Бала – йортоңда ҡунаҡ ҡына...12.01.2018
Был донъяла әсә һөйөүенән дә көслөрәк хис юҡ. Яҡты донъяға яңы килгән бала тулыһынса өлкәндәр хәстәренә мохтаж. Әсә баланың тормошонда үҙенең төп роль уйнағанын аңлай, быны ҡабул итә, сабыйын баға. “Балам минеке, мин уның өсөн тулыһынса яуаплымын” тигән ҡарашты ул бәләкәй саҡта аңларға булһа ла, үҫеп еткән ул һәм ҡыҙҙарҙы ваҡытында оло тормош юлына сығарып, үҙеңдән айыра белеү ҙә үҙенә күрә бер оҫталыҡ.

Ҡайһы берҙә шундай хәлдәр күҙәтелә: бала үҫеп етә, ҙур тормошҡа аяҡ баҫа, үҙ ғаиләһен ҡора, ә әсә кеше уны бер нисек тә үҙенән айыра алмай йә айырырға телә­мәй. Уның өсөн ун, егерме, утыҙ йәшлек улы һәм ҡыҙы һаман бала булып ҡала, ул уны әпәүләүен, һәр аҙымын тикшереп, контролдә тотоуын дауам итә. Үҫеп еткән йәш кешегә был оҡшамай башлай, улар­ҙың тормошҡа үҙ ҡараштары, үҙ пландары барлыҡҡа килә. Ошо сәбәптәр арҡаһында әсәй менән бала араһында ҡырҡыу мөнәсәбәттәр урынлашыуы бар.
26 йәшлек ҡыҙҙың һөйләгәндәренән: “Мин үҫкән ғаиләлә ҡарарҙарҙы һәр ва­ҡыт әсәйем ҡабул итте, хәл иткес һүҙҙе лә гел ул әйтте. Йомшаҡ күңелле, ипле атайым әсәйгә ҡаршылашырға ҡыйманы, уның менән ризалашыуҙы хуп күрҙе. Ҡу­лы­нан эш, теленән һүҙ килгән, егәрле, ва­ҡыты-урыны менән уҫал да булған әсәйем ҡулында мин бер бөртөк иркә бала булып буй еткерҙем. Мәктәптә уҡы­ған саҡтарымда ла, студент йылдарында ла әсәйемдең һүҙенән сыҡма­ным, ул ни тиһә, шул булды: һатып алып биргән кейемдәрҙе кейҙем, түңәрәк­тә­ренә йөрөнөм, һайлаған уҡыу йортона уҡырға инеп, һөнәр алып сыҡтым.
Ул ваҡыттарҙа был миңә шундай тәбиғи, ғәҙәти хәл булып тойола тор­ғайны, шулай булырға тейеш тип уйлап йәшәнем. Әсәйем миңә ҡарағанда күберәк йәшәгән, ул күберәк белә. Бергә уҡыған ҡыҙҙарҙың “Ниңә һин һәр аҙымыңды әсә­йеңә еткереп тораһың, ул һинең бөгөн нимә кейгәнеңә, ашханала нимә ашаға­ныңа тиклем тикшерә бит, кешегә әҙе­рәк үҙаллылыҡ та кәрәк” тигәненә лә артыҡ иғтибар бирмәнем.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә урынлашҡас та шул хәл дауам итте: әсәйем эшемдәге бөтә нәмәгә хәбәрҙар булырға теләне. Мин инде мәғлүмәтте әҙерәк бирә башланым, уның һәр ваҡыт тормошома ҡыҫылып, миңә күрһәтеп, өйрәтеп тороуҙары ялҡыта ине. Һәйбәт кенә егет менән танышып, дуҫлашып йөрөнөм. Әсәйем беҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡаршы төшмәне, буласаҡ кейәүен оҡ­шат­ты. Бер йылдан туй үткәреп, беҙ айырым йәшәй башланыҡ. Әсәйем яғынан контроль тағы ла көсәйә төштө: ир­тән­сәк нисәлә йоҡонан торғанбыҙ, төш­көлөккә нимә бешереп ашағанбыҙ, киске­леккә нимә әҙерләргә йыйынам, эшкә нин­дәй кейемдә барғанмын, өшөмәнемме-тирләмәнемме – барыһы өсөн дә яуап тоторға тейешмен.
Ярай ҙа биргән яуаптарым уны ҡәнә­ғәтләндерһә, ә бит күп осраҡта ул миңә өйрәтергә керешә, ул юбкаңды ниңә теге блузкаң менән кейҙең, улай килеш­мәй бит, ашты нимә менән бешерҙең, һурпаһын һөҙҙөңмө – кемгәлер көлкө тойолһа ла, бына шундай һорауҙар һәм тәҡдимдәр, тәнҡит һүҙҙәре минең өҫ­төмә яуҙы ғына. Уның менән ризалашма­йынса, үҙеңдекен әйтә башлаһаң, “Шулай инде, хәҙер ҙурайғас, минең кәрәгем бөт­тө, әсәйҙе тыңламаһаң да була” тип үпкәләргә лә күп һорамай.
Тәүҙәрәк әсәйемдең был ҡылығы минең хәләлемде аптырата ине, хәҙер: “Беҙҙең арала ни булғанлығын, нимә тураһында һөйләшкәнебеҙҙе әсәйеңә еткереп то­ра­һыңдыр әле”, – тип асыуланып та ҡуя. Әсәйем яғынан өҙлөкһөҙ контроль ирем менән икебеҙҙең араны боҙоп ҡуйыр тип ҡурҡам. Мине лә бындай мөнәсәбәт тамам ялҡытты. Туҡтауһыҙ отчет биреүҙәр, уның алдында яуап тотоуҙар, ул ҡушҡанса ғына йәшәү, минең уйымса, дөрөҫ түгел. Был турала уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнем юҡ, тик был һөйләшеүҙең ҡотолғоһоҙ икәнлеген аң­лайым”.
Әсәләрҙең ҙурайған балаларын һаман да үҙҙәренән айыра алмауының сәбәп­тә­рен психологтар күҙлегенән ҡарайыҡ.
“Балам тормошо – минең тормошом”. Әсә үҙенең тормошон тулыһынса балаһы­ның тормошона көйләгән, үҙен айырым шә­хес булараҡ ул күрмәй ҙә, ҡабул да итә алмай. Балаһын үҙенән айырған осраҡ­та тормошонда һәм күңелендә бушлыҡ бар­лыҡҡа килеүен кемдер аңлай, ә күп­се­лек аңлап та етмәй, нисек итеп ошо бушлыҡты тултырырға белмәй, бушаған ваҡытты ҡуйыр, әле ташып торған көс-ҡе­үәтте йүнәлтер урыны юҡ. Шуға күрә ба­лаһының хәстәрҙәрен үҙенеке тип ҡабул итеп, шуға әүрәп йәшәүен дауам итә. Мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы булып әсә кешенең иғтибарын балаһынан башҡа нәмәләргә лә йүнәлтеүе тора. Мәҫәлән, күңеленә ятҡан, шатлыҡ килтергән берәй шөғөл, дуҫ-иш менән аралашыу, сәйәхәт ҡылыу һәм башҡалар.
“Балама кәрәгем бөтөп ҡуйыр”. “Нин­дәйҙер эште минһеҙ генә йә минең контролһеҙ атҡарып сыға алһа, артабан да шул юҫыҡта дауам итеүе мөмкин. Әсәйемде ҡатнаштырмайынса ғына ла йәшәй алам икән тигән уй баламдың башына инеп оялаһа, минең уға кәрәгем бө­тәсәк, әйткәнемде тыңламай баш­лаясаҡ” – ошо йүнәлештәге ҡурҡыу хисе әсәгә балаһын ҡулынан ысҡындырмай, нығыраҡ тоторға нигеҙ булып тора ла инде. Балағыҙ нимәнелер һеҙҙең ярҙамһыҙ хәл итә алған икән, быға ҡыуанырға ғына кәрәк, тимәк, һеҙ тәрбиәнең төп маҡсатына өлгәшкәнһегеҙ тип әйтергә була. Француз прозаигы һәм драматургы Эрнест Легуве әйткәнсә: “Тәрбиәнең төп маҡсаты – балаларыбыҙҙы беҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш йәшәргә өйрәтеү”.
“Мин кем булырға теләнем, балам шуны тормошҡа ашырасаҡ”. Ҡайһы берәүҙәр үҙ­ҙә­ре хыял итеп тә, үтәлмәй ҡалған те­ләктәрен, маҡсаттарын балаларының тормошҡа ашырыуын теләй. Билдәле музыкант булырға хыялланған әсә балаһын сәнғәт мәктәбенә әйҙәһә, бер нисә сит тел белергә теләгән кеше балаһы менән сит тел курстарының юлын тапай. Баланың һәләте һәм теләге был осраҡта бөтөнләй иҫәпкә алынмауы ла ихтимал. Тәүҙә әсәһенә ҡаршылыҡ күрһәтергә ҡыймаған бала ахыр сиктә тормошо әсәһенең теләк­тәренән сығып ҡоролғанын аңлай, протест белдерә башлай. Был, үҙ сиратында, әсә менән бала араһында бәхәс тыуҙыра. Проблеманы хәл итеүгә беренсе аҙым – әсәнең балаһының үҙ тормошон теләгәнсә ҡорорға хоҡуғы барлығын аңлауы шарт һәм ошо тәбиғи, әммә ҡотолғоһоҙ хәлде ҡабул итергә әҙерлеге.
“Балам өйө – минең өй”. Был осраҡта әсә кейәүгә сығып, ире менән айырым йә­шәгән ҡыҙын бер нисек тә үҙ иғтибарынан ҡалдыра алмай, тәрбиәләүен дауам итә. Балаларының өйөнә саҡырыуһыҙ, алдан әйтеп тормайынса барып инеү, һыуыт­ҡыс­ты асып, нимә ашағанын тикшереү, шкаф-шифоньер тирәләрен байҡап сығыу, нимәлер оҡшамаһа, нотоҡ уҡыу – былар барыһы ла әлеге осраҡҡа ярашлы тормошта күҙәтелә килгән хәлдәр. Бында әсәгә шуны аңларға кәрәк: беренсенән, баланың үҙаллы тормошҡа хоҡуғы бар, икенсенән, бындай ҡылыҡтарығыҙҙың ҡыҙығыҙ менән кейәүегеҙ араһындағы мөнәсәбәткә зыян килтереүе ихтимал.
Үҫеп етте, хәҙер нисек теләй шулай йәшәһен тип, балаларығыҙҙың яҙмышына бөтөнләй вайымһыҙлыҡ күрһәтергә лә ярамай, әммә ҙурайған кешенең бөтә тормошон һаман да контролдә тоторға маташыу, уларҙы туҡтауһыҙ тәрбиәләү, өгөт-нәсихәт уҡыу ҙа дөрөҫ түгел. Бында алтын урталыҡты таба белеү мөһим: һәр кеме­беҙҙең шәхси тормошҡа хоҡуғы барлығын аңлау һәм ошо хәҡиҡәтте ҡабул итеү, кә­рәк саҡтарҙа ярҙамға килеү, бер-береңә те­рәк-таяныс булып, татыулыҡта йәшәү зарур. Быға ҡағылышлы бик матур әйтем дә бар: “Бала – һинең йортоңда ҡунаҡ ҡына: ашат, тәрбиәлә һәм ебәр”. Ваҡы­тын­да ебәрергә өйрәнәйек!

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.


Вернуться назад