Был тормошта иң бәхетле кешеләрҙең береһе ул. Нисек шулай булмаһын: уның өлөшөнә был донъяға тәүге ауазын һалған сабыйҙарҙы иң беренсе булып, хатта әсәһенән алда уҡ, ҡулына алыу, уларҙың кендеген ҡырҡыу бурысы төшкән. 32 йыл эшләү дәүерендә меңәрләгән ғүмер башланыуына шаһит булған Гөлзада Хәсәнова нисәмә баланы ҡабул итеп алғанлығын хәҙер инде үҙе лә белмәй, “уныһы мөһим түгел, иң мөһиме – һәр сабый һау-сәләмәт тыуып, бәхетле ғүмер кисерһен!” – ти ул. Ибраһим ауылында тыуып үҫеп, Мораҡ башҡорт мәктәбен бөткән ҡыҙҙың медицина юлын һайлауы осраҡлы хәл булмай – үҙен белә-белгәндән бирле һаулыҡҡа тейенә алмаған әсәһен дауаларға, үҙе әйтмешләй, исмаһам, укол ҡаҙап булһа ла хәлен еңеләйтергә хыяллана ул. Шуға ла урта мәктәпте бөткәндән һуң, икеләнмәйенсә, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, йәш белгесте Йомағужа ауылына акушер итеп эшкә ебәрәләр. Бында йылға яҡын самаһы ғына эшләп ҡала, унан Мораҡ үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлегенә күсерәләр.
Тыуған ауылынан дүрт йыл буйы йөрөп эшләргә тура килә йәш ҡыҙға. Хәҙерге һымаҡ машиналар геүләп йөрөһә бер хәл. Бер шулай юл буйында өшөп-күшегеп торған сағында уны “К-700” тракторы ултыртып ала. “Әсәйең бынау төндә ниңә һине сығарып ебәрҙе һуң?!” – ти ғәжәпкә ҡалған тракторсы алдында уҡыусы бала түгел, ә эшләп йөрөгән ҡыҙ икәнлеген белгәс, йәнә аптырауҙан телһеҙ ҡала.
Бына шул ҡаҡса, ҡурсаҡтай ғына ҡыҙ ҡыҫҡа ғына арала үҙ һөнәренең оҫтаһына әйләнә, бала тыуыу мәлен алдан планлаштырып, теүәл ваҡытын күҙаллап булмаһа ла, был мөһим ваҡиғаның нәҡ уның сменаһына тап килеүен, үҙ балаһына тап уның кендек инәһе булыуын теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Яҡшы табип һүҙ менән дә дауалай, тигәндәре хаҡ, Гөлзада Нуретдин ҡыҙының бала тапҡан ҡатындарға булған яғымлы мөнәсәбәте, кәрәк урында йыуатып, кәрәк урында дәртләндереп ебәреүе, урынлы кәңәштәр биреүе – үҙе бер дауа!
Һөнәрен биш бармағындай белеүенә ҡарамаҫтан, үҙ өҫтөндә даими эшләүҙән туҡтамай ул, бер нисә йыл һайын квалификацияны камиллаштырыу курсы үтә, медицинаға ҡағылышлы гәзит-журналдар, китаптар, конференциялар, лекциялар, Интернет ярҙамында белгәндәрен нығыта, яңы дауалау алымдарын өйрәнә.
Акушер булараҡ, Гөлзада апайға ошо йылдар эсендә төрлө хәлдәрҙе күрергә насип булған, шуларҙың иң иҫтә ҡалғандарының береһе – бензовоз машинаһы эсендә бала ҡабул итеү. Әйткәндәй, хәҙер инде уға ҡасандыр үҙе ҡабул итеп алған ҡыҙҙарҙың балаларына ла йыш ҡына кендек инәһе булырға тура килә.
Оҙайлы йылдарға һуҙылған хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙарына, БР һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы билдәһенә лайыҡ булған Гөлзада апай бына тигән әсә, яҡшы ҡатын да. Тормош иптәше – Һикһәнбай ауылы уҙаманы Муса Йомағол улы менән бынан өс тиҫтә йыл элек күркәм ғаилә ҡороп, Айнур менән Юлай исемле аҡыллы улдар үҫтергәндәр. Олоһон инде башлы-күҙле иткәндәр.
– Гел генә яҡшы кешеләр менән аралашырға, эшләргә насип булды, шуныһына яҙмышыма рәхмәтлемен. Бейемемә: “Эшенә сыға ла китә, тип асыуланаһыңдыр инде”, – тиһәм, “Юҡсы, төтөнөң айырым сыға, ирең-балаларың ҡараулы, нимәһенә асыуланайым”, – ти торғайны. Хеҙмәттәштәремдән дә уңдым, акушеркалар Татьяна Гераськина, Татьяна Чадина, Любовь Максимова, Наилә Абдуллина, шәфҡәт туташтары – һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, һәр ҡайһыһы юғары категорияға эйә булған белгес, бер-беребеҙ менән аңлашып, үҙ-ара ярҙамлашып эшләйбеҙ. Балалар табыу бүлеге мөдире Мөхтәр Шафиҡ улы Мозафаров хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, аҡыллы етәксе булараҡ, коллективыбыҙҙы бергә туплаған да, эште дөрөҫ йүнәлештә алып барған да – ул. Эшемде лә, коллективымды ла, әсә булырға йыйынған пациенттарымды ла бик яратам, – ти Гөлзада Нуретдин ҡыҙы.
Күгәрсен районы.