Бүректәр17.01.2018
БүректәрБеҙ хәҙер аяғыбыҙға ла, башыбыҙға ла сит илдә етештерелгән кейем-һалым алырға тырышабыҙ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, халҡыбыҙҙың бына тигән үҙенсәлекле кейем өлгөләрен күрербеҙ.

Көн-төн эштә булып, йәйәү йөрөүгә ҡара­ған­да, һыбай хәрәкәт итеүҙе хуп күргәнгә, баш­ҡорт ирҙә­рендә башын ел-һыуыҡтан һаҡлау мохтажлығы ҡа­тын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡа­ра­ғанда нығыраҡ булған. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың байрамса баш кейем­дәре, би­ҙәүес­тәре, ә ирҙәрҙең көндәлек баш кейеме төрҙәре күберәк.
Һүҙ бүректәр хаҡында барасаҡ. Башҡа баш ке­йемдәре һымаҡ уҡ, улар ҙа бейек ҡы­йыҡлы булған. Ғө­мүмән, ни өсөн баш­ҡорттоң милли баш кейем­дәренең формаһы бейек булған һуң? Был һорауға яуапты ата-баба­ларыбыҙҙың көнкүреш шарттарынан эҙләргә кәрәк. Ирҙәр һунарға йөрөгән, көтөү көткән, сит яҡтарҙа хеҙмәт иткән. Тиренән йәки ке­йеҙ­­ҙән тегелгән баш кейемдәре елдән һәм һы­уыҡ­тан һаҡлаһа, бейек ҡыйығы эсендәге һауа тир­ләргә бирмәгән, был – үҙенә күрә гигиена сараһы.
Әйткәндәй, шул уҡ сәбәптән ир-ат бер ҡа­сан да оҙон сәс үҫтермәгән. Аҙналар, айҙар буйы ситтә йөрөгәндә, ундай сәсте нисек тәр­биәләмәк кәрәк? Шуға ла ҡайһы бер клип­тарҙа оҙон сәсле башҡорт егеттәрен күрһә­тәләр икән, был – тупаҫ хата, сөнки беҙҙең ата-бабаларыбыҙ таҙалыҡҡа бик ҙур иғтибар биргән. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: башҡорт ирҙәре башын гел түбәтәй менән ҡаплаған, уны бүрек аҫтынан да кейер булған.
Әгәр ҡолаҡсын һәм көләпәрәлә ҡалыплаш­ты­рылған бер форма һаҡланып килһә, бүрек­тәрҙең төрҙәре иҫ киткес күп. Байрамдарға ҡама бүрек, ҡам­сат бүрек кейер булғандар. Ҡара төлкөнән тегелгәне бигерәк тә затлы һаналған. Был йәнлек һирәк осрағанлыҡтан, ул иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе булған, һабантуй ярыштарында еңеүселәргә бирел­гән. Ябай төлкөнән тегелгән бүректе иһә бөтә төбәктәрҙә лә кейгәндәр. Улар шулай уҡ бүре, аҡ төлкө, ҡуян һәм тейен тиреһенән тегелгән, көндәлек кейә торғандары һарыҡ тиреһенән булған.
Тире бүрек бейек, өҫкә табан киңәйтелеп тегел­гән тирәсле, яҫы, бәрхәт йәки тула ме­нән ҡапланған ҡыйыҡлы. Эсенән һарыҡ тиреһе менән йылытылған. Бындай баш кейеме бик матур булған, затлы тире күҙ яуын алып торған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ла ошон­дай формала булған.
Күбеһенсә бүректәр һарыҡ тиреһенән те­гелгән, уларҙы ҡыш та, йәй ҙә кейгәндәр. Ти­ре­һе эскә ҡа­ратып бейек итеп тегелгән, тула, бәрхәт менән көпләнгән, тирәсе тире ме­нән би­ҙәлгән. Ҡыйығына уҡа йәки төҫлө таҫма ҡу­йылған. Әлбиттә, ҡарауға ҡайты­шы­раҡ күренһә лә, көпләнгән бүректәр ҡул­ланыуға уңайлыраҡ булған, туҙып бармаған.
1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан баш­ҡорттар төшөрөлгән һүрәттәрҙә тағы бер төр бүрек­тәрҙе күрергә мөмкин. Улар бейек конус форма­һын­да, өҫ яғы туҡыма менән ҡап­ланған, тирәсе тиренән тегелгән. Уға оҡ­шаш баш кейеме үзбәктәр­ҙә һәм тажиктарҙа һаҡлан­ған һәм “кулох” тип атала. Был баш кейеме баш­ҡорттарҙа ла киң таралған.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған кейем-һалымды заманға яраҡлаш­тырып үҫтер­гәндә, милли асылыбыҙ күҙгә бәрелеп торор ине.


Вернуться назад