Көтөүсе һабағы12.01.2018
Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти. “Ни эшләргә: телмәр тоторғамы, юҡмы?” – тип уйға ҡалған диндар. Ахырҙа егеттең үҙенә мөрәжәғәт иткән:
– Яңғыҙыңа вәғәз һөйләргә кәрәкме икән – нисек уйлайһың?
– Әлләсе, – тип яурынын һелкеткән көтөүсе. – Мин – ябай эшсе, ундай мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем. Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем.
Был һүҙҙәрҙе йөрәгенә яҡын алған имам-хатип ихласлап вәғәз һөйләй башлаған. Ике сәғәт тирәһе телмәр тотҡас, еңел тын алып ҡуйған:
– Нисек, оҡшанымы һөйләгәнем?
– Дини мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем, тигәйнем инде. Әммә шуны әйтә алам: яңғыҙ малды ашатҡан хәлдә лә, уға барыһы өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡты бирмәҫ, ә бер өлөштө генә һалыр инем...
Ҡәҙер китмәһен
Бер ғалим Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм янына көн дә килә икән. Сираттағы мәртәбә күрешкәс, Пәйғәмбәребеҙ уға:
– Улай йышламаһаң ине, – тигән. – Юғиһә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белмәй башлауыбыҙ ихтимал. Ҡояшҡа ҡара. Ул көн дә яҡтырта, әммә болоттар араһына йәшеренгән ваҡытында үҙенең ҡәҙерен нығыраҡ тоябыҙ түгелме?
Асыуыңды тыя алмаһаң...
Үҙ-үҙен тота алмайынса тиҙ ҡыҙып китеүсән егет йәшәгән, ти. Уға атаһы бер мәл ҡаҙаҡ тултырылған тоҡ биргән дә:
– Асыуыңды тыя алмаған саҡта ошоларҙы берәмләп ҡоймаға ҡата бар, – тигән.
Тәүге көндәрҙә тоҡ байтаҡҡа еңеләйгән. Артабан иһә егет асыуын әҙерәк тыйырға өйрәнгән, һөҙөмтәлә ҡойма янына һирәгерәк килә башлаған. Ҡаҙаҡ ҡағыуға ҡарағанда хистәреңде йүгәнләп тотоу еңелерәк икәненә төшөнгән ул. Был хаҡта атаһына һөйләгән.
– Яҡшы. Ә хәҙер шулай итәбеҙ: асыуыңды тыйып ҡалған һайын ҡоймаға ҡағылған ҡаҙаҡтарҙы берәмләп һурып сығара бар, – тигән атаһы.
Көн артынан көн үткән. Бына ҡойманан һуңғы ҡаҙаҡты тартып сығарған улы янына атаһы килеп баҫҡан:
– Бурысыңды яҡшы үтәнең. Әммә, күрәһеңме, ҡоймала күпме тишек ҡалды... Ул элекке кеүек була алмаясаҡ. Кешенең күңеле менән дә шул уҡ хәл: ҡыҙыулыҡ аша уйламай әйтелгән һәр асыулы һүҙҙән яра эҙе ҡала.