Бер фондтан икенсеһенә күскәндә ни өсөн аҡса юғала?16.01.2018
Рәсәй Пенсия фондынан һәм шәхси идарасы компанияларҙан пенсия аҡсаһын дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына күсереү һөҙөмтәһендә юғалтылған инвестиция килеме 27 миллиард һум самаһы тәшкил иткән. Бындай хәлдең сәбәбе нимәлә һәм ул ҡабатланмаһын өсөн ниндәй сара күрергә?
2015 йылдан Рәсәйҙә страховкалаусылар араһында мотлаҡ пенсия тупланмаһын “тәғәйен ваҡытта” һәм “ваҡытынан алда” күсереү тигән төшөнсәләр закон менән нығытылғайны. Үҙгәрештәргә ярашлы, ваҡытынан алда күсерелгән пенсия тупланмаһы яңы пенсия фондына әүәлге страховкалаусы тарафынан эшләнгән инвестиция килемен иҫәпкә алмайынса тапшырыла. Мәҫәлән, әгәр граждан аҡсаны ваҡытынан алда күсереү алымын һайлаһа һәм уның пенсияһының тупланма өлөшө фондта биш йылға тиклем йыйылһа, инвестиция юғалтыуҙары ярайһы уҡ байтаҡ буласаҡ, сөнки гарантияланған аҡса күләме биш йылға бер тапҡыр ғына формалаша.
Бер фондтан икенсеһенә күскән өсөн штраф санкциялары тураһындағы закон дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына пенсия тупланмаһының теркәлгән күләмен мөмкин тиклем оҙағыраҡ инвестициялау мөмкинлеген бирергә тейеш ине. Сит илдәрҙә шулай уҡ ғүмерҙе страховкалау буйынса аннуитет продукттарға (страховкалау договоры, уға ярашлы страховкалаусы билдәләнгән ваҡыт эсендә файҙа алыусыға страховка аҡсаһын түләргә тейеш) ҡарата штраф һалыу практикаһы ҡулланыла, йәғни тупланған иғәнәне ваҡытынан алда иҫәптән алған өсөн штраф түләтелә. Был алым ғәҙел кеүек, сөнки күп кенә инвестиция ғәмәлдәре күберәк килем алыу маҡсатында һалынған аҡсаны иҫәптә мөмкин тиклем оҙағыраҡ һаҡлауҙы күҙ уңында тота.
Граждандарға тупланған аҡсаны ваҡытынан алда бер фондтан икенсеһенә күсереүҙең отошһоҙ булыуы тураһында мәғлүмәт еткерергә кәрәк. Әммә был бурыс әлегә ҡанундар менән нығытылмаған һәм страховкалаусы алмаштырылған осраҡта буласаҡ пенсионерҙар килемен юғалтыуын дауам итә. Граждандарҙың страховкалаусыны ваҡытынан алда алмаштырыу һөҙөмтәһендә юғалтҡан килеме тураһындағы мәғлүмәттең фондтар тарафынан Рәсәй Банкына мотлаҡ тапшырылыуын һәм йыл һайын уның сайтында баҫылыуын тәьмин итеү шарт. Был буласаҡ пенсионерҙарға аҡсаны ваҡытынан алда күсереү хаҡындағы ҡарарҙы уйлап ҡабул итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Рәсәй Финанс министрлығы шәхси пенсия капиталы концепцияһын эшләргә ниәтләй. Һуңғы ике йылда халыҡтың дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына күсергән аҡсаһы, 2013 йылда пенсияның тупланма өлөшөнә мораторий индерелеүгә ҡарамаҫтан, икеләтә артҡан. Бының бер нисә сәбәбе бар. Беренсенән, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары реклама кампанияларын әүҙемләштереп, банк-агенттар аша банк секторы менән бәйләнеште нығытты. Икенсенән, аҡса күсереү буйынса ғаризалар эшкәртеүҙе автоматлаштырҙы. Өсөнсөнән, граждандарҙың күбеһе буласаҡ пенсия сығанағын үҙгәртергә ҡарар итте. Йәнә дәүләт идарасы компаниялары менән сағыштырғанда, дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарында пенсия тупланмаһының килемлерәк булыуына өмөттө лә иҫәпкә алырға кәрәктер.
Әле пенсия тупланмаһы менән эш иткән дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары акционерлаштырылды һәм Рәсәй Банкы тарафынан ҡәтғи контролдә тотола. Улар шулай уҡ иғәнәләрҙе страховкалау системаһында ҡатнаша. Бындай фондтар бөлгөнлөккә төшкән осраҡта граждандарҙың аҡсаһы номинал буйынса Рәсәй Пенсия фондына тапшырыла. Инвестиция килеме иһә фонд активтарын һатҡас клиенттарҙың иҫәбенә күсерелә. Тик активты һатыуҙан алынған аҡса иғәнә күләменән күберәк булырға тейеш.
Тимәк, дәүләткә ҡарамаған фондты һайлағанда уның ағымдағы килемен генә түгел, ҙур банктар һәм сәнәғәт төркөмдәре менән аффилирланыуын, мотлаҡ пенсия страховкаһынан файҙаланыусылар һанын иҫәпкә алыу шарт. Шулай уҡ ҙур агентлыҡтарҙың был фондҡа ниндәй ышаныс рейтингын биреүен өйрәнеү ҙә зыян итмәҫ.
Юлия ФИНОГЕНОВА,
Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры.