Мауыға торған ғәмәл түгел12.01.2018
Мауыға торған ғәмәл түгелРәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп психиатр-наркологы Евгений Брюн әйтеүенсә, ил буйынса ҡәҙимге дауаханаларҙа ятҡан өс меңдән ашыу пациентҡа тикшереү үткәрелгән. Уның һөҙөмтәһендә стационар шарттарҙа дауаланғандарҙың уртаса 15 проценты алкоголле эсемлектәр менән артыҡ мауыға, тап ошо сәбәптән уларҙың төрлө ауырыуҙары киҫкенләшкән икәнлеге асыҡланған. Шулай уҡ тикшерелгәндәрҙең яҡынса алты проценты табип тәғәйенләүенән тыш наркотиктар һәм психотроп матдәләр ҡуллана.


Ошонан сығып, киләсәктә дауаханалар­ҙағы һәм поликлиникаларҙағы табиптар­ҙың эшен йәшерен алкоголиктарҙы асыҡ­лауға ла йүнәлтмәкселәр. “Пациенттарҙың хәленә анализ яһағандан һуң шул асыҡ­ланды: бындай кешеләр наркологик ярҙам һорап бер ваҡытта ла белгестәргә мөрә­жәғәт итмәй, әммә башҡа сирҙәр уларҙы барыбер дауаханаға алып килә. Ошонан сығып, уларҙың наркологик бәйлелеген асыҡлау һәм тейешле саралар күреү мөм­кинлеге бар”, – ти илдең төп наркологы.
Быйылдан башлап ҡәҙимге поликли­ника­ларҙың штатында наркологтар һәм психологтар барлыҡҡа килер тип күҙал­лана. Иҫкәртеү һәм реабилитациялау – тап ошо ике йүнәлеш психоәүҙем матдә­ләргә, наркотиктарға, алкоголле эсемлек­тәргә, тәмәкегә ихтыяжды кәметеүҙә һиҙе­лерлек һөҙөмтә бирә, ти белгестәр.
Ғөмүмән, статистика күрһәткестәре буйынса, илебеҙҙә алкоголгә бәйле хәл бер аҙ яҡшырған кеүек. Аҙыраҡ эсәләр, наркомания ла бынан тиҫтә йыл элек самаһы элеккесә янамай. Был йәһәттән, йәш быуын вәкилдәренең организмында тыйылған препараттар булыу-булмауын асыҡлаған тест үткәреү буйынса закон ҡабул итеү ҙә ыңғай һөҙөмтә биргән. Ә ваҡытында уға йәмәғәтселектең, шулай уҡ ҡайһы-бер ата-әсәләрҙең ҡаршы сыҡҡаны билдә­ле: бәғзеләр тестың хаталы булыуынан ҡурҡһа, икенселәр баланың яҙмышына насар йоғонто яһар тип хафаланған. Әммә сараның үҙен аҡлағаны көн кеүек асыҡ: һуңғы биш-алты йылда мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында наркотиктарға ихтыяж өс-биш тапҡырға кәмегән. Тест 13 йәштән башлап мәктәп уҡыусыларына, шулай уҡ студенттарға даими үткәрелеп тора.
Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа алкоголь һәм наркотик бәйлелекте дауалауҙың ысулдары ла ҡырҡа үҙгәргән. Баш нарколог билдәләүенсә, сир төрлө кешелә бер үк сценарий буйынса үҫешә тип әйтеү – хата фекер. Кешеләрҙең мейе биохимияһы төрлө булғанға, берәүгә килешкән дауалау юлының икенсегә бөтөнләй ярамауы ихтимал. Шуға күрә һәр кемдең медицина-генетик хәл-торошон иҫәпкә алып, махсус тестар уҙғарып, шәхси дауалау юлын булдырыу фарыз.
– Препараттар йәһәтенән дә мөмкин­лектәр күпкә киң хәҙер. Элек табиптар бер дарыуҙы һынап ҡарай ҙа, килешмәһә, икенсеһен тәҡдим итә ине, – ти Евгений Брюн. – Был ҡиммәт, отошһоҙ юл. Ә па­циент­тың генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып билдәләнгән дауалау ысулы шунда уҡ сәпкә тейәсәк. Әлбиттә, ундай кешеләр­ҙе артабан социализациялау, йәғни йәмғиәткә яраҡлаштырыу, мөһим.
Ә хәҙер, ғөмүмән, эсеү тураһында. Тамсы ла шарап йотмаған, тулыһынса айыҡ тормош алып барғандар бар, әммә бик һирәк. Күпселек бер нисә бокал шараптан йә иһә унан да ҡеүәтлерәк эсемлектән баш тартмай, байрамдарын алкоголдән тыш күҙ алдына килтермәй.
Был осраҡта иң мөһиме – миҡдар. Табиптар фекеренсә, аҙнаһына 90 миллилитр таҙа алкоголь һаулыҡ өсөн зыян кил­термәй. Ябай тел менән әйткәндә, был көнөнө бер-ике бокал шарап йәки аҙнаһы­на 200 миллилитр ҡатыраҡ алкоголле эсемлек. Әммә кеше даими рюмкаға үрелә һәм миҡдары аҙнаһына 300 миллилитрҙан артып китә икән, панкреатит, гипертония, инсульт йәки инфаркт кеүек сирҙәргә дусар булыу ихтималлығы ҡырҡа күбәйә. Унан һуң эскегә әүәҫләнеп китеү ҙә оҙаҡ түгел, сөнки, үрҙә телгә алғанса, һәр организм үҙенсәлекле.
Күптән түгел Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры, невролог Вероника Скворцова үҙенең бер әңгәмәһендә түбәндәгеләрҙе белдергәйне. Йәнәһе, аш ваҡытында бер бокал шарап эскән хәлдә, стресс кимәлен түбәнәйтергә, шуның менән йөрәк-ҡан-тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртергә була, тигәйне. Алкоголдең микромиҡдары атероген тәьҫиргә эйә, йәғни атеросклерозды иҫкәртә. Был йәһәттән министр Францияны миҫалға килтергәйне – был дәүләттә телгә алынған сирҙәрҙән яфаланғандар бик аҙ. Әммә шуныһын иҫәпкә алыу фарыз: европалар сифатлы ҡыҙыл ҡоро шараптарға өҫтөнлөк бирә һәм алкоголь менән мауыҡ­май, йәғни һәр йәһәттән сама белә. Аңлап тораһығыҙ – был беҙҙең ил халҡы тура­һында түгел: магазинда кешеләрҙең арба тултырып алкоголле эсемлек алыуын күреү ҙә етә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Кеше ҡартая барған һайын, уның бауыры алкоголде эшкәрткән ферменттарҙы аҙыраҡ бүлеп сығара. Наркологтарҙа “пен­сиялағы алкоголизм” тигән төшөнсә лә бар – оло кеше эскегә тиҙерәк әүәҫләнә. Шуға күрә эскенең уғата зыянлы мауығыу икәнлеген бер ваҡытта ла иҫтән сығарырға ярамай. Шулай итеп:
1. Алкоголле эсемлек ҡулланаһығыҙ икән, сама белегеҙ! Сифатҡа төп әһәмиәт бирегеҙ. Иң тәүҙә ризыҡтың тәмен белеп, ләззәтләнеп ашарға кәрәк. Составында шә­кәр аҙ булған шараптар яҡшыраҡ. Ҡе­үәт­ле алкоголле эсемлек, ашҡаҙанға эләк­кәс, лайлалы ҡатламды ҡуҙғыта, шуға күрә Көнбайыш Европа илдәрендә ундай эсемлектәрҙе һут, һыу ҡушып ҡулланалар.
2. Ас килеш эсеү зыянлы. Алкоголь ҡанға йәһәт эләгә, тиҙ иҫертә, кеше үҙ-үҙенә контролде юғалта.
3. Алкоголь организмды һыуһыҙ­лан­дыра. Шуға табында ла, һуңынан да күп итеп һыу эсеү фарыз. Ә эскегә әүәҫлегегеҙ бар­мы-юҡмы икәнлеген нисек асыҡларға? Әгәр ҙә әленән-әле план­лаштырылғандан күберәк эсә һәм иртәгәһенә абстинент синдром (“бахмур”) күҙәтелә икән, кешенең алкоголле эсемлек ҡулланыуҙа норма белеүе шикле. Бөтөнләй эсмәһәгеҙ бигерәк яҡшы, айыҡ аҡыл менән йәшәүгә, тормош­тоң шатлыҡ-ҡыуаныстарын кисереүгә ни етә?!
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад