Һеләүһен дә яҡлауға мохтаж12.01.2018
Һеләүһен дә яҡлауға мохтажҺәр беребеҙҙең йортонда бесәй барҙыр тиһәм, яңылышмаҫмын. Тик аллергия менән ауырыған айырым кешеләр генә был йомшаҡ хайуандан баш тарта. Йылыны яратҡан йөнтәҫ дуҫыбыҙҙың файҙаһы ифрат ҙур. Әйткәндәй, ул өй тирәһендә сысҡандарҙы аулай һәм үҙенең көйлө мырылдауы менән күңелгә кәйеф, тыныслыҡ өҫтәй.
Ә бына ҡуйы урмандарыбыҙҙа бесәй­ҙең яҡын туғаны һеләүһендең йәшәүе барыһына ла билдәле. Ауырлығы 18–30 килограмға еткән урман ҡупшыҡайы башлыса сысҡан һәм ҡуян менән туҡ­ла­на. Ҡайһы саҡта йәш ҡоралайҙарҙы ла аулай. Аслыҡтан интеккән һеләүһен­дәр хатта ауылдарға килеп, ҡош-ҡортҡа, һарыҡ-кәзәгә лә һөжүм итә. Һеләүһен үҙенең ҡорбанын ҡая-таш йә булмаһа эйелгән ағас баштарында сәғәттәр буйы тын ғына һағалай.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә йыл да уҙғарылған иҫәп-хисап буйынса һеләүһендәрҙең һаны 40-тан ашыу. Хеҙ­мәткәрҙәрҙең әйтеүенсә, күрһәткестең үҙ­гәреүе лә мөмкин, сөнки аҙыҡ эҙләү йәһәтенән был хайуандар бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Ҡурсау­лыҡ­тың барлыҡ урмансылыҡ участкаларында ла һеләүһендәр йәшәй, быға даими осрап торған эҙҙәр дәлил. “Ҡыҫҡа ҡойроҡ­ло урман бесәйҙәрен күргәнегеҙ бармы?” тип йыш ҡына ҡурсаулыҡта оҙаҡ эшләгән дәүләт инспекторҙарынан һорайым. “Эҙҙәренә генә тап булабыҙ, ә үҙен күр­мәйбеҙ”, – тип йылмайып яуап ҡайтара сәстәренә сал төшкән ағайҙар. Был инде һеләүһендең яҡын бер туғаны пума кеүек үтә һаҡ тормош алып барыуын аңлата.
Ҡарт бабайҙың һеләүһен менән осрашыуын һөйләп үтәйем әле. Үткән бы­уаттың 70-се йылдарында ябай башҡорт ауылында бер ғаиләнең мал һарайы аръяғында урынлашҡан ҙур булмаған тау битләүендә үҫкән ҡарағай төбөнә һе­ләүһен килеп йөрөр булған. Йорт хужаһы быны күреп ҡалғас, йәһәт кенә өйөнә йүгереп инеп, мылтығын алып сыға. Һарай янына килеп мылтығын ҡороп ебәрә лә теге хайуанға төҙәй, ә һеләүһен урынынан да ҡуҙғалмай ултыра бирә. “Юҡ, атырға кәрәк, йә балаларыма, йә булмаһа малыма зыян килтерәсәк”, – тип күҙәтеүен дауам итә был. Ауыр һуғыш йылдарын үтеп сығып, әллә күпме үлем, бер туҡтауһыҙ түгелгән күҙ йәш­тәренә шаһит булған күренештәр уны ҡапыл туҡтата. Мылтығын ергә һа­лып, усы менән маңлайына эркелеп сыҡҡан тирен һөртөп ҡаты уйға бата. “Бәлки, был меҫкен хайуандың балалары ла барҙыр, бәлки, аслыҡтан интегеп килеп сыҡҡандыр”, — тип үҙ алдына һөйләнеп ала.
Иртәгәһенә иртүк тороп ике йомро икмәк һәм аштан ҡалған һөйәктәрҙе тотоп, теге тауға йүнәлә. Ҡарағай төбөнә килеп еткәс, һеләүһен әллә ни ҡурҡмай ғына 10–15 метр артҡа сигенеп, ҡуйы йөндәрен тырпайтып, бер аҙ ыҫылдап алғас, тын ғына кешене күҙәтә башлай. Ветеран ағай үҙе менән алып килгән аҙыҡты ағас төбөнә һала ла ҡайтып китә. Һеләүһен “күстәнәстәр” янына килеп, еҫкәнеп алғас, һаҡ ҡына мырылдай-мырылдай ашай башлай. Шулай ҡырағай хайуанға аҙыҡ ташыу бер нисә көн дауам итә. Тик аҙаҡҡы көндә тау башында йыртҡыс башҡаса күренмәй. Кем белә, бәлки, һеләүһен тамаҡ ялғап артабан оҙон юлын дауам иткәндер...
Бына шундай серле һәм матур һеләү­һендәр йәшәй беҙҙең урмандарҙа. Улар ҙа башҡа януарҙар менән бер рәттән ҡурсалауға мохтаж.

Марат БӘХТИЙӘРОВ,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.


Вернуться назад