Серле һандыҡ бит ул тәбиғәт16.01.2018
Һәр төбәктә тыуған яғына, тирә-яҡ тәбиғәтенә һоҡланып йәшәүселәр, улай ғына түгел, ошо матурлыҡты кешеләргә еткерергә тырышыусылар, киләсәге өсөн борсолоусылар бар. Улар ауыл тарихын теркәп ҡалдыра, тыуған мөхите тураһында риүәйәттәрҙе йыя, исем-атамаларын асыҡларға тырыша, ишеткәндәрен ҡағыҙға теркәй. Ҡырмыҫҡалы районынан даими авторыбыҙ Фидат ағай Юнысов та үҙе олоғайғансы күңелен шатландырғандарҙы, өйкәгәндәрҙе ҡағыҙға яҙып, уйҙары менән уртаҡлашып барҙы. Уҡыусыларға уның бер нисә тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһындағы мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, ауылыбыҙ, районыбыҙҙағы тәбиғәт мөғжизәләре менән ҡыҙыҡһынып барам. Яҙылғандары тураһында уҡыйым, баҫылғандарын туплайым, күңелгә килгәндәрен дәфтәргә теркәйем, һеҙгә лә иң гүзәл тип һаналған, кешеләр ял итергә яратҡан бер нисә урын тураһында яҙып ебәрмәксемен.
Иң тәүге сиратта Ҡарлыман мәмерйәһен атар инем. Ҡарлыман ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта баҫып торған мөһабәт Оло Таш ҡаяһы аҫтында урынлашҡан был мәмерйәнең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Бынан бер быуат элек, әсәйемдең балалыҡ йылдарында, уның ауыҙы өс ат егелгән арба (тройка) менән инеп йөрөрлөк, Әйүп олатайым йәш ваҡытта дауамы бынан егерме саҡрым алыҫлыҡтағы Аҡташ ауылы янындағы ҡаяға барып сыға торған булған. (Әсәйемдең тыуған йылы — 1898, Әйүп олатайымдың йәшлек йылдары XIX быуаттың 70-се йылдарына тура килә). Ошо оҙонлоҡтағы мәмерйәнең эсендә ниндәй серҙәр һаҡланыуы тураһындағы ҡулъяҙмалар беҙҙең көндәргә килеп етмәгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа беҙ, 10-13 йәшлек малайҙар, һәр йылдың май башында унда сәйәхәт ҡыла инек. Ләкин 150-200 метрҙан ары эскә үтә алманыҡ, сөнки былай ҙа түбәнәйеп киткән залын яртылаш ҡалҡыулыҡ ҡаплағайны. Ҡалҡыулыҡтың арғы яғында һәр ваҡыт боҙ кеүек һалҡын һыу ятыр булды. Таяҡ башына сепрәк бәйләп кәрәсингә мансылған факелдар яҡтыһында мәмерйәнең артабан бейегәйеп һәм киңәйеп китеүе күренә торғайны. Беҙҙең арала яланаяҡтарҙың бармаҡ осо менән һыуҙың һалҡынлығын тикшереп ҡарауҙан башҡаға баҙнат итеүселәр табылманы. Мәмерйәнең дауамы һәр ваҡыт сер булып ҡалды. Уның төпкөлөндә тәбиғәт беҙҙән әле булһа үҙенең серҙәрен һаҡлайҙыр.
Бала саҡта мәмерйәнең эсендәге билдәһеҙлек, тышындағы күренеш беҙҙең өсөн оло сер булып торҙо. Өҫтөндә мөһабәт баҫып торған Оло Таш ҡаяһының урта бер өлөшөндә (ерҙән 50-60 метр самаһы бейеклектә) махсус киҫеп эшләнгән кеүек, мәктәптәге класс таҡтаһылай, тигеҙ ере бар ине. Уның киңлеге — 5-6 метр, бейеклеге 10 метр самаһы булыр. Ана шул тәбиғәт эшләгән таш таҡтаға билдәһеҙ рәссамдың ҡулдары менән иҫ киткес оҫталыҡта Ленин менән Сталиндың һүрәте төшөрөлгәйне. Кем һәм нисек төшөргәндер ул һүрәттәрҙе, беҙҙең өсөн сер булып ҡалды, сөнки тәбиғәт яһаған таш таҡта янына уңдан да, һулдан да, аҫтан да килеү, иң мөһиме, баҫып һүрәт төшөрөп тороу мөмкин түгел ине. Байтаҡ йылдар үткәс, моғайын, уны юғарынан 60-70 метр оҙонлоғондағы дилбегәгә бәйләнеп төшөп эшләгәндәрҙер тигән һығымтаға килдем. Бәлки, райондың партия етәкселәре махсус рәүештә берәйһен яллап ҡушҡандыр. Һүрәттәрҙең тағы ла бер үҙенсәлеге беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы: көҙгө ямғырҙар, ҡышҡы бурандар, йәйге эҫе ҡояш нурҙары аҫтында ла улар үҙгәрешһеҙ ҡала. Кем белә, бәлки, һәр йылда яңыртып торғандарҙыр, тим. Хәҙер ул ҡая ташы юҡ: шартлатып, төҙөлөш материалына алып бөттөләр. Ниндәй вәхшилек! Әлеге көндә мине һәм мәмерйәнең артабанғы яҙмышына битараф булмаған яҡташтарымды тәбиғәт ҡомартҡыларының киләсәге борсой.
Районыбыҙҙың икенсе мөғжизәһе — Иҫке Муса ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 2-3 километр алыҫлыҡта ятҡан бәләкәй генә Зәңгәр күл. Уның иҫ китмәле матурлығын яҙып ҡына бөтөп булмай. Бәләкәй генә, ҡаҙан кеүек түңәрәк күлдең уртаһында диаметры метрҙан ашыу самаһында төпһөҙ упҡын урғыла. Ана шул упҡындан бәргән һыу артабан йылғаға ҡушыла.
Тағы бер тәбиғәт ҡомартҡыһы — Ҡырмыҫҡалы менән Ҡарлыман ауылдары араһындағы шишмә. Беҙ бала саҡта уны Изгеләр йәки Әүлиәләр шишмәһе тип йөрөтәләр ине. Һыуының тәмлелеген ҡағыҙға ғына яҙып аңлатырлыҡ түгел, уны эсеп ҡарау мотлаҡ. Һыуы һауыт-һабаның, самауырҙың төбөнә ултырған юшҡынды бөтөрә, бер ваҡытта ла боҙолмай, айҙар буйы торһа ла, үҙенең сафлығын, тәмен юғалтмай. Уның дауалау сифатына бала сағымда үҙем инандым. Миңә алты йәштәр самаһында күҙҙәрем эренләп ауырыны, әсәйем мине өшкөртөргә тип ауылдағы Лотфулла мәзингә алып барҙы. Мәзин бабай мине шул шишмәгә алып барып, битемде, күҙҙәремде һыу менән йыуырға ҡушты. Әсәйем шишмәгә ике тапҡыр ғына алып барҙы, өсөнсө барыуҙың кәрәге булманы. Шишмәнән әлеге көндәрҙә лә халыҡ һыу ала.
Мөғжизәләр рәтенә шулай уҡ беҙҙең ауылдан 300 метр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан, күктә йөҙгән ай кеүек түңәрәк Аҡкүлде индерер инем. Ауыл халҡы өсөн уның әһәмиәте бик ҙур. Беҙҙең олатайҙар әйтеп ҡалдырған риүәйәттәргә ҡарағанда, Ҡарлыман ауылының әллә нисәмә быуатлыҡ тарихы бар.
Ҡасандыр ул икенсе ерҙә урынлашҡан булған. Бер ваҡыт ҡот осҡос сир таралып, ауыл халҡына үлеп бөтөү ҡурҡынысы янаған. Мулла, халыҡты йәшәгән урындарынан ҡуҙғатып алып китеп, әллә ни алыҫ булмаған ҡара урман эсенә, әлеге ауыл урынлашҡан ергә килтерә. Был ваҡиға ҡасан булғанын бер кем әйтә алмай. Архив документтары буйынса, Ҡарлыман ауылы 1653 йылда теркәлгән. Шул осорҙан алып бөгөн дә ауыл халҡы Аҡкүлдең һыуын эсә. Әйткәндәй, быуаттар төпкөлөнән килгән йола буйынса, кешеләр был ҙур булмаған (диаметры 100—120 метр самаһы) күлдең һыуының таҙалығын ҡәҙерләп һаҡлай. Унда бер кемгә лә һыу инергә, ат йөҙҙөрөргә рөхсәт ителмәй, мал тупламайҙар, өйрәк-ҡаҙҙы ебәрмәйҙәр.
Тәүге исеме Мансаҙы, хәҙерге Мөҡсин ауылынан алыҫ түгел генә ерҙә, Ағиҙел йылғаһы буйында йәйрәп ятҡан тәрән һыулы Талпаҡ күлен дә исемләр инем. Биш саҡрым самаһы оҙонлоҡтағы, ятышы менән ат дағаһын хәтерләткән был күл ике осо менән Ағиҙел йылғаһына бик яҡын килә. Ҡасандыр йылға ошо күл аша аҡҡан, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, был һыу ятҡылығы йылғанан ситтә ҡалып, бик матур күлде хасил иткән. Уның киңлеге яҙын 500-700 метрғаса етә. Элегерәк ярҙары буйында йыуан-йыуан йүкә ағастары үҫә ине. Хәҙер улар һирәгәйгән...