Йөҙҙәренән зыялылыҡ аңҡый…10.01.2018
Йөҙҙәренән зыялылыҡ аңҡый…2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә — беҙҙең тамырҙарыбыҙ, ә тамырҙарыбыҙ өләсәйҙәребеҙгә, олатайҙарыбыҙға барып тоташа. Ғөмүмән, беҙҙең халыҡта элек-электән өләсәйҙәр мәктәбе көслө булған. Әле лә бар ул тәрбиә, рух, илһам сығанағы. Шуның менән бәхетлебеҙ ҙә! Форсаттан файҙаланып, “Башҡортостан” гәзите “Минең өләсәйем” тип аталған акция иғлан итә. Өләсәйегеҙҙең фотоһын, уның тураһында ҡыҫҡа ғына белешмә лә яҙып, редакцияға ебәрегеҙ. Фотолар мотлаҡ боронғо, тарихи булырға тейеш.


Яңыраҡ архив фотоларымды соҡоп ҡарап ултырғанда ике (Ғәбиҙә һәм Нәзирә) өләсәйемде төшөргән фотоны күреп, күп хәтирәләргә сумдым. Беҙҙең Ахай (Әбйәлил районы, Ишбулды) ауылында дин Советтар заманында ла бөтмәне. Бала саҡта хәтерләйем, ауыл муллаһы иң ҡәҙерле кеше булды. Ҡунаҡҡа килһә, өрөп кенә яҫтыҡҡа ултырталар. Иттең дә тос өлөшө уға, хәйер ҙә йәлләмәйҙәр. Мулла бабай үҙе лә миңә бик уҡымышлы, ғәҙел, ауыл өлгөһө, хөрмәткә лайыҡ кеше тойолдо. Динле ауыл халҡы татыу, булғанға шөкөр итеп, ярҙамсыл йәшәнеләр. Ә өләсәйҙәргә килгәндә – уларҙың йылы ойоҡбаштары, бейәләйҙәре, ҡоймаҡлы тәмле сәйҙәре бөгөн дә хәтерҙә. Кемдең өләсәйҙәре бар – ӨЛӘСӘЙ йылыһын тойоп ҡалығыҙ!





Йөҙҙәренән зыялылыҡ аңҡый…ИНӘЙҘӘРЕМ

Нәсих Хәлисовтың бынау һүрәтен ҡарап
ултырғас тыуған шиғыр.


Йөҙҙәренән зыялылыҡ аңҡый,
Ә ҡулдары төйөр, тамырлы.
Тағатып та яулыҡ бәйләгәндәр,
Йыраҡтан уҡ танып алырлыҡ.

Был бит беҙҙең ауыл инәйҙәре!
Беҙҙең өләсәйҙәр, нәнәйҙәр.
Йылы ҡараштары менән бағып
Бәләләрҙән беҙҙе имләйҙәр.

Уйнап йөрөгән ерҙән, туҡтап ҡалып,
Уларҙы мин гелән күҙәттем.
Әбейҙәрем, затлы абыстайҙар,
Һәр һүҙегеҙ һайын бер әйтем.

Һынсыл ғына ҡарап, тупылдатып
Һөйә инегеҙ һеҙ арҡамдан.
Ҡайҙа ҡалды һеҙ йәшәгән заман?
Зиһендәрем әллә тарҡалған?

Йөҙҙәрендә зыялылыҡ түгел,
Ә сағыла бары вәсвәсә –
Заман әбейҙәре, иман һатып,
Көрөшкәләп аҡ ағыу эсә...

Ә һуңынан, ике ҡулын тотоп,
Күп һорамай доға уҡырға...
Монафиҡлыҡ – ике йөҙлөлөк, тип,
Ҙур гонаһ, тип күпме туҡырға?

Эй һағынам – Нәҡиә, Өммөкамал,
Фәғилә, Таһира, Һәҙиә инәйҙәр,
Һынсыл ҡарап, тупылдатып һөйөп
Улар һаман йәнде имләйҙәр.

Тамара Искәндәриә.
08.01.2018.


Вернуться назад