Был ҡоштоң исеме сәйер яңғырай — ябалаҡ. Ул сыбар төҫтә, башында “ҡолаҡтары” — ослайып торған ҡауырһын шәлкемдәре бар.Күҙҙәре ҡыҙғылт-һары, туп-тура ҡарап тора, тырнаҡтары эре, ҡуңыр төҫтә. Томшоғо ҙур, бер аҙ бөкрө. Йөнө ҡуңыр ерәндән алып алтындай йылҡылдап торған төҫкәсә, ҡабырғаларында, ҡорһағында ҡуйы ҡара “һүрәттәре” лә бар.
Көнбайыш Себерҙә ҙур аҡһыл төҫтә, далаларҙа бәләкәйерәк балсыҡ төҫөндәге ябалаҡтарҙы осратырға мөмкин. Кәүҙәгә ярайһы уҡ ҙур булһа ла, улар тауыш-тынһыҙ оса. Кискә табан ултырғанда ғына “һупылдап” ҡуя.
Ябалаҡ – төрлө тәбиғәт шарттарына тиҙ яраҡлашып китеүсе ҡош: төньяҡтың бейек тауҙарының һалҡынын да, Сахара менән Төркмәнстандың эҫелеген дә берҙәй яҡшы кисерә. Был ҡоштоң төп аҙығы — кимереүселәр, ваҡ йыртҡыстар, ҡоштар, ҡуяндар. Ояһы ябай соҡорҙо хәтерләтә, уны инә ҡош урман тупрағында, мүкле һаҙлыҡта соҡоп яһай. Ағас ҡыуышлығын да һайлауы мөмкин. Ғәҙәттә, ул ике-дүрт йомортҡа һала.
Ябалаҡ ҡояш байығас ҡына теремекләнә. Ул тауыш-тынһыҙ, ваҡыты-ваҡыты менән таштарға, ағастарға ултыра-ултыра үҙенең һунар биләмәһен байҡап йөрөй. Уның бер үк ерҙә оҙаҡ йылдар оя ҡороуы, пары үлгәндә лә был урындан китмәй ҡалыуы билдәле.