Бер үк төҫтәр, бер үк йырҙар...09.01.2018
Бер үк төҫтәр, бер үк йырҙар...Глобалләшеү тигән сәйер күренеш тағы ла бер ҡыҙыҡ, әммә шулай уҡ ҡыҙыҡлы бер ғәмәл – унитарлыҡ тыуҙыра, имеш. Башта глобалләшеү төшөнсәһен асыҡлап китәйек.


“Глобаль” тигән һүҙ башҡортса “ғәләмәт ҙур” ти­гәнде аңлата, йәғни тотош Ер шары киңлегенә хас күренеш. Ул сиктәр һәм тыйыуҙар юйылған һа­йын киңәйә бара. Мәҫәлән, машиналар. Һәр ма­ши­наның дүрт тәгәрмәсе, бер руле, моторы һәм ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ҡыйығы бар. Артығы кәрәкмәй, булһа ла, ысынлап та – артыҡ. Ана шундай машиналар Африкала ла, төньяҡ булған Рәсәйҙә лә йөрөп ята, һәм уларға барса халыҡ ғәҙәти хәл тип ҡарай. Уға тиклем ике тәгәрмәсле велосипедтар менән дә шулай булған. Ә уғаса – арба, атлы йә ишәкле. Тик бында бер нәмәне иҫтә тоторға кәрәк: кешенең көнкүрешен уңайлыраҡ итеү өсөн барлыҡҡа килгән был ҡулайламалар килеп сыға торған, шулай уҡ берҙәм юҡҡа сыға торған. Ошондай миҫалдарҙы тормошобоҙҙа меңәрләп килтерергә була: патефон, магнитофон, паровоз, уҡ-һаҙаҡ, самауыр һәм башҡалар.
Ана шул әйберҙәрҙең тотош донъя буйлап таралыуы унитарлыҡ тигән төшөнсәгә, дөрөҫөрәге, сифатҡа бәйле. Быны аңлатыу өсөн бик тапҡыр әйтем дә бар: сержант ул – Африкала ла сержант!, сөнки Ер шарындағы һәр кешегә лә оҡшаһын өсөн әйберҙең ниндәйҙер уртаҡ файҙалы сифаты булырға тейеш. Саңғының Австралияла кәрәге юҡ бит. Тундың да. Австралияла һарыҡты күпләп үрсетһәләр ҙә, унда тун тегеү тураһында бер кем дә уйлап ҡарамай. Ә беҙҙә, мәҫәлән, һарыҡ аҫраһаҡ та, йөнөнән бик матур туҡымалар эшләй белеүсе юҡ – кейеҙ ҙә таман. Тимәк, һарыҡ һәм уның йөнө ихтыяжлыҡ йәһәтенән унитар була алмай.
Әйберҙәрҙең уртаҡ – унитар булыуы төрлө ха­лыҡтарҙың көнкүреш уртаҡлығына килтерә. Яңыраҡ ҡына беҙ Өфөлә бер ҡыҙыҡ күренештең шаһиты булдыҡ: донъя кимәлендәге бер сараны үткәрер өсөн баш ҡалабыҙҙа махсус рәүештә ҡунаҡханалар төҙөнөләр – килгән төрлө делегаттар бер шарттар­ҙа йәшәһен өсөн. Шифаханалар, ял йорттары, тур­базалар бының менән бигерәк тә мауыға – Абҙаҡ­ҡа килгән кеше, йәнәһе, “Сочи һымаҡ” тип маҡтанып һөйләргә тейеш! Ер шары киңлектәрендә глобаль һәм унитар хеҙмәтләндереү булдырыу ана шулай башҡарыла.
Глобалләштереү һәм дөйөмләштереү беҙҙең тормошто күпкә еңеләйтә. Рәхәт бит: ҡайҙа барһаң да шул уҡ Ҡытай сәйнүге, совет һыу ҡайнатҡысы ярарлыҡ розеткалар, АҠШ-тың ҡағыҙ таҫтамалы, Кореяның ноутбугы һәм телефоны...
Ярай, донъя кимәленән үҙебеҙҙең күтәрмәгә төшәйек. Көнкүрешкә ҡағылып торғом килмәй, беҙ хәҙер Европанан кәм йәшәмәйбеҙ. Мәҙәниәтебеҙҙе алып ҡарайыҡ. Унитарлыҡ бында үтә лә ашып китте түгелме? Унитарлаштырылған һабантуйҙа­рыбыҙҙың хәҙер күптәргә ҡыҙыҡ булмай башлауы хаҡында күпме һөйләйбеҙ. Йыл да ауыл һайын үтеп торған был байрамдар отчет өсөн генә ойошторола һымаҡ. Бөрйәндән бик ҡыҙыҡ хәбәр ишеттем: унда концерт менән килгән артист буш залды күреп, боролоп ҡайтып киткән икән. Нимәне аңлата был – халыҡ шундай оҡшаш концерттарҙан ялҡып бөткәнме?..
Телевизорҙы бөгөн ҡарамайбыҙ тиерлек, ул өйҙә мотлаҡ кәрәк бер йыһаз һымаҡ ҡына ултыра. Дөрөҫ, электрҙы хәҙер күп һурмай ул, шуға тәүлек әйләнәһенә эшләп ултырыуы ла ихтимал, тик ҡа­рау­сыһы юҡ. Яһалма шау-шыулы ток-шоуҙар, бер үк сюжетлы сериалдар, бер үк тапшырыуҙы ике-өс тапҡыр ҡабатлауҙар... Улары ла берәй ай алдан әйләнгән һайын рекламаланып килеп, аҙаҡ үҙҙәре биш-ун минут һайын реклама менән бүленеп тороп... Һәм ана шундай йөҙҙән ашыу канал – тәүлек әйләнәһенә!.. Мәҡәлә башында иҫкә алынған әйберҙәр һымаҡ, “ТВ”-ның да тарих арбаһынан тө­шөп ҡалыуы шул булыр, ахыры. Техника бит ни тиһәң дә – ҡулланыу әйбере, ә уларҙың алмашыныу ғәҙәте бар. Әле беҙ ҡолас йәйеп ҡабул иткән интернет селтәренә лә шул янар, буғай – унан да ялҡыр халыҡ.
Унитарлыҡтың иң ябай һәм килешле сифаты – уңайлылыҡ. Ул скотч һымаҡ: ҡайҙа ла ярай, ҡайҙа ла килешә, тиҙ һәм йәтеш, ләкин сәнғәткә бының һис ҡыҫылышы юҡ түгелме? Сәнғәт әҫәре дөйөм әйберҙәрҙән тап үҙенсәлекле, берҙән-бер данала һәм ҡабатланмаҫ булыуы менән айырыла бит. Шул халыҡты һоҡландыра, әллә ҡайҙан ишетеп-күреп килеп ҡарарға саҡыра...
Өфө буйлап үткән бик күп сараларҙа тамаша­сының аҙ булыуы күҙгә ташлана. Сәбәптәрен төр­лөсә аңлаталар, әммә уларҙың төп бәләһе ана шул унитар булыуҙарында икәнен танымау мөмкин түгел. Артистары – Мәскәүҙән булһынмы ул, Ҡазанданмы, Сибайҙан да икән ти – барыһы ла бер ҡалыптан: башҡарған йырҙары биш минуттан онотола, бер тамашала сәхнә аша тиҫтәләп үткән­дәрҙең хатта ҡиәфәте лә иҫтә ҡалмай. Ә күсермә рәүешендә үткәрелгән конкурс-шоуҙарҙы, тамаша­ларҙы әйтеп тораһы ла юҡ. Иң ҙур сәхнә­лә­ге концертта ябай ресторанда йырлаған баш­ҡа­рыусыны күрәһең һәм киреһенсә. Ана ошо ул унитарлаштырыу, хәрбиҙәр теле менән әйтһәк, пистолет патроны пулеметҡа ла ярай. Ә бит улай булырға тейеш түгел, опера театры сәхнәһенә үҙешмәкәр башҡарыусы менмәй, сөнки ул тотош сәнғәт кимәлен төшөрәсәк!
Иң тәүҙә һүҙ булған, тигән һылтанманан сыҡһаҡ, әҙәбиәт өлкәһендә глобалләшеү һәм унитарлаштырыу алданыраҡ башланды һәм киңерәк ҡолас менән бара, тип әйтергә мөмкин. Эшем һәм шөғө­лөмә бәйле бик күп уҡырға тура килһә лә, йыл эсен­дә күренеш һымаҡ ҡабул итерлек әҫәрҙәр бик эләгеп бармай ҡулыма. Быуаттар дауамында донъяла булған миллионлап яҙыусының яҙылмаған әйбере ҡалмаған, ахыры. Был йәһәттән беҙҙең студент саҡтарҙағы көләмәс иҫкә төшә: студенттар, гел бер үк анекдоттарҙы һөйләп аҙапланмаҫ өсөн, уларға һан ҡуйып сыҡҡан һәм: “Анекдот №...” – тип кенә иғлан итә.
Дөйөм күренеште күҙ алдына баҫтырыр өсөн һәр өлкәгә саҡ ҡына ҡағылып китеү ҙә етәлер. Әле кино сәнғәте тороп ҡалды, театр иле онотолдо. Ана шул глобаль берләшеү дәүерендә башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ниндәй урын ҡаласаҡ – шуныһы ҡыҙығыраҡ һәм мөһим. Уның һәр өлгөһө – ижад емеше. Ижад емеше дөйөм булмай, уны һәр ваҡыт кемдер берәү килтереп сығара, башлап ебәрә, һынамаҡҡа даръяға ташлай. Унитар хеҙ­мәт­тәребеҙ икһеҙ-сикһеҙ сыбар ташҡында юғалып ҡалмаһын өсөн ҡайһы яҡҡа табан борорға тәр­тә­ләрҙе? Был турала һәр ижади шәхес уйланырға, бор­солорға тейеш кенә түгел – бурыслы. Сигеүле һөлгө конвейерҙан төшкән таҫтамал түгел, уның ижад емеше икәне күренеп торорға тейеш. Ижадсы халҡыбыҙҙың “Урал батыр”ҙай аҫыл өлгөләре унитар донъя арбаһында ла “Был – башҡорттоҡо!” тип ҡысҡырып торһон ине ул. Тағы ла мең йыл үткәс тә...



Вернуться назад