Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында эленгән “Ҡыйҙы балалар бәхетенә әйләндерәбеҙ” акцияһы нигеҙендә макулатура йыйыу ойошторола” тигән иғланды уҡығас, мәктәп йылдары иҫкә төштө. Ул ваҡытта ғәҙәттә, ошо эште май айында башлай торғайныҡ. Билдәле, ер ҡарҙан асылғанда эргә-тирәне гөл баҡсаһына әйләндерәһең һәм бер ыңғай кәрәкмәгән гәзит-журналдар, ташландыҡ китап, төрлө ҡағыҙҙарҙы ла йыйып тапшыраһың.Әйткәндәй, изге башланғысҡа “Республика Башҡортостан” дәүләт унитар предприятиеһы нәшриәт йорто филиалы – “Башкортостан” нәшриәте лә ҡушылды. Дөрөҫөрәге, “Башҡортостан” гәзите, “Ватандаш” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары хеҙмәткәрҙәре әллә күпме төргәк гәзитте һәм иҫке ҡағыҙҙарҙы, китап-журналдарҙы тейешле урынға илтеп һалды. Унан килгән аҡса ете йәшлек Эльдар Сафроновты реабилитациялауға тотоноласаҡ.
Ойоштороусыһы – Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм “Таҙа Өфө” йәмәғәт ойошмаһы.
Хәбәрсе Венер Исхаҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙан ҡотолоу янғын хәүефһеҙлеген ныҡ кәметә. Был осраҡта бер атҡанда ике ҡуянға тейгеҙеү менән бер. Кабинеттарҙы ҡыйҙан арындыраһың, шул уҡ ваҡытта мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу – сауаплы эш.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, эшкәртеүгә тапшырылған бер тонна макулатура дүрт кубометр тирәһе ағасты ҡырҡыуҙан һаҡлай, ә был бейек биш ағас тигән һүҙ.