Үҙ өлөшөңдө индер20.04.2012
Бөгөн баш ҡалала, Башҡортостандың урмансылар паркында, "Үҙ ағасыңды ултырт" акцияһы башланды.
Бөтөн Рәсәй буйынса ойошторолған сарала теләгән һәр кеше ҡатнаша ала, уларға ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре, эш ҡоралы бирелә.
Парктың майҙаны – 116 гектар. Былтыр ошо акция барышында бында 500 төп шыршы, ҡарағай, йүкә ағасы ултыртылған. Сара республиканың район-ҡалаларында ла үтә. Йәшелләндереү эшендә ҡатнашырға теләүселәр урындағы урмансылыҡҡа мөрәжәғәт итә ала.


Вернуться назад