмайым, әммә уның борсолоуы әле лә хәтеремдә. Тик нимә ҡылһын, йән аҫрар өсөн эшләргә кәрәк. Ул һәр саҡ таң менән уятып, мине үҙе менән эшкә йөрөттө, нисә барһаҡ та, мәктәптә ниндәйҙер тауыш булыр ине.
Үҫә төшкәс, әсәй менән бергә сайыр йыя башланыҡ. Ҡайһы саҡта ауылдан бик алыҫҡа китеп эшләр инек. Бер саҡ Ярыу тигән ерҙә йөрөнөк тә, сайырсылар өйөндә ҡуна ҡалырға булдыҡ. Ашағандан һуң йоҡлап киткәнмен. Төн уртаһында әсәй бышылдап ҡына мине уята: “Тегеләр күсенә башланы!” Уның ҡурҡыуҙан ҙур булып киткән күҙҙәренә ҡарап: “Ҡурҡма, әсәй, ана ишеккә ҙур типке ҡуйылған. Үтер ҙә китерҙәр, беҙ юл эсендә үк түгел бит”, – тинем шым ғына. Йорт эргәһенән генә уҙған юлда балалар илашыуы, ат, мал ҡыуыусыларҙың һөрәнләүе, ҡыңғырау зыңы, көлөшкән тауыштар 15 минут самаһы ишетелеп торҙо. “Альпинист” тигән радиоалғысыбыҙ була торғайны, шуның тауышын асып, йоҡлап киткәнмен. Иртән мотоциклды кистән ҡуйған урынында түгел, бөтөнләй икенсе яҡтан табып алдым. Баҡтиһәң, элек-электән фермалар көҙөн ауылға күсенеп ҡайтыу менән, уларҙың йәйләүенә ен-пәрейҙәр күсенер булған.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Иҫке Собханғол менән Янһары ауылы араһында Саҡмағош шишмәһенең сыҡҡан урыны бар. Был ерҙе ололар “ен ояһы” тип йөрөтөр ине. Йәш саҡта өс тәгәрмәсле мотоциклға ҡатынымды ултыртып, шул тау битенә килдек. Ул ваҡытта өйләнешмәгәйнек әле. Сентябрь айы, ай яҡтыһында юл күренеп ята, ҡаршыбыҙҙа ялан аша ғына Саҡмағош буйы. Мин төнгө урманда баян уйнай башланым. Бер аҙҙан уйнауҙан туҡтағайным, ҡаршы яҡтағы һыу буйында тауыш ҡупты. Тауыштан, аттар ҡыңғырауы зыңынан быларҙың арбаға тейәлешеп, ашығып беҙгә ҡарай юлланғанын аңлап ҡалдым.
“Ана,уйнауҙан туҡтаны, ҡабаланығыҙ”, – тине ирҙәр тауышы. Юлда саң ҡупты, ә үҙҙәре күренмәй, һауа тып-тын, ел юҡ. Айлы аяҙ тыныс төндә был хәл мине ныҡ ғәжәпкә ҡалдырҙы. Әйберҙәрҙе мотоциклға ырғытып, ул урындан тайыу яғын ҡараныҡ. Шунда улар килеп етеп өлгөрһә, минән таң атҡансы баян уйнатыр ине, нисек ҡотолор инек үҙҙәренән, белмәйем. Баян тауышы менән тыныс йәшәп ятҡан параллель донъяның тыныслығын юғалттыҡ шулай.
Өсөнсө ваҡиға шундайыраҡ булды. Бер егет менән военкоматта комиссия үттек тә, төнгә ҡарай 40 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылыбыҙға ҡайтырға сыҡтыҡ. Ай яҡтыһында Берлек ауылын үттек. Ҡар йырып Баҙал тауына менеп төшөүебеҙгә хәл бөттө, аяҡ атламаҫ булды. Ике көн буйы ас йөрөгәнлектән, аслыҡ ашҡаҙанды бөрөп алып бара. Элек кеше юлаусыны йоҡлатырға бик индереп бармай торғайны. Шулай булмаһа, беҙ алыҫ юлға ынтылмаҫ та инек. Тауҙы аша төшкәс, Әлеш фермаһына етәһең, унда аласыҡтар тора. Шунда инеп, сыуалға ут яғып ебәрҙек.
Иптәшем: “Ял итеп кенә сығабыҙ, һеҙ беҙгә теймәгеҙ, беҙҙең һеҙгә зыяныбыҙ теймәҫ”, – тип әйтеп өлгөрөүе булды, өйҙө ян-яҡлап кемдер туҡмай башланы. Бәләкәй генә йорт һелкенеп ултыра. Иптәшем бер аяғын сисеп өлгөргәйне, сылғауы менән итеген тотоп ялан аяҡ сығып йүгерҙе, мин уның артынан. Арығансы йүгереп, таң алдынан ауылға килеп индек. Ошонан һуң кеше йәшәмәгән өйгә, ағас ҡыуышлыҡтарына, мәмерйәләргә инмәҫ булдым, сөнки кеше, техника, хайуандар борсомаған тыныс урындарҙа беҙҙең күҙгә күренмәгән йән эйәләре йәшәй.
Тағы бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Сабынлыҡта трактор арбаһына бесән тейәнем дә урман араһынан аҡрын ғына сыға башланым. Тәгәрмәс юлынан этем йүгереп килә. Бер аҙҙан ул сыйнап илай башланы. Боролоп ҡараһам, этемде күҙгә күренмәгән кемдер алға үткәрмәй. Теге сәбәләнә, улай-былай йүгереп ҡарай, быялаға төкөлгәндәй башы менән бәрелә лә ултырып шыңшый. Мин арбамды артҡа табан йөрөтә башланым, ошо саҡ этем муйынындағы ҡайышынан бер метр тирәһе бейеклеккә күтәрелде, арбамды кире алға ебәргәс, кире төшөрөлдө. Был күҙгә күренмәгән көскә ҡаршы көрәшеүҙең файҙаһыҙ булыуын тойоп, ҡайтып киттем, эт бер сәғәттән һуң ҡыуып етте.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Ҡустылар, кейәүҙәр, үҙемдең улдарым менән Нөгөш буйына балыҡҡа китеп барабыҙ. Иң алдан – ҡустылар, ике кейәү, улар артынан томбойоҡ, ҡамыштар араһынан – мин, минең арттан этебеҙ Байкал килә. Яр буйынан шулай эйәртенеп бара инек, артта этебеҙ сыйнай башланы. Әйләнеп ҡараһам, уны ниҙер үткәрмәй. Эт минән 10 метрҙар самаһы ғына алыҫлыҡта, һуҡмаҡта бер ни юҡ. Йүгереп килеп нимәгәлер бәрелә лә ҡолап шыңшый. Әйтерһең, быялаға килеп төртөлә.
Яҡын бара башлағайным, этемде ҡайышынан ниҙер күтәреп алды, ул һығыла башланы. Артҡа сиктем. Этте төшөрҙөләр. Бындай ваҡиға таныш булғас, ҡалдырып киттем. Ярты сәғәттән һуң ғына ул беҙҙе ҡыуып етте.
Шундайыраҡ ваҡиғаны район башлығын йөрөткән водитель һөйләп торғайны. Улар Өфөгә иртәнге кәңәшмәгә өлгөрөр өсөн төнөн юлға сыға. Элек Сермән аша юл юҡ ине. Маҡарға етеп килгәндә, машина нимәгәлер төкөлөп, туҡтап ҡалдыҡ, ти. “Сығып ҡарайбыҙ – бер нәмә юҡ, ҡуҙғалабыҙ тиһәк, китә алмайбыҙ. Артҡараҡ сигеп, термостағы сәйҙе эсеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, машинабыҙҙы ебәрҙеләр”, – тине ул. Тимәк, кешелек донъяһы менән кемдәрҙер йә тәжрибә үткәрә, йә шаяра, күрәһең. Шуныһы мәғлүм, ҡалаларҙа, машиналар мыжғып йөрөгән урындарҙа улар бик осрамай, йәшәр өсөн тыныс урын эҙләйҙәрҙер, сөнки кешене, этте, беҙ ҡулланған ҡорамалдарҙы яратып бөтмәйҙәр. Ҡайһы бер ауылдарҙа урманға эшкә китеп, аҡылға зәғифләнеп ҡайтҡан ағай-эне тураһында ла йыш ишетелә торҙо элек.
Тағы бер ваҡиға тураһында һөйләмәксемен. Геология экспедицияһында эшләй инем. Бер ваҡыт вахтала яңғыҙым дежурҙа ҡалдым. Мылтыҡ, патронташтар бар. Ике овчарканы эйәртеп, Күжә буйына һунарға киттем. Аҙаштым. Йөрөй торғас, бер тау башына килеп мендем. Ҡараһам, ҡарағайҙар араһында бер нәмә һикереп йөрөй. Атып ебәрҙем, ике көбәк тә ҡоролған булып, мине мылтыҡ тибеп ебәрҙе, ҡолап киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Мылтыҡ аяҡҡа төштө. Ә теге мин атҡан йән эйәһе ҡанаты бер тапҡыр атылған, бер аяғы һынып йөрөгән һуйыр булып сыҡты.
Ауыртҡан яурынымды тотоп, ҡош ятҡан ергә барҙым. Ысынлап та, был һуйырҙы атыу миңә сауап ҡына булғандыр. Үҙ ғүмеремдә шул сиккә етеп яраланған, ҡанаттары һынған, бер аяғы өҙөк, төпсөгө күгәргән, бетләп бөткән һуйырҙы күргәнем юҡ ине. Үҙем аҙашҡанмын, етмәһә, эттәр әллә ҡайҙа булды. Был зәғиф һуйырҙы ни эшләтергә тип уйланып торҙом да, “ҡыл түбәләр” ашар әле тип, үҙем менән алдым.
Мылтыҡты ике көбәккә ҡороп, һаҡлағыстан алып уҡ ҡуйҙым. Йөрөй торғас, бер яҙыу күреп, ҡурсаулыҡ биләмәһендә аҙашып йөрөгәнемде белеп ҡыуанып киттем. Йәтеш кенә урын табып, ашап алырға булдым. Икенсе йомортҡаны әрсеп бөтөп кенә бара инем, миңә ҡарай ике овчаркам сабып килә, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй. Сыйнай-сыйнай сабып килделәр ҙә икеһе лә миңә арҡаһын ҡуйып ултырҙы, йөрәктәре сыға яҙып һуға, хатта ишетелеп тора.
Быларҙың артынан дүрт метр бейеклеккә япраҡтарҙы күтәреп өйөрөп ҡойон һымағыраҡ нәмә килеп сыҡты ла беҙҙе түңәрәтеп йөрөй башланы. Унан минең алда ятҡан мылтыҡ үҙенән-үҙе атылып китте, ҡолаҡ тондо. Ҡойон кире китеп барҙы. Эттәр шул тиклем ҡурҡҡан булып сыҡты: оҙаҡ ҡына икәүләшеп аяҡ араһына уралып, йүнләп атларға ирек бирмәй барҙылар.
Шулай көскә ҡайтып еттек. Урманда ҡурҡмаған кеше булһам да, баракка ҡайтып ингәс, бер аҙ ишекте бикләп ултырҙым. Был хәлде шулай аңланым: параллель донъяла мылтыҡ, эт, техника менән йөрөгән кешене яратмайҙар. Мин урманда үҙ мылтығынан үлеп ҡалған кешеләр тураһында күп ишеткәнем булды. Йомортҡа әрсеп ултырған кеше нисек итеп ситтә ятҡан мылтыҡтың ике тәтеһенән сирттерһен? Ошонан һуң еләккә, бәшмәккә барһам да, башҡа йомоштарым менән керһәм дә, урман хужаһына ниәтемде әйтеп, рөхсәт һорар, эт эйәртмәҫ булдым. Ә теге һуйырҙан икенсе көндө килеп еткән “ҡыл түбәләр” аш бешерҙе, мин ашын ашаным, ә ите каучук һымаҡ ҡаты булып сыҡты.
Ауыл араһында ла күрергә тура килде параллель донъяға бәйле хәлдәрҙе. Беҙ үҙәк урамдың урамдар киҫешкән өлөшөндә йәшәнек. Тауыҡтарыбыҙ һәм һаҙ ҡондоҙо (нутрия) тигән йәнлектәребеҙ бар ине. Уларға ашарға биргән саҡта, нимәнәндер ҡурҡып, өйөлөшөп торғандарын күрә торғайным. Был гел киске сәғәт биш менән алты араһында була, шул саҡта мине лә аңлатып булмаған ҡурҡыу солғап ала, етмәһә, кемдер күҙәткән һымаҡ тойола ине.
Бер мәл өй алдына бәләкәй йорт һалырға булдым. Ике-өс рәт бүрәнәне һалғас, бәйле этебеҙ йорттоң нигеҙенә ҡарап өрә башланы. Нисә тапҡыр сығып һуҡранһам да, ул киске биш менән алты араһында бураға ҡарап өрөүенән туҡтаманы. Эш бөттө. Бер саҡ бура эсендә торһам, стенаны тырнай-тырнай тыш яҡлап нимәлер менеп, түшәм аша икенсе яҡҡа төшөп китте. Сапсып менеүенә ҡарағанда, уның бесәйҙән күпкә ҙур, ауырыраҡ икәне һиҙелде. Бер үк ваҡытта, бер үк маршруттан тайпылмаҫ нимә булыр был? Ҡыйыҡ, фронтон, кәрниз эшләгәндә турғай ҙа һыйырлыҡ тишек ҡалдырманым.
Йорттоң эсен сутлап йөрөп, киске сәғәт биш етте, мин көтөп тора башланым. Бер саҡ стенаны тырнап килеп менде лә был, һыҙғырған тауыш сығарып, ҡыйыҡ эсенә керҙе, һыҙғырған тауыш сығарып, икенсе стенанан килеп төштө. Таҡта ярығынан һыйып үтергә һәләтле ниндәй йәнлек һуң был? Был турала ауыл муллаһына һөйләгәйнем: “Һин уның юлына “Аятел көрси” доғаһын йәбештереп, бысаҡ йә салғы һынығын ҡатып ҡуй”, – тине. Мин шулай эшләнем, һәм был маршрутын үҙгәртте, беҙҙең мунса ҡыйығы аша йөрөй башланы. Бер нисә тапҡыр йыуынырға тип барған кешеләр ҡурҡып ҡайтып кергәндән һуң, беҙгә был мунсаны ташларға тура килде.
Бының кеүек хәлдәрҙе ишеткән, белгән, кисергән кешеләр күп. Гәзит уҡыусыларҙың да әйтер һүҙҙәре барҙыр. Ислам динендә ошондай һәр осраҡҡа аңлатма бар. Беҙ был донъяла яңғыҙ түгелбеҙ, параллель донъя ағзаларын күрмәҫкә тейешбеҙ икән, тимәк, улар менән юлдарыбыҙ киҫешергә, йоҡлаған карауаттарыбыҙ, ашаған урындарыбыҙ юлдарында булырға тейеш түгел.
Хоҙай үҙе шулай ҡушҡандыр – улар үҙҙәренсә, кешеләр үҙҙәренсә һәм шул уҡ ваҡытта үҙ-ара аңлашып йәшәргә тейешбеҙҙер, күрәһең. Яңы өйгә күскәндә тәүҙә бесәйҙе алып инәләр ҙә уның ҡылығын күҙәтәләр. Ул ҡайһы бер осраҡта арҡа йөнөн тырпайтып, нимәгәлер текләп, ҡурҡып сигенә башлай йә ҡатып ҡала. Бындай саҡта сара күрергә кәрәк. Ислам динендә һәр иҫкәртеү яҙылған, һәр һаҡланыу сараһы ҡаралған.