Ҡотлайбыҙ!10.01.2018
Ҡотлайбыҙ!Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитендә йыйыу операторы булып эшләүсе Сажидә Хәйрәзи ҡыҙы Ғилметдинова күркәм байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хеҙмәттәшебеҙ Архангел районының Аҙау ауылында тыуып үҫкән. Ул бынан 32 йыл элек, 18 генә йәшендә, “Баш­ҡортостан” гәзитенә эшкә килгән һәм бөгөн беҙ уны баҫмабыҙҙың иң тоғро, яуаплы, ышаныслы хеҙмәткәрҙәренең береһе тип беләбеҙ. Һөнәренең оҫтаһы булыуына өҫтәп, баҫалҡы холоҡло, ихлас күңелле, уңған да, ярҙамсыл да беҙҙең Сажидәбеҙ. Ғаиләһе лә бөтөн, татыу уның: ире менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр, өләсәй-олатай булыу бәхетен дә татынылар – ейәнсәрен яратып туймайҙар.
Сажидә Хәйрәзи ҡыҙы! Күркәм юби­лейың менән тәбрикләп, һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бағлаған өмөттәреңдең тор­мошҡа ашыуын теләйбеҙ. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, беләгеңдән көс-ғәйрәт ҡайтмаһын! Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға, хеҙ­мәттәштәрең араһында ихтирамлы булып, емешле эшләргә яҙһын!

Иң изге теләктәр менән – “Башҡортостан”дар.


Вернуться назад