Бында тере тарих һаҡлана16.01.2018
Бында тере тарих һаҡланаХалҡыбыҙ тарихы ҡанлы ла, шанлы ла. Тарих – ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Һәр кем тыуған яғының, яратҡан ҡалаһының тарихын, ата-бабаларының тормош-көнкүрешен, милләтенең мәҙәниәтен белеп үҫергә тейеш. Был йәһәттән музейҙар ифрат ҙур роль уйнай. Музей – тарих төпкөлөнән килгән шаңдау, быуаттарҙы быуаттарға тоташтырыусы рухи байлыҡтарыбыҙ үҙәге.
Рәсәйҙә музейҙар Петр I заманында барлыҡҡа килә. Уның тарафынан булдырылып, Кунст-камера һуңынан хәҙерге Эрмитаждың нигеҙен тәшкил итә. Шул иҫәптән күп кенә провинциаль музейҙар асыла. 1864 йылда Өфөлә музей төҙөү бурысы ҡуйыла. Бөгөн республикала 100-гә яҡын музей иҫәпләнә. Шуларҙың иң ҙурҙарының береһе һәм һирәк осраған экспонаттарҙың күп булыуы менән айырылып торған Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Альбина ЯРМУЛЛИНА менән музейҙың тарихы, бөгөнгө хәле, эш барышы, проблемалары һәм пландары хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.



– Альбина Зөфәр ҡыҙы, музейҙың эшмәкәрлеге менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Беҙҙең музей 1959 йылда мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килә. Артабан ул төр­лө йылдарҙа төрлө биналарҙа урынлаша, экспонаттар нисек бар шулай һаҡлана. 1993 йылдан алып бө­гөн­гә тиклем Сибай ҡала музейы хә­ҙер­ге бинала үҙ эшен дауам итә һәм халҡыбыҙҙың рухи ҡомарт­ҡыларын йыйыу, туплау, һаҡлау менән бер рәт­тән ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара. Музейҙар аша йәмғиәт тарихи-мәҙәни мираҫҡа булған мөнәсәбәтен белдерә, тигән халыҡ фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
Ысынлап та, беҙ, музей хеҙмәткәр­ҙәре, бар экспонаттарҙы һаҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙы ғилми яҡтан өйрәнеп, киләһе быуындарға, йәштәргә ҡомартҡы итеп ҡалдырырға тырыша­быҙ, экспонаттарҙы тулыландырыуҙы дауам итәбеҙ. Йылдан-йыл музей фонды байый, үҫә, тулылана килә. Беҙҙең музей төбәктә генә түгел, ә республикала иң яҡшы­лар рәтендә. Уның фондында ун меңдән ашыу экспонат тупланған һәм йөкмәткеле, бик бай экспозиция залдары төҙөлгән.
– Тәү ҡарашҡа музей хеҙмәткә­ренең эше күңелһеҙ кеүек күренә: ҡомартҡыларҙы һаҡлау, улар менән килеүселәрҙе таныштырыу... Ә ысынында, киреһенсә, һеҙ һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә...
– Килешәм. Күптәр тап шулай уйлай, әммә улар тәрән яңылыша. Музей эшмәкәрлеге һәр саҡ хәрәкәттә булыуҙы, эҙләнеүҙе талап итә. Экскурсиялар үткәреү менән бер рәттән музейға килеүселәр өсөн күренмәгән эштәрҙе – фонд эшмәкәрлеген башҡа­рыу­ҙы ла (музей предметтарын өйрәнеү, уларҙы билдәле тәртиптә тотоу, һанын арттырыу, һаҡлау), ғилми-методик эш алып барыу, ҡала кимәлен­дәге бөтә мәҙәни сараларҙа һәм Рәсәй, республика, төбәк, ҡала конкурстарында әүҙем ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала.
– Альбина Зөфәр ҡыҙы, бөгөн мәғлүмәти технологиялар һәм Интернет заманы. Һәр кем үҙен ҡы­ҙыҡ­һындырған һорауға яуапты тиҙ таба, ҡайҙалыр барыуға йәки кем­дәндер нимәлер һорауға ихтыяжы юҡ. Ошо заманда музейға килеүсе­ләрҙе нисек йәлеп итергә һәм ҡы­ҙыҡһындырырға? Был тәң­гәлдә ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
– Ниндәй генә осорҙа йәшәһәк тә, халҡыбыҙҙың тарихына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныусылар кәмемәй. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн йәш ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын бар яҡлап үҫтерергә тырыша. Ниндәй генә күргәҙмәләр ойошторһаҡ та, иң беренселәрҙән булып йәш ғаиләләр балалары менән килә, музей менән таныша, төрлө һорауҙар бирә.
Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, иҫке талаптарға таянып ҡына йәшәп булмай бөгөн. Шуға күрә музей хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылып, төрлө өлкәлә үҙен камиллаштырып, заман менән йәнәш атларға тырыша. Һуңғы ваҡытта тыуған яҡты өйрәнеү, этнографияға һөйөү тәрбиәләү, бигерәк тә йәш быуында халҡыбыҙҙың, ҡаланың, ошонда йәшәүселәрҙең тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү маҡсатында “Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары” тип аталған йыйынтыҡ сығарыуҙы яйға һалдыҡ. Әле уның өсөнсө сығарылышы донъя күрҙе, китапты үҙ көсөбөҙ менән туплайбыҙ, мөхәррирләйбеҙ һәм үҙебеҙҙә сығарабыҙ.
Йыйынтыҡта этнографияны өйрә­неү­се белгестәрҙең, ғалимдарҙың, музей хеҙмәткәрҙәренең, студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы мәҡә­ләләре урын ала. Авторҙар араһында Өфө, Сорғот ҡалаларынан, Саҡмағош, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан да вәкилдәр бар. Һәр йыйынтыҡ донъя күргәндән һуң музейҙа уның менән таныштырыу сараһы ҡаралған. Оло һәм йәш быуындың бергә осрашыуы, үҙ-ара фекер алышыуы, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы яңы идея, фекер, асыш тыуҙыра. Икенсенән, улар шулай уҡ музей менән яҡындан танышыу мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, был эшебеҙ менән беҙ 2015 йылда халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаштыҡ.
– Белеүебеҙсә, һеҙ йәнә Мәс­кәү­ҙә үткән фестивалдә ҡатнашыу бә­хетенә өлгәштегеҙ. Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларҙы таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Музейҙар берлеге тарафынан май айында Мәскәүҙә Рәсәйҙең һәм сит ил музейҙарын берләштергән XIX халыҡ-ара музейҙар фестивале – “Интермузей-2017” үтте. “Киләсәк музейы” тип аталған был сарала өс йөҙҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль шәхси музей вәкилдәре ҡатнашты.
Фестивалдә 15 дәүләттән (Бөйөк Британия, Израиль, Испания, Көньяҡ Судан Республикаһы һәм башҡалар) музей хеҙмәткәрҙәренең ҡатнашыуы музейҙың рухи, тарихи һәм мәҙәни үҙәк кенә түгел, ә тотош халыҡты бергә туп­лаусы оло бер майҙан икәнлеген тағы ла бер ҡат иҫбатланы.
Күргәҙмәләрҙе 42 меңдән ашыу кеше ҡараны, шулай уҡ күренекле ғалимдар, музей белгестәре менән осрашыуҙар, лекциялар ойошторолдо, төрлө семинар, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Беҙ Рәсәй музейҙар берлеге муниципаль бүлек өсөн ойошторған “N ҡалаһындағы музей...” конкурсында үҙ көсөбөҙҙө һынаныҡ. Был бәйгелә “N ... ҡалаһын­дағы династиялар” те­ма­һы буйынса илебеҙҙең төрлө төбәк­тәренән килгән 25 музей вәкиле үҙ проектын яҡланы. “Сибайҙың таусылар династияһы” эше тип аталған беҙҙең проект иң яҡшы ғилми-тикшеренеү проекты номинацияһында еңеү яуланы һәм Рәсәй Музейҙар союзының шәхси призына лайыҡ булды.
– Музейҙа тағы ла ниндәй саралар үтә?
– Алдан әйтеүемсә, музей хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә эҙләнә. Ҡала тормошонда сағыу эҙен ҡалдырған, яҡшы эштәре менән үрнәк булған, төрлө йүнәлештә асыштар яһаған ҡалалаштарыбыҙ хаҡында төрлө мәғлүмәттәр, фотолар, экспонаттар йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Шәжәрә байрамдарын үткәреүҙе матур традицияға әйләндерҙек. Сибай – студенттар ҡалаһы, шуға күрә улар ҡатнашлығында төрлө саралар даими үтеп тора. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙебеҙгә йәлеп итеү маҡсатында йыл һайын төрлө акциялар ойошторола. “Кем ҡайҙа, ә беҙ – музейға!” тип аталған акцияла 900-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шулай уҡ “Асыҡ ишектәр көнө”, “Музей төнө” кеүек саралар даими үтә. Экология йылына арналған “Урал аръяғы­ның экологик хәүефһеҙлеге һәм тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре” тема­һына арналған “түңәрәк өҫтәл”, “Фронтовик әхирәттәр” клубының юбилей сараһын үткәреүме, төрлө күсмә күргәҙмәләрҙе ойоштороумы, ғилми эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнеүме – барыһын үҙ ваҡытында һәм юғары кимәлдә ойоштора музей хеҙмәткәрҙәре.
– Альбина Зөфәр ҡыҙы, һәр музейҙың бренды булырлыҡ ҡомартҡылары була. Сибай музейының төп үҙенсәлеге ниҙә?
– Беҙҙең музейҙа башҡорт халҡы­ның тормош-көнкүреш әйберҙәренән бик уникаль экспонаттар һаҡлана, уларҙың ҡайһы берҙәре башҡа музейҙарҙа юҡ. Шулай уҡ беҙҙә генә Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә йәшәүсе ҡоштарҙың ҡарасҡы­лары (чучела птиц) бар. Беҙ уларҙы даими рәүештә республиканың төрлө музейҙарына күсмә күргәҙмәләр рәүешендә алып йөрөтәбеҙ, халыҡ яратып ҡабул итә, ҡыҙыҡһынып ҡоштар менән таныша.
– Уй-ниәттәрегеҙгә, пландары­ғыҙға килгәндә...
– Бөгөнгө заманда музейға йөрөүҙең, уның менән танышыу юлдарының бөтә төрҙәрен өйрәнәбеҙ. Халыҡты күберәк йәлеп итеү, музейға йөрөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырыу юлдарын бергәләшеп эҙләйбеҙ. Тиҙҙән Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына виртуаль сәйәхәт итеү мөмкинлеге буласаҡ. Был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыла, киләһе йыл теләгән һәр кем “Виртуаль Интермузей”ға сәйәхәт итер тип ышанабыҙ. Шулай уҡ үҙ эшенә яуаплы ҡараған музей хеҙмәткәрҙәрен дә телгә алыр инем. Улар – оҙаҡ йылдар музейҙа төп һаҡлаусы, экскурсовод булып эшләүсе Рәзилә Ишбулатова, ғилми хеҙмәткәр Наилә Йәрмөхәмәтова, аҙ ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, музейҙы бар илгә танытыуға ҙур өлөш индергән тарих фәндәре кандидаты Миңнур Шаһиева.
– Музейҙар боронғо ҡомартҡы­ларҙың, билдәле шәхестәрҙең әйберҙәренең саңланып, туҙып ятҡан урыны түгел, ә киреһенсә, ғорурлыҡ, милли рухи байлыҡ бирерлек мәҙәни һәм тарихи үҙәк булыуына һеҙҙең менән әңгәмә аша йәнә бер ҡат инандыҡ. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да уңыштар юлдаш булһын.


Вернуться назад