Күп балалы ғаиләләр демографик көрсөк ваҡытында яҡлауға һәм иғтибарға лайыҡ. Бала күрмәгән өй — ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман, тигән бер яҙыусы. Береш ауылында йәшәгән Зинзиә һәм Сәлим Ямғурсиндарҙың өйө балалар тауышынан шау-гөр килеп тора, был йорт һәр ағас ботағында береһенән-береһе моңлораҡ ҡоштар һайраған ҡуйы урманды хәтерләтә.Береш ауылы ҡыҙы Зинзиә Әхмәтшәриф ҡыҙы менән Бөрйән районының Әтек ауылы егете Сәлим Сәйетғәле улы бөгөн алты бала тәрбиәләй. Тормош ҡороуҙарына быйыл 23 йыл. Ғаилә башта Бөрйәндә йәшәй, ләкин эш юҡлығы арҡаһында Берешкә күсергә мәжбүр булалар. Ғаиләһен аҫрарға, йүнен табырға ғәҙәтләнгән ғаилә башлығы йәй урындағы карьерҙа тир түкһә, ҡыш Себергә барып аҡса эшләп ҡайта.
Йорт хужабикәһе Зинзиә балалар тәрбиәләү менән бер рәттән барлыҡ йорт мәшәҡәттәрен алып бара. Йыл да ҡура тултырып ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәре алып көтә. Бынан тыш умарта ла тоталар. “Ите лә, һөтө лә үҙебеҙҙеке, эшкәртеп, аҙыҡ итеп торһаң, барыһы ла етә. Ауыл кешеһе үҙ йүнен үҙе күрә, аҡса юҡ тип зарланып ултырырға ваҡыт юҡ. Йәй емеш-еләген дә йыябыҙ, йәшелсәне лә күпләп сәсәбеҙ. Ике ҡатлы йортобоҙҙо ла төҙөп бөтөп киләбеҙ. Алла бирһә, унда күсеп, балалар менән бергә ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын инде”, — ти хужабикә. Әйткәндәй, яңыраҡ Зинзиә Әхмәтшәриф ҡыҙына “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.
Ямғурсиндарҙың өлкән улдары Радим өйләнгән. Инйәр ҡыҙы Луиза менән улдары Рамазанды тәрбиәләйҙәр. Йәш ғаилә әлегә ата-әсәләре менән бергә йәшәй. Берҙәм, татыу ғаиләлә үҫкән Ранис, Денис, Рада, Рәмис һәм Даристың милләтебеҙҙең лайыҡлы кешеләре булып үҫәсәгенә шик юҡ, сөнки ҙур ғаиләләрҙә балалар эшһөйәр, тырыш, үҙаллы, бер-береһенә ярҙамсыл булып буй еткерә.
Милләтебеҙҙең киләсәген дауам итеп, заман ауырлыҡтарынан ҡурҡмай, күп бала тәрбиәләүсе Ямғурсиндар ғаиләһенә ҡарап һоҡланырға һәм үрнәк алырға ғына ҡала.
Белорет районы.