Далалар төбәгендә сәнғәткә һөйөү нисек тәрбиәләнә?16.01.2018
Далалар төбәгендә сәнғәткә һөйөү нисек тәрбиәләнә?Күптән түгел Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе оло шатлыҡ кисерҙе: коллектив “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе-2017” алтын миҙалына һәм “Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе-2017” номинацияһына лайыҡ булды. Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Киләсәк мәктәбе. Рәсәйҙә заманса белем биреүҙе үҫтереү перспективалары һәм проблемалары” тигән форумда ҡатнашып, сәнғәт мәктәбе директоры Байрас Әминев үҙе лә “Йыл директоры-2017”, “Почет билдәһе” менән бүләкләнде, Халыҡ-ара сифат һәм маркетинг академияһына почетлы ағза итеп ҡабул ителде. Төбәктә беренселәрҙән оло баһаға лайыҡ булған, ярты быуатлыҡ тарихы, еңеүҙәре, уңыштары менән дан ҡаҙанған белем усағының эше менән беҙ ҙә яҡындан танышырға булдыҡ.

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе директоры Байрас Ғәлим улы әйтеүенсә, әле мәктәптә алты бүлек эшләй, уларҙа 410 бала өҫтәмә белем ала. Уҡыусылар күрше Бүребай, Степной, Ергән һәм Федоровка ауылдарынан да йөрөп шөғөлләнә. Шулай уҡ Өфө (Уфимка) һәм Сиҙәмдә сәнғәт мәктәбе бүлектәре эшләй. Бында улар ҡурай, театр һәм вокал буйынса үҙ һәләттәрен аса һәм артабан үҫтерә ала. Балаларҙың уңыштары, тәү сиратта, көслө уҡытыусыларының лайыҡлы хеҙмәтенә ҡайтып ҡала. Балаларҙың һәләттәрен күреп, уны бар яҡлап үҫтерергә ярҙам итеүсе 22 педагог эшләй. Уларҙың барыһы ла юғары һәм беренсе категорияларға эйә, Гөлназ Иманова, Таңһылыу Вәлиуллина һәм Светлана Капова “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” исемен йөрөтһә, Илдар Юнысов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
– Бындай юғары баһаға лайыҡ булыр өсөн әҙерлек өс йыл дауамында барҙы, – тип һүҙ башланы әңгәмәсем. – Уҡыусыларыбыҙҙың халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика, төбәк-ара, район кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып һәр саҡ призлы урын яулауҙары быға этәргес булды. Икенсенән, белем усағының матди-техник базаһын нығытыуға өлгәшә алдыҡ. Ҡиммәтле фортепиано, тауыш яҙҙырыу ҡорамалы, гитаралар, тынлы музыка ҡоралдары һатып алдыҡ. Район хакимиәте һәм мәҙәниәт бүлеге ярҙамында уҡыу йортоноң тәҙрәләрен евроға алмаштырҙыҡ, яңы ҡаҙанлыҡ, насос урынлаштырҙыҡ, ҡыйыҡты яңырттыҡ һәм фойены ремонтланыҡ.
Уңыштарға килгәндә, Сочи ҡалаһында Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурс- фестивалендә Гөлназ Иманова етәкселегендәге “Элегия” вокаль ансамбле – 2-се дәрәжә, Роберт Исламов һәм Ильяс Байгилдин 1-се дәрәжә лауреаттар булды. Ильяс шулай уҡ “Сулпылар” республика телевизион конкурсында икенсе урын алды. Гитара класы буйынса педагогтар Әлфиә Кирәева менән Наталья Вәлиева алты ҡыллы гитара өсөн методик йыйынтыҡ сығарҙы. Һандар теле менән әйткәндә, 2015/16 һәм 2016/17 уҡыу йылында беҙҙең мәктәптә тәрбиәләнеүсе 633 бала халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика, төбәк, район конкурстарында ҡатнашҡан. Уларҙың 78-е – лауреат, 262-һе дипломант булды. Дүрт уҡыусыбыҙ – Роберт Исламов, Ильяс Байгилдин, Рөстәм Юнысов, Ислам Илембәтовтар республика Башлығы стипендияһына һәм ун биш уҡыусы район хакимиәте башлығының “Һәләтле балалар” грантына лайыҡ булды, – ти Байрас Ғәлим улы.
Бында үҙ эшенә мөкиббән кешеләр эшләй, улар һәр балала сәнғәткә һөйөү уята, һәләттәрҙе аса белә. Уҡыусылар менән танышҡанда: “Бер юлы ике мәктәптә уҡыу ауыр түгелме?” – тип һораным. “Юҡ!” – тип яуап бирҙе бер тауыштан Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары. Башҡа тиҫтерҙәре телефон тотоп йәки компьютерҙа Интернетта ултырғанда, сәнғәткә ғашиҡ балалар үҙ таланттарын аса, һәләттәрен үҫтерә.
Йылдар дауамындағы ныҡышмалылыҡ, бар яҡлап камиллыҡҡа ынтылыу, алдыңа ҡуйған маҡсатҡа барыу ғына еңеүҙәргә илтеүен яҡшы аңлай бында уҡыусылар. Шуға күрә сәғәттәр буйы уҡытыусылары өйрәткәнде алып ҡына ҡалмай, ҡайтҡас, өйҙәрендә лә даими шөғөлләнә. Һуңғы ваҡытта балалар бигерәк тә “Хореография” һәм “Һынлы сәнғәт” бүлеген һайлай. Буласаҡ бейеүселәр районда үткән мәҙәни сараларҙа ғына сығыш яһамай, шулай уҡ йыл һайын “Байыҡ” балалар телевизион конкурсында даими ҡатнаша.
Шуныһы ҡыуаныслы: һынлы сәнғәт бүлегендә уҡыусылар йыл һайын Сибайҙа ойошторолған “Батырҙар иле” асыҡ республика конкурсында ҡатнаша һәм призлы урын яулай. Рәмилә Мәмбәтова етәкселегендәге балалар халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – кейеҙ баҫыуҙы ҡайтанан тергеҙеү, уны өйрәнеү маҡсатында матур эш башлаған.
Тиҙ арала йәш кейеҙ баҫыусылар төрлө кейем эшләп, Күмертауҙа “Матурлыҡ планетаһы” конкурсында ҡатнашып, өс номинация буйынса дипломант булырға ла өлгөргән. Уҡыу йортонда даими эшләп килгән ун коллективтың өсәүһе “Балалар өлгөлө ансамбле” исемен йөрөтә. Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларҙы гитара бүлеге үҙенә ылыҡтыра тиһәк тә була.
Ҡасандыр республикала рок йүнәлешенә башланғыс биргән Хәйбулла төбәге – әле лә “Бөйөк дала” республика рок-фестивален үткәргән берҙән-бер район. Бәлки, шуғалыр ҙа үҫмерҙәр араһында был йүнәлеште үҙ итеүселәр байтаҡ. Белем усағында ғына дүрт рок төркөмө ойошторолған, күптән түгел улар үҙҙәренең тәүге концертын ҡуйҙы һәм халыҡ бик яратып ҡабул итте.
Хәйбулла еренең ҡурайсылар төбәге икәнлеген дә оноторға ярамай. Йыл һайын районда Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурай бәйгеләре үтә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡурайҙа уйнарға теләгән йәки балаһын башҡорт халҡының милли музыка ҡоралына ылыҡтырырға ынтылған ата-әсәләрҙең һаны кәмегән. Был мәсьәләләр хаҡында ла тәрән борсолоуын белдерҙе Байрас Әминев. “Ҡайһы ваҡыт мәктәптәр буйлап уҡыусылар йыйырға ла тура килә”, – ти ул.
Заман менән йәнәш атларға, уҡытыуҙың төрлө яңы алымдарын ҡулланырға, сәләмәтлектәре сикләнгән балалар менән айырым шөғөлләнергә лә ваҡыт таба уҡытыусылар. Быйылдан башлап балалар сәнғәт мәктәбендә өлкәндәрҙе лә уҡытыу өсөн лицензия алыуға өлгәшкәндәр. Теләге булған һәр кем, шул иҫәптән студенттар, эшсе йәштәр буш ваҡыттарында үҙҙәре теләгән музыка ҡоралында уйнау, бейеү йәки һүрәт төшөрөү нескәлектәренә өйрәнә ала. Тик теләктәре генә булһын, уҡыу бушлай. Вахта ысулы менән ситтә эшләүселәр, юғары уҡыу йорттары студенттары был мөмкинлектән файҙалана, тейешле курс үткәндән һуң, махсус танытма ала.
Тәжрибәле педагогтар һәләтле балалар менән берлектә белем усағының данын төрлө ҡитғаларға таратһа ла, һәр саҡ призлы урындар яулаһалар ҙа, проблемалар ҙа юҡ түгел балалар сәнғәт мәктәбендә. “Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы, мәктәптә пандустар булмау сәбәпле, мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың өйөнә барып белем бирергә тура килә. Шулай уҡ эстә уңайлыҡтар тыуҙырыу ҙа уҡыусылар өсөн күпкә яҡшыраҡ булыр ине. Өсөнсөнән, махсус белгестәрҙең етешмәүе, йәштәрҙең килмәүе киләсәктә ҙур проблемалар тыуҙырыуы ихтимал. Хәҙерҙән үк был тәңгәлдә маҡсатҡа ярашлы эш алып барыу кәрәк.
Әлбиттә, мәшһүр ҡурайсыбыҙ исемен йөрөткән мәктәпте тамамлаусыларҙың барыһы ла сәнғәт, мәҙәниәт юлынан китмәҫ. Әммә бында белем алыу баланы матурлыҡты күрә һәм ярата белергә, йырларға, бейергә өйрәтә. Иң мөһиме – Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтеңде дөрөҫ файҙаланыу тормош юлында һис шикһеҙ ярҙам итәсәген яҡшы аңлай. Иманым камил, уҡыу йортонда әллә күпме һәләтле балалар барында, уларҙың яулар үрҙәре, балҡытыр уңыштары алда әле.


Вернуться назад