Ауыл ҡотон һаҡлай уңғандар10.01.2018
Ауыл ҡотон һаҡлай уңғандарЗаман ауыр, тиҙәр, ә бит ауыл ерендә тормош көтөү бер ҡасан да еңел булмаған. Бынан тиҫтә йыл самаһы элек кеүек үк, башҡаларҙан кәм-хур булмайым тигәндәргә бөгөн дә ең һыҙғанып ете ҡат тирен түгергә тура килә. Уның ҡарауы, ашы мул, донъяһы ҡотло, башҡалар алдында йөҙө яҡты ундайҙарҙың. Һатлыҡ ауылында ғүмер иткән Фәниә менән Нәсим Мозафаровтарға ла мул тормош күктән төшмәгән, күркәм пар барыһына ла үҙ тырышлығы, үҙ көсө менән өлгәшкән...

Халҡыбыҙҙа изге йола бар: төпсөк ул атай нигеҙен ҡоротмаҫҡа тейеш. Биш ул араһында иң кесеһе булған Нәсим дә ошо ғөрөф-ғәҙәткә тоғро ҡалып, кәләше – Мәләүез районының Хәсән ауылы һылыуы Фәниә менән 1995 йылда яҙмыштарын уртаҡ итеп, сәстәрен сәскә бәйләгәндән һуң, ауылда төпләнгән. Тырыш кеше ҡайҙа ла юғалып ҡалмай бит ул: ауыл хужалығы институтын тамамлаған егет, ауыл эшен танһыҡ күреп, Энәк урмансылығында йөҙөп йөрөп эшләп китә. Тормош ҡанунына ярашлы, тартҡан атҡа һәр ваҡыт йөктөң ауырырағын тейәйҙәр – бер килке уға ауыл биләмәһе башлығы ла булып эшләргә, ауыл биләмәһе депутаты йөгөн дә тартырға тура килә, аҙаҡ инде йәнә өйрәнгән эшенә – урмансылыҡ тармағына ҡайта.
Бәхеткә күрә, кәләше Фәниә килен булып төшкән ауылын да, ҡайныһы менән бейемен дә, яңы туғандарын да тәү күреүҙән үҙ итә. Әйткәндәй, ул үҙе лә 22 йыл эсендә улар өсөн генә түгел, ауылдаштары өсөн дә күптән үҙ кешегә әйләнгән. Һайлаған һөнәре буйынса эшләү мөмкинлеге булмаһа ла, ауылда эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмай егәрле килен. Йыл да 50-ләп ҡаҙ-өйрәк бәпкәләре, бройлер себештәре үҫтерә, бер түгел, ике баҡса ултырта. Аш-һыуға оҫталығы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, ул бешергән ҡоймаҡ, бауырһаҡтарҙы ауыҙ иткән кешеләр алдарға бирмәҫ: Фәниә — бынамын тигән хужабикә!
Әлеге мәлдә ауыл ерендә күптәрҙең төп килеме – мал, Мозафаровтар ҙа был тармаҡҡа ҙур иғтибар бүлә, бөгөн уларҙың ҡураһында, өс аттан тыш, 16 һыйыр малы бар. Бынан тыш, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнергә ваҡыт табалар.
– Бәләкәйҙән шулай эшләп үҫкәс, мал ҡарау артыҡ ауыр тойолмай, тик уны аҡ­са­ға әйләндереү – үҙе бер бәлә. Көс түгеп үҫтергән малыңды осһоҙ ғына хаҡҡа алып һатарҙарға биреп ебәрергә тура килә, – ти улар.
Ә бына ҡорот, май, эремсек, ҡаймаҡ кеүек ризыҡтарҙы һатыу, киреһенсә, бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай икән, сөнки хужабикәнең аш-һыуға таҙа булыуын, бөхтәлеген белгән ауылдаштары үҙҙәре үк өйгә килеп ала.
Ололар өйҙөң ҡотон һаҡлай, тиҙәр. Ысынлап та, Мозафаровтарҙың өйҙәренән ҡот-йәм бөркөлөп тора һәм, һис шикһеҙ, бында улар менән бергә йәшәгән Хөмәйрә инәйҙең дә өлөшө ҙур. Сәйетҡол ауылында тыуып үҫкән инәй — төп йортта нигеҙләнгән улы менән килененә генә түгел, ситтә йәшәгән балаларына ла ныҡ­лы терәк, төп кәңәшсе, “аҡыл һандығы”. Фәниә менән Нәсимдең балаларының яҡшы уҡыуында, аҡыллы булып үҫеүендә лә ҡартәсәй тәрбиәһенең йоғонтоһо көслө.
– Беҙгә, һуғыш осоро балаларына, артыҡ уҡыу эләкмәне. Әле лә хәтеремдә, 1-се класта беҙҙе, 60 баланы, Зәйтүнә апай рәт-рәт итеп, һәр партаға дүртәребеҙҙе теҙеп ултыртыр ине. Китап-дәфтәр тигән нәмә юҡ, улар урынына таҡта киҫәге бирәләр. Танау аҫтары ла кипмәгән сабый тип тормайҙар, уҡыу араһында эшкә йөрөтәләр. Ураҡ менән ҡулды уйып бөтә торғайныҡ.
Уҡыуға шул тиклем ынтылышым көслө булды ла бит... Мораҡта 10-ды бөттөм. Артабан уҡырға китергә йөрөгәндә, өйөбөҙҙөң бер мөйөшө емерелеп төштө, Динә һеңлем менән икебеҙҙе яңғыҙ үҫтергән әсәйем (атайым һуғышта ятып ҡалды) артабан ҡалай уҡытһын инде... Һатлыҡ ауылы егете Зәбих һоратҡас, кейәүгә сыҡтым да, баш баҫып донъя көтөп алып киттем. Шулай ҙа, үҙем уҡый алмағас, исмаһам, балаларымды уҡытырмын тигән уй күңелемдә тороп ҡалды. Шөкөр, улдарым Йәмил, Ғаяз, ­­Мөҙәрис, Камил, Нәсим үҙ ваҡытында уҡып, һәр береһе һөнәрле булды. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә тырыш, Нәсимемдең улы Илмир Башҡорт дәүләт педагогия институтының сит телдәр факультетында белем алды, Гүзәлиәбеҙ Мораҡ башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлап, үҙ көсө менән медицина университетына уҡырға инде. Әлфинәбеҙ әле 3-сө класта, ул да апаһы менән ағаһы кеүек яҡшы уҡый.
Балаларҙың шатлығы – минең бәхет. Ете ейән-ейәнсәремдең етеһе лә аҡыллы, тырыш, шөкөр. Ошо ҡыуанысты бабай ғына күрә алманы, 60 йәшенә лә етә алмай вафат булды, — ти ғүмере буйы тырышып донъя көткән, эш һөйөүсәнлеге менән әле лә балаларына, яҡындарына өлгө булып торған Хөмәйрә инәй.
...Мозафаровтарҙың сағыу нағыштар менән биҙәлгән, тәҙрә төптәре шау сәскәле гөлдәргә күмелгән йортона һоҡланмау мөмкин түгел. Өйҙән бигерәк, ошо матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырған хужалар үҙҙәре күңелдә һоҡланыу һәм ихтирам уята. Ундайҙар булғанда, ауылдарыбыҙ йәшәйәсәк әле.

Күгәрсен районы.


Вернуться назад