Тормош дилбегәһе кем ҡулында?09.01.2018
Һуңғы ваҡытта тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсә бара. Ябай ғына бер миҫал: машина рулендә ултырған ҡатын-ҡыҙ һаны йылдан-йыл арта бара. Ғөмүмән, улар бер бөгөн килеп кенә тормоштоң уртаһында ҡайнамай, әлбиттә. Тарихҡа күҙ һалайыҡ әле. ХХ быуат башы — Рәсәй яҙмышында ҡырҡа боролош яһаған тарихи ваҡиғаларға – революцияларға, һуғыштарға бай ҡатмарлы осор. Илде ялмап алған тетрәнеүҙәр, бер яҡтан, һанһыҙ кеше ҡорбандарына, илдең иҡтисадына ҙур матди зыян килтерһә, икенсе яҡтан, халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыуға, төрлө ойошмаларҙың, милли хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.


Ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының артыуы ла ошо шарттарҙа бара. Демократик реформалар “көсһөҙ” заттарҙы ла йәмәғәт эштәрендә әүҙем­лә­шергә этәрә. 1905 – 1907 йылдарҙағы рево­лю­ция йоғонтоһонда дәүләт граждандарға төр­лө йәмәғәт ойошмалары төҙөүгә рөхсәт бирә. XX быуаттың башында Башҡортостан та­рихында тәүге ҡатын-ҡыҙ ойошмалары бар­лыҡ­ҡа килә. Улар араһында мосолман бер­ләш­мәләре айырым урын алып тора. Тикше­ренеүселәр мәғлүмәттәре буйынса, үткән бы­уаттың башынан 1917 йылға тиклем асылған ошондай ойошмаларҙың һаны 70-кә етә. 1907 йылдан Өфөлә эшләй башлаған “Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы” (“Мусульманское дамское общество”) шуларҙың тәүгеһе була.
Ул 1907 йылдың 12 декабрендә Өфө ҡа­лаһында барлыҡҡа килә. Уставта ойошманың маҡсаты мәҙәни-ағартыу, әхлаҡи-тәрбиә эше, тип күрһәтелә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн улар төрлө типтағы ҡыҙҙар мәктәптәре ойош­то­рорға, уҡыу һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу өҫ­төндә эшләргә, уҡыусыларға һәм уҡытыу­сы­лар­ға матди ярҙам күрһәтергә, мосолман ҡа­тын-ҡыҙҙарына мәктәптән тыш ғилми, һөнәри бе­лем биреүҙе хәстәрләргә, китапханалар, уҡыу залдарын төрлө шөғөлдәргә өйрәткән оҫ­таханалар асырға, халыҡ алдында лекциялар уҡырға планлаштыралар. Шулай уҡ дауа­ханалар, амбулаториялар, ҡыҙҙар өсөн приюттар асыу ҙа маҡсат итеп ҡуйыла. Өфөнөң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары С. М. Солтанова, Ф. М. Басимова, М. Т. Солтанова, С. С. Йән­түрина, З. М. Солтанова, Г. С.-А. Камалетдинова һәм башҡалар ойоштороусылар булып сығыш яһай. Йәмғиәт ойошторолоу менән әүҙем рә­үештә эшкә тотона. 1908 йылда атай-әсәйһеҙ ҡал­ған 25 башҡорт һәм татар ҡыҙына тәғә­йен­ләнгән приют, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн китапхана асыла. 1913 йылда уларҙың ете уҡыу йорто була.
Башҡортостан биләмәһендә үрҙә телгә алынған осорҙа унлаған ошондай ойошма эш алып бара. Был ойошмаларҙың төп йүнәлеше хәйриә эше була. “Бәләкәй эштәрҙе” хәл итеү менән генә сикләнеп, сәйәсәткә ҡыҫылмайынса, улар власть структуралары менән араларҙы боҙмаҫҡа тырыша.
XX быуат башында барлыҡҡа килгән йәмәғәт ойошмалары араһында “Ырымбур мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте” (Оренбургское мусуль­манское женское общество) айырым урын алып тора. Уны ойоштороусылар булып ҡала­ның һәм губернаның бай ҡатын-ҡыҙҙары Ф. М. Әҙәмова, Х. М. Ҡотлобулатова, З. М. Рә­мие­ва, Ф. М. Ураева, Ф. М. Тенишева, Р. Т. Сө­ләй­мәнова, Р. Б. Мөхәмәтйәровалар сығыш яһай. Йәмғиәт шулай уҡ мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына белем биреүҙе һәм мохтажлыҡ кисергән көсһөҙ заттарға, балаларға ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Үрҙә ҡуйылған маҡсаттарҙы тормош­ҡа ашырыу өсөн ойошма китаптар сығара, уҡыу өсөн кабинеттар, китапханалар, ҡыҙҙар өсөн мәктәптәр булдыра, халыҡҡа лекциялар, әҙәби кисәләр, төрлө курс­тар, йыйылыштар, әң­гәмәләр үткәрә. Йәмғиәттең эшмәкәрлеге бары хәйриә эше менән генә сикләнеп ҡалы­уына һәм уның эше оҙаҡҡа һуҙылмауға ҡара­маҫтан, ойошма губернаның ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереү йәһәтенән ҙур эш башҡара.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә Балҡан һәм Беренсе бөтә донъя һуғышы ҙур үҙгәрештәр индерә. Был ваҡытта дәүләттең бар тармаҡтары хәрби ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелә. Ошо сәбәпле ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының күптәре матди ярҙам алыу сығанаҡтарын юғалта, шуға күрә элек ҡуйған маҡсаттарҙы үтәй алмай башлай. Эшмәкәрлек йүнәлеше лә үҙгәрештәр кисерә. Балҡан һуғышы ваҡытында Башҡорт­остандың күп кенә мосолман ҡатын-ҡыҙҙары госпиталдәрҙә яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса ирекле эштәрҙә ҡатнаша. Беренсе донъя һуғышы башланып китеү менән фронтҡа саҡырылған яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ойошмалар барлыҡҡа килә.
1914 йылдың июлендә Мәләүез ауылында түбән чиндарҙа ополчениела һуғышҡан яугир­ҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн төҙөл­гән йәмғиәт барлыҡҡа килә. Ул 152 мохтаж ке­ше­гә ярҙам күрһәтә. Шул уҡ йылдың сен­тябрендә Ергән ауылында ла шундай уҡ йәмғиәт барлыҡҡа килә.
Һуғыш ваҡытында хәрби әсирҙәргә ярҙам итеү ниәтендә ҡатын-ҡыҙ йәмғиәттәре барлыҡ­ҡа килә. Билдәле меценат Маһипәрүәз Шәйех­ғәлиева, үҙенең ире, Рәсәй армияһы генералы Шәйехғәлиевтең абруйын ҡулланып, Өфөлә әсирлектә булған төрөк һалдаттарына һәм офицерҙарына ярҙам итеүгә рөхсәт ала. Ошо маҡсатта ул Өфөнөң ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә ярҙам фондына 356 һум аҡса йыя.
Рәсәйҙә эшләп килгән тиҫтәләгән мосолман йәмәғәт ойошмаларының көсөн берләштереү маҡсатында, 1914 йылдың декабрендә мосол­мандар Бөтә Рәсәй съезы үткәрә. Унда яугир­ҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса үҙәкләштерелгән мосолман комитетын төҙөү ҡарала. Комитет яралылар өсөн ла­зареттар асыу, санитар отрядтары төҙөү һәм уларҙы фронтҡа ебәреүҙе маҡсат итеп ала. 1916 йылдың йәйендә комитет ярҙамы менән мосолмандарҙан торған санитар отряды төҙөлөп, фронтҡа ебәрелә. Отрядты билдәле юрист, адвокат, II Дума депутаты Ғәлиәскәр Сыртлановтың тол ҡатыны Әминә Шәйхғә­лиева-Сыртланова етәкләй.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары XIX-XX быуат сигендәге ваҡиғалар сылбырында әүҙем ҡатнаша. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән бергә тыныс ваҡытта ла, һуғыш осоронда ла дәүләт, халыҡ өсөн күп файҙалы эш башҡара.


Вернуться назад