Һуңғы йылдарҙа Рәсәй халҡын донъяла барған иҡтисади көрсөк, эш хаҡының түбән булыуы борсой. Юғары иҡтисади мәктәп (ВШЭ) белгестәренең мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙҙәге һәр өсөнсө ғаилә килемен аҙыҡ-түлеккә тотона, кейем-һалым, кәрәкле дарыуҙар алырға мөмкинлеге ҡалмай, курорттарҙа ял итеү, машина, фатир һатып алыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел.Шул уҡ ваҡытта эске тулайым продукт үҫә, һум тотороҡлана, бюджет дефицит булыуҙан сыға бара тигән һүҙҙәр ҙә йыш ишетелә. Әлбиттә, тормоштағы ысынбарлыҡты биҙәп, һылап-һыйпап күрһәтеү кемдәргәлер ҡулай булыуын халыҡ яҡшы аңлай. Был осраҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың “бер түтәй алып ингән күкәйҙең юғарыға йөҙ булып барып етеүе” тураһындағы шиғырын иҫкә төшөрөү ҙә етә.
Иң аяныслыһы шул: Рәсәй халҡының күпселеге үҙҙәренең матди хәлен насар тип баһалай. Был күрһәткес быйылғы йылдың май айына ҡарағанда өс процентҡа артҡан.
Матди яҡтан ҡытлыҡ кисереү арҡаһында халыҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар күрһәткән хеҙмәттәр өсөн түләй алмай. Был мәсьәлә хәҙер ғәҙәти хәлгә әйләнә бара, күп ғаиләләрҙең бурысы ике-өс айҙан артып киткән.
Рәсәйҙәрҙең 17 проценты кәрәкле дарыу алыуҙан мәхрүм, ә һигеҙ проценты хатта аҙыҡ-түлеккә лә еткерә алмай. Бынан тыш, илдә иҡтисади көрсөк дауам итә тип иҫәпләгәндәрҙең һаны быйыл ете процентҡа артып, 77 процентҡа еткән.
Һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, ауыл халҡының хәле мөшкөлөрәк – уларҙың 44 проценты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары һатып ала алмай.
Шулай итеп, халыҡ был хәлдән ҡотолоуҙың бер генә юлын күрә: элек алыу мөмкинлеге булған тауарҙарҙан, хеҙмәттәрҙән баш тартыу. Әйтергә кәрәк, был “алым”ды ярлы халыҡ ҡына түгел, үҙҙәрен сағыштырмаса хәлле тип иҫәпләгәндәр ҙә ҡуллана. Кешеләр беренсе сиратта медицина, мәғариф ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәрҙе сикләй.
“Росстат” мәғлүмәттәре раҫлауынса, быйыл инфляция иң түбән кимәлдә билдәләнгән – 2,6 процент. Эске тулайым продукт үҫеше ике процентҡа артыр тип көтөлә. Иҡтисади үҫеш министрлығының етәксеһе әйтеүенсә, эш хаҡы быйыл өс процентҡа артҡан, киләһе йылда дүрт процентҡа күтәреләсәк тип күҙаллана.
Шул уҡ ваҡытта халыҡтың килеме (торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түләгәндән һуң ҡалғаны һәм инфляцияны иҫәпкә алып) өсөнсө йыл инде түбән тәгәрәй. Бындай хәл 90-сы йылдарҙа ғына күҙәтелде. Октябрь айында халыҡтың янсығы 1,3 процентҡа йоҡарған. Быға, әлбиттә, тауарҙарға хаҡтың артыуы йоғонто яһай.
Кредит алыу ҙа халыҡтың матди хәлен мөшкөлләтә. Яҡынса биш кешенең өсөһө бурысын кире ҡайтара алмай, хатта фатирынан йә башҡа мөлкәтенән ҡолаҡ ҡағырға мәжбүр була.
Әлбиттә, был күрһәткестәргә ҡарап ҡына илдең дөйөм иҡтисади хәлен баһалау мөмкин түгел, ләкин дауаханалағы уртаса температура кеүек, ниндәйҙер кимәлдә иҡтисади “һауа торошо”н күҙалларға мөмкин. Шулай ҙа ил иҡтисады һәр кешегә бәйле булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Ошонда үрҙә телгә алған Әнғәм Атнабаевтың бер шиғырындағы шундайыраҡ юлдар иҫкә төшә: “Дәүләт тигәнебеҙ һинән, минән тора лабаһа, үҙебеҙ бирмәһәк, ул нисек бирһен?” Үкенескә ҡаршы тип әйтәйемме, совет осоронан килгән “кемдәндер көтөп ятыу” сире бөтмәгән әле. Үҙебеҙ бирерҙән алда, һорарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Тегенеһе кәрәк... Быныһы кәрәк... Ошо “кәрәк”тәрҙе үҙебеҙҙең булдырыу мөмкинлеге тураһында күптәребеҙ уйлап та ҡарамай. Әгәр айыҡ аҡыл менән күҙ һалһаң, юҡтан башлап, ҙур уңыштарға өлгәшкән кешеләр ҙә байтаҡ бит арабыҙҙа. Уларға берәү ҙә килтереп бирмәгән, үҙҙәренең башын һәм мускулдарын эшләтеп, ҡаҙаныштар үрен яулаған. Юғиһә, алименттан ҡасып йөрөгән шикелле, һалымдан ҡасып күләгәлә эшләгәндәр ҙә быуа быуырлыҡ. Аҙаҡ инде пенсия күләме аҙ булыуына зарланабыҙ, таптырабыҙ, талап итәбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, йөк тейәлгән арба һөйрәгән ат эргәһенән “һоп-һоп!” тип барыуҙан ғына атҡа көс инмәй. Дөйөм ҡаҙанға үҙ өлөшөңдө индереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Әйтәйек, ҡытайҙар һымаҡ йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү, малсылыҡ, ҡортсолоҡ һәм башҡа эштәр менән шөғөлләнеү ҡулыбыҙҙан килмәйме ни?! Ауылдарыбыҙҙа әзмәүерҙәй ир-ат ни ҡылырға белмәй ҡаңғыра, күптәр, оҙон аҡса артынан ҡыуып, Себер тарафтарына юллана. Шул уҡ ваҡытта шайтан таяҡтары үҫеп ултырған туған ҡырҙарыбыҙ етемһерәп ята. Әйтеүе лә оят, ошондай гүзәл һәм бәрәкәтле ерҙәр ҡытайҙарға эләкһен ине әле!..
Ғөмүмән, теләнсе психологияһынан ҡотолорға ваҡыт. Ил миңә нимә бирә тип түгел, мин илгә нимә бирә алам, тип йәшәргә кәрәк. Дәүләт ул һинән, минән тора лабаһа!..