Танауығыҙҙы яратаһығыҙмы-юҡмы – икенсе мәсьәлә, әммә уның хаҡында барыһын да белеп бөтмәүегеҙгә иманым камил. Кешенең тышҡы ҡиәфәтендә мөһим роль уйнау менән бер рәттән, танау йәшәү өсөн уғата мөһим функциялар үтәй – тын алыу, инфекцияларҙы иҫкәртеү, еҫ һиҙеү кеүек үҙенсәлектәре менән бер рәттән, был ағза хатта беҙҙең тауышҡа ла йоғонто яһай.
Төп функцияларын башҡарыу, өсөн танау эсендә бихисап мөһим өлөштәр бар, һәм процестар бер ваҡытта ла туҡтамай. Уйлап ҡарағыҙ – ябай сөскөрөү генә лә организмдың нисә мускулын хәрәкәткә килтерә!
2004 йылда медицина буйынса Нобель премияһы еҫ һиҙеү ағзалары системаһын өйрәнеүсе ғалимдар Линда Бак һәм Ричард Акселға тапшырылған. Улар кеше һәм йәнлектәрҙең геномдарының ҙур өлөшө еҫ тойоу рецепторҙарын кодлауын иҫбатлаған. Быны музыкаль аккорд менән сағыштырырға мөмкин: рецепторҙар еҫ тәьҫиренән ҡуҙғый башлай, бер үк еҫ төрлө рецепторҙарҙы ҡуҙғыта, улар төрлө реакция бирә һәм һәр саҡ уникаль аккорд барлыҡҡа килә.
Әйткәндәй, еҫтең тәьҫирен белеп, Америкала һәм Европала уларҙы киң ҡулланалар. Мәҫәлән, супермаркеттарҙа касса эргәһендә шоколад еҫе сығыуы ихтимал, ә эсемлектәр янында лимон еҫе аңҡый (был емештең еҫе һыуһата, имеш). Шулай уҡ вентиляция системаһы аша ҡәһүә йә иһә әле генә бешерелгән икмәк-бәлеш еҫтәрен залға ебәрәләр. Германия ғалимдары иҫәпләп тә сығарған: “еҫле” магазиндарҙа һатып алыусыларҙың булыу ваҡыты 16 процентҡа оҙағыраҡҡа һуҙыла, нимәлер һатып алыу теләге 15 процентҡа арта. Импульсив (кинәт, уйланылмаған) һатып алынған тауарҙар һаны ла 6 процентҡа күбәйә икән.
Ошонан сығып, танауҙың ни тиклем әһәмиәтле ағза икәнлеген тағы берҙе иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, шулай уҡ уның тураһында ун ҡыҙыҡлы факт тәҡдим итәбеҙ.
1. Танауҙың 14 төрө була.
Һәр хәлдә, Израиль ғалимдары шундай һығымта яһаған. Ошо иҫәпкә “грек” (тура), “ҡарсыға” (осло, ырғаҡлы) танауҙар ҙа инә. Иң таралған төр – “итле танау”.
2. Сөскөрөү үҙенсәлеге генетикаға бәйле.
Ғалимдар әйтеүенсә, бер ғаиләнән булған кешеләр бер төрлө сөскөрә, тимәк, был рефлекс беҙгә тыуғандан бирелә. Сөскөргән ваҡытта танау аша төрлө өлөшсәләр, һауа күҙәнәктәре сәғәтенә 160 километр тиҙлек менән урғыла.
3. Танау матурлыҡты билдәләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Аптырарға түгел: юҡҡамы ни ринопластика, йәғни танау формаһын үҙгәртеү буйынса үткәрелгән пластик хирургия операцияһы, һан буйынса күкрәкте ҙурайтыуҙан һуң, икенсе урында тора.
4. Танау аҫҡа табан үҫә.
Танауҙың төп формаһы ун йәшкә тиклем аныҡлана, әммә ул артабан да яй ғына үҫеүен дауам итә. Ҡыҙҙарҙың организмында был процесс 15-17 йәшкә, малайҙарҙың 17-19 йәшкә тиклем бара. Әммә ваҡыты еткәс, ауырлыҡ көсөнөң туҡтауһыҙ тәьҫире аҫтында, шулай уҡ тирелә коллаген һәм эластин аҡһымдарының тарҡалыуы һөҙөмтәһендә танау оҙоная башлай, бигерәк тә уның осо үҙгәреш кисерә. Был – ҡартайыуҙың тәүге билдәләренең береһе.
5. Беҙҙең танау – иң яҡшы һауа фильтры.
Тын алыу системаһына эләккән һауа ике юл менән – танау тишектәре аша үтеп инә. Ошо ике бәләкәй генә тын юлында туҙанды-саңды, микробтарҙы тотҡарлаусы ваҡ ҡына сәстәр – керпекле эпителий бар. Тымау – танауҙың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге билдәһе, өҫтәмә лайла менән ул танау ҡыуышлығын микробтарҙан таҙартырға тырыша.
6. Беҙ 10 000 самаһы еҫте айыра алабыҙ.
Кеше организмында 12 миллионға яҡын еҫ һиҙеү күҙәнәк-рецепторы бар. Әммә ҡартая бара уларҙың һаны кәмей, шуға күрә оло йәштәгеләр еҫкә һиҙгер булмай.
7. Танау хәтер үҙәге менән бәйле.
Биш тойоу-һиҙеү ағзалары араһында еҫ һиҙеү ағзаһы – мейе гиппокампы менән туранан-тура бәйләнештә булған берҙән-бер ағза. Ул мейенең иҫтәлектәрҙе формалаштырыусы, хис-тойғоно һәм хәтерҙе эшкәртеүсе өлөшө менән бәйле.
8. Ҡайһы бер танауҙар страховкаланырға тейеш.
Шарап яһаусылар һәм хушбуйҙарҙы һынаусылар еҫ һиҙеү һәләтен юғалтыуҙан ҡурҡа һәм танауҙарын ҙур суммаға страховкалай.
9. Танау – ынтылыш нигеҙе.
Романтик үбешеү – кешенең холоҡ-фиғелен формалаштырыусы феромондарҙы эҙләү ысулы ул, сөнки кеше бер-береһенә, башҡа сифаттар менән бер иҫәптән, еҫе менән дә тап килергә тейеш. Был химик матдә енси ынтылыш барлыҡҡа килтерә.
10. Беҙҙең танау үлемесле матдәне лә еҫкәүе ихтимал.
Танау ни тиклем һиҙгер булмаһын, ул ҡайһы бер матдәләрҙе тоя алмай. Мәҫәлән, тәбиғи газдың еҫе юҡ. Ул беҙҙең йорттарҙы йылытыу, ашарға бешереү өсөн ҡулланыла. Хәүефһеҙлек ниәтенән газ компаниялары уға ҡырҡыу еҫле өҫтәмәләр – тиолдар ҡуша.