Йөрәк ҡылын сирткән ижад09.01.2018
Йөрәк ҡылын сирткән ижадТалантлы сәнғәт эшмәкәрҙәренең күңел нуры менән һуғарылған әҫәр, ғәҙәттә, ҡойондай өйөрөлтөп, үҙ эсенә алып инә. Әминә Яхинаның драмалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр ҙә нәҡ шулай. Тәүге күренештән үк ваҡиғалар өйөрмәһе тамашасыны арбай.
Әлеге көндә Әминә Яхина – тиҫтәләгән пьеса авторы. “Ҡайырылмаһын ҡанаттар”, “Аҡҡошом минең”, “Бабайға кәләш кәрәк”, “Еҙ беләҙек” исемле әҫәрҙәре Сибай, Салауат театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яуланы. Бик күп әҫәрҙәре халыҡ театры коллективтары күңеленә хуш килеп, сәхнәләрҙә ҡуйылды. Балалар өсөн дә ижад итә. Шуның икәүһе “Сулпан” балалар театрында йәшәү һулышы алды. Әҙибә проза өлкәһендә лә ҡәләмен һынай.
Быйыл драматург күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Әминә апай, һеҙ Башҡорт­остандың беренсе баш ҡалаһы булған данлы Темәстә тыуған­һығыҙ. Әйҙәгеҙ, үткән тормош юлығыҙға ҡараш ташлайыҡ әле.
– Атайым Миңлеғол Сәхи улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмер буйы хисапсы булды. Һуғыш яраларынан мандый алманы, 43 йә­шендә был донъянан китеп бар­ҙы. Әсәйем­дең ҡанаты аҫтында ете бала тороп ҡалдыҡ. Мин ғаиләбеҙҙә өсөнсө булып тыуған­мын. Ҡамыт кемдәргә кейҙе­релгәне аңлашы­лалыр, моғайын.
Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡы­ным, бөтә сараларҙа ла ҡатнаша торғайным. Класс старостаһы, дружина сове­ты рәйесе, комсомол ойош­маһы секретары булдым. Мәк­тәп­тә, районда спорт ярыштарында ҡатнаш­тым. Минең бит саңғы буйынса 1-се разрядым бар. Бына шулай, күп­тәргә хас булған ауыл балаһының ғәҙәти тормошо...

– Һеҙ Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлағанһығыҙ бит әле.
– Эйе, технология факультетында белем алдым. Студент йылдары тураһында һөйләп тормайым, оҙон­ға китер. Ғөмүмән, студент тормошо – иң бәхетле мәлдәрҙең береһе инде ул. Уҡыу йортон тамамлағас, Стәрле­тамаҡ­тағы “Каустик” заво­дын­дағы лабораторияла инженер булдым. Биш-алты йылдан һуң, ғаилә хәле буйынса, Бай­маҡ ҡала­һына барып йорттар идаралығында баш инженер булдым, ике йылдан һуң ошо ойошманың начальнигы итеп ҡуйҙылар. Артабан Сибай ҡалаһында “УралСиб” страхов­калау төркөмө етәксеһе вазифаһын башҡарҙым.

– Әҙәбиәттән ситтә йөрөгән­һегеҙ бит...
– Әҙәбиәт – тормоштоң үҙе ул. Инженермы һин, әллә бан­кирмы – ба­рыбер нәфис әҙәбиәтте уҡыйһың. Рухи аҙыҡ һәр кемгә лә кәрәк, шун­һыҙ кешенең үҙәге емерелә. Үҙем нәфис әҙәбиәт менән мәктәптә уҡы­ған саҡта уҡ ҡыҙыҡһындым, шиғыр­ҙар ҙа яҙа инем. Ләкин был өлкәлә эшләү 2010 йылда ғына насип булды – “Сулпан” балалар театрында эшләй башланым. Аҙаҡ Сибай яҙыу­сылар ойошмаһына яуаплы секретарь итеп саҡырҙылар. Әлеге мәлдә Арыҫлан Мөбәрәков исемен­дәге Сибай баш­ҡорт дәүләт драма театрының әҙәбиәт бүлеген етәк­ләйем.

– Драматургия “ҡармағы”на нисек килеп ҡаптығыҙ?
– Тәүге пьесаларым драматургия ҡанундарын бел­мәйенсә, һиҙемләү­гә генә таянып яҙылды. Ижадсы булып китеүемдә А. Мөбәрәков исе­мендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры бик ҙур роль уйнаны. “Ҡа­йырыл­ма­һын ҡанаттар” тигән тәүге мелодрама өҫтөндә эшлә­гән­дә һәм аҙаҡтан да артистар, режиссер­ҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иттем. Улар драматургия ҡанундарын өй­рәт­­те. Сәхнә – фекерҙәштәр, тән­ҡитсе­ләр, кәңәшселәр һәм башҡа төр­лө сәнғәт һөйөүселәр менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләү урыны ул.
Драматургия – әҙәбиәттең иң ауыр, яҙыусынан ниндәйҙер айырым сифаттар талап иткән жанры. Драма әҫәре оҙайлы юлдар үтеп, бик күп белгестәрҙең тынғыһыҙ, ныҡышмалы хеҙмәте һалынғандан һуң ғына спек­такл­гә әүерелеп, тамашасы хөкөмөнә тапшырыла.

– Был әҫәр тураһында режиссер Сәлихйән Әф­лә­түнов ошондай һүҙҙәр әйтте: “Режиссерҙы үҙе ҡуясаҡ әҫәр тетрәндерергә, йөрәк ҡылын сиртергә тейеш. Был мелодрама авторҙың тәүге әҫәре булыуға ҡарамаҫтан, көн­үҙәк тема күтәреүе, бөгөн бары­быҙ­ҙы ла борсоған һорауҙарға яуап эҙләүе менән ылыҡтырҙы”.
– Мөхәббәт һәм нәфрәт, яңғыҙлыҡ һәм ташландыҡ балалар, һуғыш тарафынан һындырылған яҙмыштар, эске­лек һәм наркомания, изгелек һәм яуызлыҡ тураһында уйланырға мәж­бүр иткән был мелодрама үҙ тамаша­сы­һын тапты, тип әйтә алам. Ҡала-ауыл сәхнәләрендә ҙур анш­лаг менән барҙы. Бер йыл да үтмәй, Салауат дәү­ләт драма теат­ры “Аҡ­ҡошом минең” исемле тра­ги­ко­ме­дияһын сәхнәләштерҙе. Те­маһы ла көнүҙәк – бөгөнгө көндә бала­лары тарафынан ташланған ҡарттарҙың күбәйә барыуы тура­һын­да. Төп ге­ройҙарҙың береһе Миң­нулла ҡарт кө­нөндә, ҡатыны вафат булыу сә­бәп­ле, яңғыҙ ҡала. Ата­һы­ның мөл­кәтен тартып алыу уйы менән ҡыҙы менән ке­йәүе уны ҡарттар йортона тапшырмаҡсылар, ләкин был донъяла изге кешеләр ҙә юҡ түгел. Миң­нулла үҙе кеүек яң­ғыҙ, балалары тарафынан ситкә тибелгән Хәй­риәне осрата. Был осрашыу – уларҙың аҡҡош йыры, ҡарт кө­нөндә йыуаныстары, киләсәккә ышаныстары. Әҫәрҙә балалары тарафынан рәнйетелгән ҡарттарҙың трагедия­һын асырға тырыштым, шул уҡ ва­ҡыт­та уларҙың балала­рының мә­кер­ле пландарын фаш итеп, был донъяла изгелек тантана итеүен халыҡ күңеленә еткерергә теләнем. Был пьеса “Бабайға кәләш кәрәк” исемендә 2002 йылда Сибай драма театрында сәхнәләштерелде.

– Драматург өсөн ниндәй сифаттар мөһим?
– Драматург төрлө яҡлап үҫеш­кән, бигерәк тә замандың йәшәйеш ҡанундарын яҡшы үҙләштергән, уны күңеле менән тоя белгән, ғилемгә ынтылған, башҡаларға әйтер һүҙе булған эҙәрмән булғанда ғына пьеса яҙа ала. Драматургтан тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш талап ителә. Еңел-елпе һығымталар түгел, ә көсөргәнеш­ле хәл-ваҡи­ғалар аша образ асыла. Тағы ла драматургтың логик фе­керләү ҡеүәһенең үҫешкән булыуы мөһим. Йәнә әҫәрҙең моңон тоя белергә кәрәк.

– Әминә апай, Баймаҡ райо­нын­дағы Талҡаҫ күле буйында элеге­рәк үткәрелгән драматургтар семинарында ҡатнашҡа­ны­ғыҙ бармы?
– Бер тапҡыр унда ҡатнашыу бә­хе­тенә ирештем. Әлбиттә, Баш­ҡорт­остан етәкселегенең драматургия хәстәрен үҙ өҫтөнә алыуы яҡшы күренеш ине. Тик драматургияла бөтә нәмә уҡыу-өйрәнеүгә генә ҡайтып ҡалмай шул. Ми­нең­сә, пьеса яҙыу өсөн тәү сиратта тәбиғи һәләт, хәл-ва­ҡиғаны тотоп ала бе­леү оҫталығы кәрәктер. Өйрәнеү – уҡыуҙы инҡар итеүҙән әйтмәйем. Наил Ғәйетбаев­тың “Пьеса нисек яҙыла” тигән китабы файҙалы. Уның характер тыуҙырыуға ҡағылышлы фекерҙәре уйланырға һәм эҙләнергә мәжбүр итте. Автор әйтмешләй, ха­рак­терҙың нимә икән­ле­ген аңлаған­дан һуң минең дә күп геройҙарым үҙаллы йәшәргә тотондо. Ваҡиғаны үҫтереү, хәрәкәт, интрига, төптә ят­ҡан мәғәнә, конфликт һәм башҡалар тураһында уйланмайынса, сәхнә әҫәре яҙып булмай.

– Гәзит уҡыусыларҙың ғаилә­геҙ тураһында ла белгеһе килә­лер...
– Өс бала әсәһемен – Фәнил, Салауат улдарым, Зөл­фиә ҡыҙым булды. Үкенескә ҡаршы, Фәнил улым йәш­ләй генә китеп барҙы. Ни хәл итә­һең, Хоҙайҙың яҙғаны шулдыр. Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә: өс ейәнем, бер ейәнсәрем үҫә, шөкөр.


Вернуться назад