Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға “Кешеләр өсөн эшләргә” тигән Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Һеҙ уны нисек ҡабул иттегеҙ?
Ғимран ҒӘЛИМОВ, хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы: — Рөстәм Хәмитовтың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе үҙенең аныҡлығы менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Дөйөм һүҙҙәр, яңғырауыҡлы буш вәғәҙәләр юҡ. Мөрәжәғәтнамәне республикаға артабан үҫеү өсөн аныҡ бер бизнес-план тип ҡабул итергә була.
Рәфҡәт ҒАРИФУЛЛИН, Ишембай районының Этҡол ауылы хакимиәте башлығы: — Мөрәжәғәтнамәлә тәүге тапҡыр урындағы үҙидара органдарына ярҙам итеү мәсьәләһе күтәрелде. Үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙең эш бик күп, ә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡса етмәй. Президенттың беҙгә финанс ярҙамы күрһәтәсәге, бының бик мөһимлеген иғтибар үҙәгенә алыуы ҡыуандыра.
Сәриә ИБРАҠОВА, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре, Ауырғазы районы: — Президент Мөрәжәғәтнамәһендә республикаға инвесторҙар йәлеп итеү, иҡтисадты үҫтереүгә арналған мәсьәләләргә күп урын бүленгән. Рөстәм Хәмитов шуның аша ғына халыҡтың социаль хәлен, тормош кимәлен яҡшыртыуға өлгәшеп булыуҙы аңлай һәм был йүнәлештә эшләй. Яңы предприятиелар төҙөп эш урындары булдырыу буйынса ҡуйылған бурыстар хуплауға лайыҡ.
Мансур ҒӘФҮРОВ, эшҡыуар, Белорет ҡалаһы: — Һәр кем Мөрәжәғәтнамәлә үҙе өсөн файҙалы яҡты тотоп алырға тырышалыр. Мин дә, яңыраҡ ҡына үҙ эшемде башлап торған кеше булараҡ, эшҡыуарлыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында әйткәнен йотлоғоп тыңланым. Рөстәм Зәки улы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты кредитлау йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Йүнселдәргә ярҙам итһәләр, республика бюджетына ла ҙур файҙа буласаҡ бит.
Гүзәл һәм Илдар КӘРИМОВТАР, йәш белгестәр, Өфө ҡалаһы: — Беҙ — йәш ғаилә, кеше фатирында йәшәйбеҙ. Шуға күрә Президенттың Мөрәжәғәтнамәһенән йәштәргә ҡағылышлы һәм торлаҡҡа бәйле проблеманы хәл итеү өсөн һүҙ булмаҫмы тип көткәйнек. Рөстәм Зәки улының да ошоларға өҫтөнлөк биреүе ҡыуандырҙы. Эконом класлы торлаҡ алыу өсөн кредитты арзанайтырға тейешле ипотека программаһы барлығын белдек. Киләһе йылда шуның менән файҙаланып торлаҡлы булырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.